Эстәлеккә күсергә

Ҡара Яҡуп

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡара Яҡуп
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ҡара Яҡуп ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡара Яҡуп ауыл Советы
Халыҡ һаны 513 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452160
Карта
 Ҡара Яҡуп Викимилектә

Ҡара Яҡуп (рус. Кара-Якупово) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 513 кеше[3]. Почта индексы — 452160, ОКАТО коды — 80257845001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 8 км

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Йыл Халыҡ һаны
1939 738
1959 622
Йыл Халыҡ һаны
1970 631
1979 524
Йыл Халыҡ һаны
1989 429
2002 448
Йыл Халыҡ һаны
2009 520 [4]
2010 513 [2]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ҡара Яҡуп ауылы мәсете. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.
Ҡара Яҡуп ауылы янында изге ҡоҙоҡ. М. А. Круковский фотоһы, 1908 йыл.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 йылдан алып Яҡуп исеме менән билдәле. Ауыл тәүге булып бында төпләнгән Яҡуп Үтәшев исемен йөрөтә. Һуңыраҡ бында керҙәшлек килешеүе буйынса бер нисә типтәр килеп ултырған.

18 быуат аҙағындағы документтарҙа улус старшинаһы итеп Ғайса Яҡупов күрһәтелгән. 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачев етәкселегендәге күтәрелештә Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары старшинаһы Турай Ишалин үҙ командаһы менән ҡатнашҡан.

1795 йылда Ҡара Яҡупта 50 йортта 310 кеше йәшәгән, 1865 йылда 86 йортта — 441 кеше. Халыҡ малсылыҡ,игенселек менән шөғөлләнгән. Ауылда һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 йылда мәсет, урыҫ-башҡорт земство училищеһы (мөдире Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы ), 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан. Ауыл халҡы шулай уҡ балыҡсылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнгән.

Ауыл эргәһендә Ҡараяҡуп археологик комплексы, Ҡараяҡуп ҡаласығы бар. Ауыл янындағы тауҙа халыҡ ҡәҙерләп һаҡлаған Һөйәрбикә ҡәбере һәм шишмәһе бар. Бынан тыш ауыл янында Асы (Әсе), Ерекле, Туҡмаҡ атамалы һәм башҡа шишмәләр бар, барлығы 12.

19 быуаттың икенсе яртыһында әлеге Шишмә районы территорияһында ике улус булған (Сафар, Ҡара Яҡуп улустары).

1865—1926 йылдарҙа Ҡара Яҡуп ошо уҡ исемдәге улус үҙәге булған. 1930 йылда Башҡортостан АССР-ы ның Шишмә районы ойошторола, Ҡара Яҡуп ауылы был район составына индерелә.

1908 йылда Башҡортостан, Урал, Волга буйында ғалим-антрополог, этнографтар эшләгән. Улар хәҙерге Шишмә районында ла булып киткән. Круковский Михаил Антонович (1865—1936) 1908 йылда Ҡара Яҡуп ауылында тиҫтәләгән фотоһүрәт төшөргән[5].

Был фотолар әле Санкт-Петербургта Кунсткамера коллекцияһында һаҡлана[6] [7]

1917 йылда ауылда йәшәгән Сәйфулла Ғарифуллин, Йәнтүрә Абдуллин, Хәбиб Латипов, Абдулла Ғилманов, Ғилман Сәлмәнов, Исмәғил Дауытов, Сәмит Исҡаҡов һәм башҡалар, барлығы 14 йортта, ҡымыҙ менән дауаланыусыларҙы ҡабул иткән. Ҡай берҙәренең 15- 23 баш йылҡы малы булған.

1917 йылда Дим буйындағы башҡорт ауылдары Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу өсөн барған хәрәкәтте үҙ йыйындарында яҡлап сыға һәм делегаттарын Ырымбурҙа, Өфөлә үткән тәүге башҡорт Ҡоролтайҙарына ебәрә.

