Әлимғолов Әхнәф Арыҫланбәк улы
Әлимғолов Әхнәф Арыҫланбәк улы (28.05.1904,Мәләүез районы,Ҡанбулат ауылы- 1980, Үзбәк ССР-ы, Андижан өлкәһе, Айым ҡасабаһы)— педагог, Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, өлкән лейтенант.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғаиләһе, бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхнәф Әлимғолов 1904 йылдың 28 майында земство мәктәбе уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Уның олатаһы Арыҫланғәли Ғәләүетдин улы Әлимғолов та земство мәктәптәре уҡытыусыһы була. Тыуған урыны хәҙерге Мәләүез районы Ҡамбулат ауылы тип күрһәтелә, ысынында иһә был ваҡытта уның атаһы Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы хәҙерге Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында земство мәктәбендә эшләй. Башҡорт халҡының аҫаба ерҙәрендә рәсми теркәлеүе ғәҙәти хәл була, сөнки Әлимғоловтарҙың тыуған ауылы- Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡамбулат ауылы. Әсәһе- Фатима Мөхәмәтйән Мөхәмәтрәхим ҡыҙы- Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылынан, хәҙер был ауыл урыны нефтехимия гиганты Салауаторгсинтез предприятиеһы биләмәләренә инә.
Арыҫланбәк Әлимғолов ғаиләһендә тыуған ундан артыҡ баланың етәүһе (биш малай, ике ҡыҙ) иҫән ҡала. Арыҫланбәк Әлимғолов тирә яҡты, башҡорт фольклорын өйрәнеүсе булараҡ та таныла, уның мәҡәләләре «Вестник Оренбургского учебного округа» журналында ла баҫылып сыға. Башҡортостан тарихына ул Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ та инеп ҡалған.
Әхнәф, уның ағаһы Мөҡәддәс, ҡустыһы Искәндәр һәм апаһы Мәрйәм Ҡара Яҡуп земство мәктәбен тамамлай. Мәрйәм был мәктәптә уҡыған берҙән-бер ҡыҙ бала була.
1917 йылда батша ҡолатылып, донъялар бутала башлағас, Әлимғоловтар тыуған яҡтарына- Ҡамбулат ауылына ҡайта. Бында ла Әлимғоловтар балалар уҡыта.
1918 йылда Граждандар һуғышы башлана, Башҡортостан бер нисә тапҡыр аҡтар, йәки ҡыҙылдар ҡулына күсә. 1918 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ өйәҙе чех ғәскәрҙәре һәм аҡтар ҡулында ҡала, бығаса күрелмәгән аяуһыҙ террор башлана. Арыҫланбәк Әлимғоловты казактар Стәрлетамаҡҡа төрмәгә итеп яба, уны бик ҡаты язалайҙар. Үҫмер малай Әхнәф әсәһенең ҡушыуы буйынса йыш ҡына атаһының хәлен белергә йөрөй, уға аҙыҡ, кейем илтә. Сентябрь аҙағында бер барғанында атаһын саҡыра, ләкин атаһы уға яуап бирмәй. Әхнәф атаһының инде юҡ ителгәнен аңлап, илай-илай ауылға ҡайтып китә.
1919 йыл башында ҡустыһы Тәлғәт тыуа, шул уҡ йылда олатаһы- казактар тарафынан ҡаты туҡмалған ҡарт уҡытыусы Арҫланғәли Әлимғолов үлеп китә. Әсәһе Фатима Рәхимйән ҡыҙы береһенән- береһе бәләкәй балалар менән ҡала. Мөҡәддәс менән Әхнәф Әлимғоловтар уҡытыусы булып эшләй башлай. Мәрйәм апаһы йәшләй генә үлеп китә. Гөлсөм, Әнүәр һәм Тәлғәт Стәрлетамаҡта балалар йортона китә, унан малайҙар Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлай.
