Башҡортостан ҡалалары
Башҡортостан ҡалалары исемлеге — Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан, рәсми рәүештә ҡала тип танылған, халыҡ даими йәшәгән торама урындар.
Бөгөнгө ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда барлығы 21 ҡала:
- Кеше һаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Ағиҙел ҡалаһы.
- Йәше буйынса иң олоһы — Өфө ҡалаһы, иң йәше — Межгорье.
- Биләгән майҙаны буйынса иң ҙуры — Өфө ҡалаһы, иң бәләкәйе — Яңауыл.
- Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан булһа, иң көньяғында Баймаҡ, иң көнсығышында Учалы, иң көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора.
- Учалы, Сибай, Туймазы, Октябрьский, Межгорье ҡалаларының рәсми исеме башҡортса ла урыҫса ла бер төрлө яҙыла һәм уҡыла.
- Ҡайһы бер ҡала эсендә йәки иҫәбендә айырым ауылдар бар. Ундай ауылдар һаны — 39.
Ҡасаба — ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шишмә һәм Приют ҡасабалары ҡала төрөндәге торама пункт булып иҫәпләнә. 2005 һәм 2006 йылда ошондай уҡ 38 ҡасабаның дәрәжәһе ауыл итеп үҙгәртелде.
Ауыл — ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан йөмһүриәтенең тәүге йылдарында кантон үҙәктәре Йылайыр һәм Мәсәғүт ауылдары рәсми рәүештә ҡала дәрәжәһен ала, әммә артабан кире ауыл дәрәжәһенә ҡайтарыла.
Боронғо ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт АССР-ы ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дим (ҡала) hәм Черниковск Өфө ҡарамағына индерелде.
Тарихи Башҡортостан биләмәләрендәге тарихи ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Арҡайым — билдәле иң боронғо тарихи ҡала.
- Башҡорт — ҡайһы бер боронға карталарҙа һәм яҙмаларҙа иҫкә алынған ҡала. Академик Нияз Мажитов раҫлауынса хәҙерге Өфө ҡалаһы биләмәһенә тура килә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшө. — Белешмә йыйынтығы. Өфө, 2007. — 416 б.: рәсем.
- Вахитов Р. Города башкир средневековья // Ватандаш. — 2016. — № 1. — С. 84—105. — ISSN 1683-3554.
- Хамидуллин С. И. К вопросу о названии средневековой Уфы // Ватандаш. — 2015. — № 6. — С. 20—26. — ISSN 1683-3554.
- Юсупов Ю. Письменные источники о городах средневековой Башкирии // Ватандаш. — 2009. — № 11. — С. 37—40. — ISSN 1683-3554.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Портал «Башҡортостан» |
---|---|
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
![]() |
Башҡортостан ҡалалары Викимилектә |