1917 йылдың аҙағында Совет власы урынлаштырыла. 1918 йылдың 20 апрелендә Ҡара Яҡуп улусында (Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙе) крәҫтиән депутаттары Советы һайлана. Уның беренсе рәйесе — Миңнеғәли Йосопов. 1918 йылдың май аҙағында чехословактар корпусы Совет власына ҡаршы фетнә күтәрә, ТрансСебер тимер юлы буйлап бөтә ерҙә лә Совет власы ҡолатыла. Совет власы эшмәкәрҙәрен ҡулға алыу, бер ниндәй судһыҙ хөкөм итеп, атыуҙар башлана. Ҡара Яҡуп ауылынан Ғиләж Әсәҙуллин, Аҫылгәрәй Дауытов, Харис Рахманғолов һәм башҡа бик күптәр һәләк була.

Ҡара Яҡуп улусын ҡыҙылдар аҡтарҙан 1917 йылдың декабрендә азат итә, Совет власы яңынан тергеҙелә. Ләкин 1918 йылдың мартынан май аҙағына тиклем был территория аҡтар ҡулында ҡала. 1918 йылдың 26 майында В.И.Чапаев 25-се уҡсылар дивизияһына Өфөнө аҡтарҙан азат итергә бойорок бирә, тимер юл буйында урынлашҡан ауылдарҙан аҡтар ҡыуыла.

1930-сы йылдар башында ауылда колхоз төҙөлә. Әлеге ваҡытта бында «Башҡортостан» ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү коооперативы (СПК)эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) осоронда Ҡара Яҡуп ауылынан фронтҡа … кеше китә.

Ҡара Яҡуп янындағы археология ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡараяҡуп ҡаласығы — Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Ҡайһы бер ғалимдар, 8—9 быуаттарҙа, Көнбайыш Себерҙән был яҡтарға күсеп килгән, бер аҙҙан көнбайышҡа күсеп киткән уғыр (мадьяр) ырыуҙары мәҙәниәте ҡомартҡыһы, тип иҫәпләй. Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

1952 йылда И. А. Талицкая тарафынан асыла, 1962 һәм 1967 йылда уны БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г. И. Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м², 568 м² ҡаҙылған. Ҡаласыҡ 2 тупраҡ ур (киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡорҙар менән нығытылған. Эске ур таш нигеҙгә ҡоролған, тыштан — таш, өҫтән — текә ҡойма, тышҡы соҡорҙоң яҡтары ситән менән нығытылған булған.

Табылған керамика тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, бәләкәй генә соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк баҫылған, ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡаласыҡта баҡыр таралғы һәм бил ҡайыштарын биҙәү тәңкәләре, балсыҡтан эшләнгән сүмес һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡ, балыҡ ҡармаҡтары, ҡалаҡ яһау ҡоралы, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тирмән таштары, хайуан һөйәктәре, шулай уҡ бойҙай бөртөктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән. Был материалдар Өфөнөң Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ҡараяҡуп археологик комплексы энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмөнә инә. Беҙҙең эраға тиклем 5—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Ҡара Яҡуп ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Унда тора һәм ҡәберлек инә.БДУ уҡытыусыһы Ю. А. Морозов тарафынан 1980 йылда асыла һәм 19801982 йылдарҙа, 1984 йылда өйрәнелә.

Ҡараяҡуп тораһында керамика (геометрик биҙәк һалынған, тешле штамп эҙе менән биҙәлгән түңәрәк төплө йомортҡа рәүешендәге һауыттар), таш әйберҙәр (гарпундар, батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар), таҙа еҙ, шлак табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәндәр), балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән.