Үзбәкстанда. Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдар тирәһендә Әхнәф Әлимғолов Ҡазан ҡалаһына китә һәм 1935 йылда Ҡазан университетының физика-математика факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда уны ҡатыны Саимә менән Үзбәкстандың Фирғәнә (һуңыраҡ Андижан өлкәһе) өлкәһенә эшкә ебәрәләр. Әхнәф Әлимғоловты 24-се мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр[1]. Йәш ғаилә Андижан ҡалаһында ятаҡта йәшәй. Эҫе климатҡа яраҡлашып китеүе еңелдән булмай. Бер аҙҙан улдары Эрик маляриянан үлеп китә. Һуғышҡа тиклем уларҙың тағы өс балаһы тыуа. Юғары белемле уҡытыусылар етешмәй, Саимә Әлимғоловаға балалар ҡарап, өйҙә ултырыу урынына мәктәптә эшләргә тура килә. Уҡытыусылар өй бөрөнсә йөрөп, ата-әсәләргә уҡыу кәрәклеген аңлатып, балаларын уҡырға ебәрергә өндәй. Әхнәф Әлимғолов район мәғариф булеге мөдире, компартия райкомы секретары урынбаҫары итеп тә тәғәйенләнә.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Документта хәрби хеҙмәткә Ә.Әлимғолов 15.11.1933 саҡырылған, 1952 йылға тиклем хәрби учетта торған тип яҙылған. 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына [2](34-се бит).
Хеҙмәт иткән частары[3]:
45 ап САВО (Среднеазиатский военный округ) , 120 оминдн 93 осбр САВО , 376 сп 45 зсбр СталФ (Сталинград фронты) , 70 сп 62 А СталФ, 374 сп ПриВО(Приволжский военный округ).
Хәрби хеҙмәт картотекаһы буйынса тағы яҙыуҙар:
70 гвардейский стрелковый полк 24 гвардейской стрелковой дивизии
45 гвардейский артиллерийский полк 19 гвардейской стрелковой дивизии
374 стрелковый полк 128 стрелковой дивизии
376 стрелковый полк 220 стрелковой дивизии
120 отдельный минометный дивизион
1943 йылдың июлендә фронтта, 62-се армия составында һуғышҡанда аяғы ҡаты йәрәхәтләнә, һәм ул Ишембай ҡалаһында 3-сө мәктәп бинаһында урынлашҡан госпиталдә дауалана. Туғандары уны хәлен белергә килеп йөрөй.
1943 йылда Ә.Әлимғолов өлкән лейтенант званиеһында запасҡа сығарыла Һәм Үзбәкстанға ғаиләһе янына китә. 1970 йылдар уртаһына тиклем ул балалар уҡыта, мәктәп директоры була. Мәғариф өлкәһендәге ҙур хеҙмәттәре өсөн уға Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.
1980 йылда ул ҡаты сирҙән һуң, фронтта алған йәрәхәттәре асылып, Үзбәкстанда, Андижан ҡалаһы янындағы Айым ҡасабаһында вафат була.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрик (1935—1936), Айрат (1937), Ринат (1939), Рәфғәт (1941), Фатима (19.04.1947), Венера (19.04.1947).
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Медаль «За боевые заслуги» (12.05.1968)
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» (1945)
Медаль «За трудовую доблесть» (26.11.1954)
Медаль «20 лет Победы над Германией» (7.05.1965)
Медаль «50 лет Вооружённых сил СССР» (26.12.1967)
Үзбәкстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (19)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беседа с депутатом Уфимского горсовета А.Зубаировым 2023 йыл 17 апрель архивланған.
Водийнома 1/2019. Андижан 1941-1945 йылдарҙа 34-се бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Школа № 24 г. Андижана
- ↑ Андижан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
- ↑ [ https://pamyat-naroda.ru/heroes/?last_name=%D0%90%D0%BB%D0%B8%D0%BC%D0%B3%D1%83%D0%BB%D0%BE%D0%B2&first_name=%D0%90%D1%85%D0%BD%D0%B0%D1%84&group=all&types=pamyat_commander:nagrady_nagrad_doc:nagrady_uchet_kartoteka:nagrady_ubilein_kartoteka:pdv_kart_in:pdv_kart_in_inostranec:pamyat_voenkomat:potery_vpp:pamyat_zsp_parts:kld_ran:kld_bolezn:kld_polit:kld_upk:kld_vmf:kld_partizan:potery_doneseniya_o_poteryah:potery_gospitali:potery_utochenie_poter:potery_spiski_zahoroneniy:potery_voennoplen:potery_iskluchenie_iz_spiskov:potery_kartoteki:potery_rvk_extra:potery_isp_extra:same_doroga&page=1&grouppersons=1 Память народа. Алимгулов Ахнаф Арсланбекович ]