Эстәлеккә күсергә

Сафар (Шишмә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сафар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Шишмә районы

Координаталар

54°33′24″ с. ш. 55°13′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 257 855 001

ОКТМО коды

80 657 455 101

ГКГН номеры

0037099

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сафар (Рәсәй)
Сафар
Сафар
Сафар (Шишмә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сафар

Сафар (рус. Сафарово) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 991 кеше[1]. Почта индексы — 452151, ОКАТО коды — 80257855001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 991 489 502 49,3 50,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Мәғариф һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1883 йылда ( башҡа сығанаҡтар буйынса 1882 й.)– Сәфәр ауылында 2 комплектлы земство училищеһы асыла. Мәктәп башланғыс белем бирә ( 4 йыл); Уҡытыусы Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы Әлимғолов XIX быуат аҙағынаса ошо мәктәптә эшләй (хәҙерге Мәләүез ауылы Ҡамбулат ауылынан), уның уҡыуысылары араһынан бик күп һөнәр эйәләре сыға (уҡытыусылар, фельдшерҙар һ.б)[2].

1913 йыл– 2 класлы 7 йыллыҡ мәктәп эш башлай;

1914 йыл – ҡыҙҙар өсөн башланғыс мәктәп асыла;

1918 йыл, 16 октябрь– 1 һәм 2 баҫҡыс хеҙмәт мәктәбе булдырыла;

1930 йыл – Сәфәр мәктәбе нигеҙендә педагогия техникумы асыла;

1935 – 1936 йылдар – Сәфәр тулы булмаған урта мәктәбе тулы урта мәктәпкә әйләнә;

1945 йыл – балалар йорто асыла;

1969 йыл, 18 октябрь – мәктәптең яңы бинаһында уҡыу башлана;

2002 йыл,27 марта – Сәфәр урта мәктәбе Сәфәр ауылы муниципаль дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә;

2006 йыл – Сәфәр мәктәбе- Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы Сәфәр ауылы Урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль дөйөм урта билем биреү учреждениеһы .

  • Район үҙәгенә тиклем (Шишмә): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шишмә): 12 км
  • «Ағиҙел» журналы, 1999 йыл, 7-се, 8-се һәм 9-сы һандар, «Ал да нур сәс халҡыңа», Д. Мәһәҙиев (А.Әлимғоловтарҙың педагогик эшмәкәрлеге тураһында)