Ҡараяҡуп ҡәберлегендә 5 ҡәбер табылған. Мәйеттәр көнбайыш — көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә керамика (яға һымаҡ ауыҙлы түңәрәк төплө һауыттар), йәшел һәүерташтан эшләнгән тамсы формаһындағы 32 сулпы (2‑һенә өйрәк һүрәте төшөрөлгән), ҡабырсыҡтан яһалған муйынсаҡтар, хайуан һөйәктәре һалынған. Өҫкө ҡатламдарҙа тимер быуатҡа ҡараған 3 ҡәбер табылған. Ҡомартҡы энеолит — тимер быуат дәүерендә Көньяҡ Урал янына халыҡтың күсеп ултырыу этаптарын күрһәтә. Ҡараяҡуп архелогик комплексы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ҡара Яҡуп урта мәктәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡара Яҡуп урта мәктәбе

— 1875 йылдың 1 мартында Ҡара Якуп ауылында рус-башҡорт башланғыс мәктәбе асыла (земство училищеһы).

Мәктәптә Ҡара Яҡуп ауылы балаларынан тыш яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар белем ала. 1910 йылда мәктәптә бер ҡыҙ бала уҡый (Әлимғолова Мәрйәм).

— 1918 йылда земстволар бөтөрөлә, ауыл мәктәбе Совет мәктәбе итеп үҙгәртелә.

— 1937 йылдан ете йыллыҡ мәктәпкә әйләндерелә.

— 1970 йылда мәктәп яңы, кирбес бинаға күсә, урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

— 1972 йылда Ҡара Яҡуп урта мәктәбенең тәүге сығарылышы була.

Мәктәпкә реконструкция үткәрелгән, тышҡы яҡтан аҡһыл төҫтәге профнастил менән көпләнгән, урта мәктәп өсөн тейешле матераль-техник базаһы, мәктәп яны участкаһы бар. Бөгөн мәктәптә Ҡара Яҡуп ауылы балаларынан тыш Бабик, Яңы Абдулла, Новотроицкое, Горный ауылы балалары ла уҡый. Уҡыусылар һаны 150-гә яҡын, шуларҙың 50-гә яҡыны филиалда- Горный тулы булмаған урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлаусылар араһында киң билдәле һөнәр эйәләре бар.

Мәктәп етәкселәре (мөдирҙәре, директорҙары): Тереғолов (1875?-), Сергей Шафиев (1883-1891), Улимаев Лоҡман (1891- 1895), Заһиҙулла Хәбибуллин (1891-1895), Арыҫланбәк Әлимғолов (1900 йылдарҙан Ҡара Яҡупта эшләгән, 1911?-1915), К.Богород (1915-1916), Мәғәсүм Мәһәҙиев (1929-1931, Шәриф Мурзаев (1932- 1936), Хәбиб Ғибаҙуллин (1937-1941), Суфия Рафиҡова (1942-1944), Хужахмәт Ғафуров (1944- 1948), Рәшит Латыпов (1949-1956), Рәүиҙә Гәрәева (1956-1959), Вәкил Батыров (1962-1974), Альберт Тереғолов (1974-1977), Минияр Ғарипов (1978-1979), Мәжит Баязитов (1980-1983), Вәзих Сафин (1984-1985) ), Рәүиҙә Иҫәнғолова (1986-1988), Радик Рафиҡов (1988-1991), Ил Яхин (1991-2016), Альбина Муккулова (2016 йылдан)

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Сафаргали Хакимович Лукманов ,лётчик.jpg
лётчик Лоҡманов Сәфәрғәли Хәким улы

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Шишмә районы халҡы Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн бирә. Райондан 11507 кеше фронтҡа киткән, уларҙың 6183 һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, йәки һәләк булған. Ҡара Яҡуп ауылынан фронтҡа киткәндәрҙән 80 (?) кеше тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмаған.

Шишмә — Куйбышев тимер юлында урынлашҡан бик мөһим станция. Станция аша фронтҡа бик күп тимер юл составы үтә.

Шишмә районында 361 уҡсылар дивизияһы (1941 й.,сентябрь-октябрь) һәм декабрь 1941 й.- апрель 1942 й. 433-сө (һуңыраҡ 214) уҡсылар дивизияһы (176, 780 уҡсылар полкы) формированиела тора. 433 уҡсылар дивизияһына башлыса хәрби хеҙмәттә ошоғаса булмаған йәштәр алына, улар тиҙ арала әҙерлек үтеп, фронтҡа ебәрелә.

