Шишмә
Шишмә | |
Шишмә | |
Нигеҙләү датаһы | 1650 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Шишмә |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Шишмә районы һәм Шишмә ауыл Советы |
Административ-территориаль берәмек | Шишмә ауыл Советы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 22 733 кеше (1 ғинуар 2019)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 120 метр |
Майҙан | 33,67 км² |
Почта индексы | 452170 |
Рәсми сайт | chishmy.info |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1650 |
Урындағы телефон коды | 34797 |
Шишмә Викимилектә |
Шишмә (рус. Чишмы) — Башҡортостан Республикаһының Шишмә районындағы эшселәр ҡасабаһы. Шишмә районының административ үҙәге. Өфөнән 37 километр көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан эре тимер юл узеле, бынан көнсығыш йүнәлештә Өфө яғына, көнбайышҡа — Һамар һәм көньяҡ-көнбайышҡа Ульяновск йүнәлешендә юлдар китә.
2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 21 мең 196 кеше[2].
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куйбышев тимер юлының «Бөгөлмә—Шишмә» участкаһының Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендәге оҙонлоғо 142 километр. Дөйөм йүнәлеше көнбайыштан көнсығышҡа булып, Туймазы, Бүздәк, Благовар һәм Шишмә райондары аша үтеп, республиканы Волга буйы, Урал, Себер, Урта Азия сәнәғәт үҙәктәре менән тоташтыра. Юл 1914 йылда төҙөлөп сафҡа индерелгән, тулыһынса электрлаштырылған.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 21196 | 9878 | 11318 | 46,6 | 53,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байбурин Фәүзи Зәки улы (24.01.1943), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы I ранг капитаны. Ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990)[3].
- Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2.03.1938), ғалим-урыҫ теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984). 1996—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге урыҫ тел ғилеме кафедраһы мөдире. 1987—1996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)[4].
- Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (23.02.1906—5.10.1983), йырсы (лирик сопрано), уҡытыусы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).
- Истомина Энесса Георгиевна (16.06.1934), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), тарих фәндәре докторы (1984), профессор (2003). Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.
- Урманов Тәлғәт Фәтхетдин улы (1929—2.02.2023), бейеүсе. 1951—1971 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1963)[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Байбурин Фәүзи Зәки улы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 март 2018)
- ↑ Ушёл из жизни старейший ветеран башкирской сцены Талгат Урманов. ИА «Башинформ», 3 февраля 2023 года (Тикшерелеү көнө: 4 февраль 2023)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шишмә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
(Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)
- Шишмә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2019)
Был Шишмә районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |