Бөтә донъя фольклориадаһы
Викидатала элемент юҡ |
Бөтә донъя фольклориадаһы — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаһы (СIOFF) дүрт йылға бер тапҡыр ойошторған Халыҡ-ара фольклор фестивале[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя фольклориадаһы дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла (һайлап алыу идеяһын үткәреү датаһы Олимпия уйындарына оҡшатып алынған). Үҙенең флагы, гербы, гимны, девизы бар. Фестивалдә мәҙәни мираҫы күрһәтелә, уны һаҡлау буйынса көс һалына.
Донъя фольклориадаһының төп өлөшөн донъяның төрлө илдәренән килгән һәм үҙҙәренең традицион музыкаһын, бейеүҙәрен күрһәткән, халыҡ кәсептәрен, аш-һыуын, халыҡ костюмдарын, сәхнә сәнғәтен тәҡдим иткән артистарҙың сығышы алып тора.
Шулай уҡ Фольклориада үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
- һөнәрмәндәрҙең эш территорияларын
- сит илдәрҙән килгән ҡатнашыусыларҙың традицион уйындарын уйнау урындарын күрһәтеү
- традицион аҙыҡ-түлек тураһында лекция тыңлау майҙаны
Ҡатнашыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]CIOFF-тың ағза илдәре (100-ҙән артыҡ) ҡатнаша[1].
Йылдар буйынса Фольклориада
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1996: Брюнсюм, Нидерланд
- 2000: Токио, Япония
- 2004: Печ һәм Будапешт, Венгрия
- 2012: Ансон, Көньяҡ Корея
- 2016: Сакатекас, Мексика
- 2021: Өфө, Рәсәй Федерацияһы
Рәсәйҙә Фольклориада
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың октябрендә 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаһы (CIOFF) советының Генераль Ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданы Рәсәйҙә — Башҡортостан Республикаһында 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем үткәреү тураһында иғлан ителә[2]. Коронавирус пандемияһы арҡаһында ул бер йылға кисектерелә һәм 2021 йылдың 3 — 10 июленә асыла[3]