Бынан тыш, Шишмә районынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 74 кеше алына, башҡа хәрби частар ҙа Алкин ҡасабаһында формированиела тора.

Шишмә районына 2850 кеше илдең көнбайыш өлкәләренән эвакуацияланып килә. Ҡара Яҡуп ауылында ла Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған кешеләр йәшәй.

Ер-һыу атамалары (топонимия)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡара Яҡуп ауылында һәм уның тирә-яғында урынлашҡан ер-һыу, ҡалҡыулыҡтар, урмандар атамалары ауыл, хатта тотош Башҡортостан тарихына бәйле.

Шишмәләр

Ҡалатау шишмәһе — ауылдың көньяҡ- көнсығышында ағып ятҡан шишмә. Ул Ҡалатау итәгенән ағып сығып Ыръяҙы йылғаһына барып ҡушыла. Атамаһы Ҡалатау итәгенән ағып сыҡҡанға күрә бирелгән тиҙәр.

Асы шишмәһе — Ҡара-Яҡуптан көньяҡ- көнсығыштараҡ урынлашҡан. Был шишмә һыуы бик тиҙ иҫкереп бара. Һыуын ҡайнатҡанда сода һалған кеүек ташып ҡайнап сыға, ә икенсе көнгә ҡалған ҡайнаған һыуға асы тәме керә, ти урындағы халыҡ.

Бикрәс шишмәһе — ауылдың көньяҡ- көнсығышында ағып ятҡан шишмә. Шишмәнең сыҡҡан ере бик бәләкәй, һыуын бәләкәй генә һауыт менән алғандар, күберәге баҡрас (ижау,сүмес) менән. Шуға күрә лә уны икенсерәк итеп атап «Бикрәс» тип йөрөтәләр.

Ерекле шишмәһе — Ҡара-Яҡуп ауылының көньяҡ- көнсығышында. Был шишмә тирәләй ерек ағасы үҫкәнгә күрә шишмә шулай аталған.

Ташлыҡул шишмәһе- ауылдың көньяҡ- көнсығышында. «Шишмәнең тирә-яғы һәм һыуы тиртеп сыҡҡан ере лә гелән таштан торғанға һәм сығышы кеше ҡулына оҡшап торғанға күрә халыҡ Ташлыҡул тип атаған был шишмәне» (ауыл риүәйәттәренән). Ләкин был атама «ташлы»+ «ҡул» һүҙҙәренән яһалған. «Ҡул»- үҙән, йылға, йәки шишмә үҙәне, «долина». Шишмәнең һыуы бик тәмле.

Туҡмаҡ шишмәһе- Ҡара-Яҡуп ауылының төньяҡ- көнсығышынан аға. Туҡмаҡ шишмәһе һыуының юшҡыны юҡ, шифалы. Шишмә ҡайынлыҡ ағастары янынан ағып сыға. Ауыл халҡы һөйләүенсә, юлаусылар Ҡалатау тауына менгәндә туҡтап, шишмә һыуын эсергә яратҡан, шуға «Туҡтау шишмәһе» тип йөрөтә башлағандар. Туҡтау һүҙе аҙаҡ Туҡмаҡ булып киткән имеш тә тиҙәр. Башҡортостандың бер нисә районында осрай был атама. Ҡайһы берҙәрен «тупаҡ» һүҙе менән бәйләйҙәр, йәки тупаҡ тауҙан ағып сыҡҡан шишмә.

