Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы | |||
| |||
---|---|---|---|
Тыуған: | 1871 йыл, 23 ғинуар Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡамбулат ауылы[1] | ||
Үлгән: | 1918, 28 сентябрь Стәрлетамаҡ районы | ||
Ерләнгән: | Стәрлетамаҡ ҡалаһы | ||
Партия: | Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт милли шураһы | ||
Белеме: | Ырымбур линейное училищеһы |
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы (23 ғинуар 1871 йыл, Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡамбулат ауылы — 28 сентябрь 1918 йыл, Стәрлетамаҡ) — күренекле уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҙнай һәм Ергән улустарының земство эшмәкәре, милләте башҡорт Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — Ғә(ғ)зимә, һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Мөхәмәтйән ҡыҙы Зәйнуллина? Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылынан (1876 — 1938, атаһы- Мөхәмәтйән Мөхәмәтрәхим улы). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланғәли Әлимғолов Ырымбурҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге Ишембай районы Аҙнай ауылында земство мәктәбендә, Шишмә районы Сафар ауылында уҡытыусы булып эшләй.1900-1910 йылдар тирәһендә Ергән волосы старшинаһы булып һайлана. Улы Арыҫланбәк тә линейное училище тамамлай. 1900—1917 йылдар тирәһендә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында земство училищеһы мөдире (директоры), уҡытыусыһы булып эшләй.
Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре 1912 йылдан башлап Өфөлә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). 1914 йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.
1917 йылда башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусылар рәтендә була. 1-се (июль, 1917 й.) һәм 2-се (август, 1917 й.) Башҡорт ҡоролтайҙарында делегат була, 1917 йылдың авгусында Башҡорт үҙәк шураһына (хөкүмәтенә) ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Петроградта Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғас, илдә Совет власы урынлаштырыла башлай. А. Әлимғолов ер эштәре буйынса Стәрлетамаҡ өйәҙ комитетының халыҡ комиссары булып һайлана.
Вафаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны 1918 йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов (Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылынан тигән фараз бар) һөйләй[2][3].
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы — ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле бер төркөм тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы, йәки шомпол менән менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай[4]. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима Мөхәмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән Аллағыуат ауылынан еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр.
Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.
1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр[5]. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә.
Контрразведка начальнигы Пылаев аҡтар менән башта Себергә, һуңынан Ҡытайға ҡаса. Тик ул бер аҙҙан ҡатынын Ҡытайҙа ҡалдырып, кескәй ҡыҙын үҙе менән алып, Рәсәйгә ҡайта. Башта ябай һалдаттар менән өс йыл төрмәлә ултырып сыға. Уны Себерҙә осраҡлы рәүештә танып, ҡулға алалар, 1925 йылда Стәрлетамаҡҡа алып киләләр һәм ҡылған яуызлыҡтары өсөн хөкөм итәләр.
Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары Искәндәр,Әнүәр,Тәлғәт һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала[6].
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫланбәк Әлимғоловтың 8 балаһы була:
- Мөҡәддәс (1897—1985) — Беренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған колхозсыһы;
- Әхнәф (1906—1970) — математика уҡытыусыһы,Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан,Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
- Искәндәр (1908—1974) — Башҡортостандың Күгәрсен районы мәктәптәрендә директор, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан,112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 294-cе кавалерия полкы элемтәсеһе. РСФСР-ҙың мәғарифы алдынғыһы.
- Гөлсөм (1912—1968) — Ҡотлобулат(Ҡама),Томансы, Һабаш ауылдарында йәшәй;
- Тәлғәт (1919—1941) — уҡытыусы, артиллерист, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була,
- Әнүәр (1917—1941)- уҡытыусы, сик буйы һаҡсыһы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була;
- Мәрйәм (1902?-1920?, Юлдаш) — йәшләй вафат булған.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2019 йылда Ишембай районы Юлдаш ауылында, Әлимғоловтар 1920-се йылдарҙа йәшәгән ауылда, Арыҫланбәк Әлимғолов иҫтәлегенә стела ҡуйылған.
- 2020 йылдың октябрь айында Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы урта мәктәбендә педагог иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. 2021 йылдың 23 ғинуарында күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог Әлимғоловтың тыуыуына 150 йыл тыуыу айҡанлы таҡтаташты асыу тантанаһы үтте.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы.
- ↑ https://sterlya.info 2019 йыл 17 сентябрь архивланған. › Стерлитамак › История
- ↑ www.ivlev.ca/dr/article/стерлитамакская-трагедия-1918-2018
- ↑ gorod-na-sterle.ru/2008/10/12/baloven-bedy/
- ↑ bibliografu.ru/archives/2796
- ↑ gorod-na-sterle.ru/2010/09/26/obelisk-na-5-verste-ufimskogo-trakta/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирские исторические предания — DsLib.net www.dslib.net › Филологические науки › Фольклористика
- за Июль 1905 года — «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная … vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=7&n_id=186
- [PDF]правительство республики башкортостан — Башкирский … https://bspu.ru/files/10424
- Улица моего прадеда | Стерлитамакский рабочий — новости … 2017 йыл 11 июль архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
- ЦГАООРБ. Ф. 1832. On,4. Д. 171. Л. 1-23. Копия. Машинопись. ДОКУМЕНТЫ (ПОСТАНОВЛЕНИЯ, РЕЗОЛЮЦИИ, РЕШЕНИЯ И ДРУГОЕ) II ОБЛАСТНОГО СЪЕЗДА БАШКИР (№ 21-28)г. Уфа 25-29 августа 1917 г. № 21. О национально-культурной автономии
- «Ағиҙел» журналы, 1999 йыл, 7,8,9 һандар, «Ал да нур сәс халҡыңа», Д. Мәһәҙиев, (аталы-уллы уҡытыусы Әлимғоловтарҙың халыҡ алдындағы хеҙмәтен ҙурлап баһалай)