Әүлиә шишмәһе(Һөмәкәй, Һөйөнбикә шишмәһе)

«Әүлиә шишмәһе»- киң билдәле шишмә, уны Һөмәкәй шишмәһе тип тә йөрөтәләр. Ул Ҡара-Яҡуп ауылынан көньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса Болғарҙарға барған каруан хужаһының Сөйөмбикә менән Миңлебикә исемле игеҙәк ҡыҙҙары юлда сирләп үлә. Уларҙы Дим йылғаһы аша сығарып Һелкәүес тауының көньяҡ итәгендәге уйһыулыҡҡа ерләп, йыназа уҡып, өсөн, етеһен уҡып киткәндәр. Күпмелер ваҡыт уҙғас,ҡәберлектең береһенән шишмә бәреп сыҡҡан имеш. Ҡәберҙән сыҡҡанға шишмә Әүлиә тип тә, Һөмәкәй тип тә, Һөйөнбикә тип тә йөрөтәләр уны. Шишмәнең һыуы шифалы. Ауыл халҡы был шишмә һыуын дауаланыу өсөн ҡуллана. Уның составында көмөш бар.

«Һөйәрбикә шишмәһе» (Ҫөйәрбикә шишмәһе) тураһында легенданы ғалим Рәшит Шәкүр Ҡара Яҡуп ауылында яҙып алған («Башҡортостан» гәзите, «Йәмғиәт» бүлеге, 10.10.2015 йыл).

Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар

Ҡалатау- Ҡара-Яҡуп ауылының көньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Тау атамаһы Өфө ҡалаһын башта ошо ерҙә төҙөргә уйлағандан һуң тороп ҡалған тиҙәр. Ауыл халҡы фекеренсә, Өфө ҡалаһын шул ерҙә төҙөргә уйлағандарын, тау тирәһендә таштан төҙөлгән стеналар иҫбат итә. Ҡала һүҙе- ҡәлғә, нығытма тип аңлатыла.

Һелкәүес тауы- Ҡара Яҡуп ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан ҡалҡыулыҡ. «Һелкеүес»- ашлыҡ, ярма елгәреү өсөн киң, йәлпәк һауыт, «корытообразный лоток для провеивания крупы, зерна». Бәлки элек, хужалыҡ эштәрен ҡул менән башҡарған заманда, был тауҙа, елдә, ашлыҡ елгәргәндәрҙер тигән фекерҙәр осрай.

Йылғалар

Дим- Ҡара Яҡуп ауылы Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның Ағиҙелгә ҡойған еренән 35 км самаһы алыҫлыҡта, йылғаның көнсығыш ярында урынлашҡан. Башҡорт АССР-ы топонимдар һүҙлегендә «Дим,ҙим,сим» һүҙҙәре «йылғаның тәрән, сөм урыны» тигәнде аңлатыуы мөмкин тип яҙылған.

Ыръяҙы (Иръязы) - Ыр+яҙы, ғалимдар был атаманы боронғо төркиҙәрҙә булған Ырғыҙ (Ыр) илаһы культы менән бәйләй. Ул йән, ғүмер биреүсе ике енесле илаһ булған тип иҫәпләнә. Боронғо халыҡтарҙа ундай миҫалдар күп (мәҫәлән, Нил- ғүмер, уңыш биреүсе илаһ һ.б.)[8].«Ыр/ор» - ҡойо, соҡор һүҙе менән дә бәйләп тә аңлаталар. «Яҙы», язы- ялан, аҡлан, «поляна»[9].

  • Лоҡманов Рәүеф Рәхим улы, 1945 йылда тыуған, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе,
  • Лоҡманов Сәфәрғәли Хәким улы(1921-) лётчик,
  • Яхин Әхмәт Кинйәғәле улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Еңеү Парадында ҡатнашҡан (1945)
  • Иҫәнғолова Рәүиҙә Солтан ҡыҙы, педагог, Ҡара Яҡуп мәктәбенең директоры (-), шағирә ,"Ижади йәйғор" исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы
  • Шәрәфетдинова Резеда Миңлеғәлим ҡыҙы, йырсы
  • Памятники кара-якуповского типа в Приуралье //Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, 1975. Вып.5. Матвеева Г. И.
  • Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984. Морозов Ю. А.
  • Книга памяти Республики Башкортостан. Чишминский район, книга 19, Уфа: Китап, 1999, с.452