Эстәлеккә күсергә

Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлегенә Тарихи Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Боронғо донъя һәм Урта быуат ҡалалары керә. Исемлек ике бүлектән тора: беренсе бүлеккә яҙма сығанаҡтар буйынса билдәле булған ҡалалар инә, ә икенсе бүлеккә археология мәғлүмәттәре буйынса билдәле булған торамалар һәм ҡаласыҡтар керә. «Боронғо ҡала» хәҙерге ҡала төшөнсәһенә тап килмәй. Исемлектә ҡалалар билдәләнгән йәше буйынса теҙелгән. Төрлө атамалы булыуына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ҡалалар исемлектә күрһәтелгән башҡа бер ҡала менән тап килеүе мөмкин.

Яҙма сығанаҡтар буйынса билдәле булған ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АтамаһыТасуирламаСығанаҡХәҙерге урынлашыуы
Башҡорт/Өфө-IIАрхеологик ҡаҙылмалар буйынса беҙҙең эраның V быуатынан билдәле. Ҡайһы бер боронғо карталарҙа һәм яҙмаларҙа телгә алынған ҡала.Археологик ҡаҙылмалар,
Ибн Халдун,
Пициганиҙар картаһы,
Каталон атласы,
Меркатор картаһы,
Рычков
Хәҙерге Өфө ҡалаһы
Оло Багур/БашғурҠәлғә менән башҡорттарҙың хакимы Ҡарашит идара иткән, ул Уғыҙ хан менән һуғышҡан, унан еңелгән һәм уға яһаҡ түләргә вәғәҙә биргән.«Уғыҙнамә» дастаны,
Рәшит әт-Дин,
Әбү әл-Ғази
Фараз буйынса Башҡорт/Өфө ҡалаһына тура килә
ГурханҘур һәм төҙөк ҡала, яҡын тирәлә ер эшкәртелә. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһының төньяғында, Немжан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта, ә Ҡараҡыя ҡалаһынан йылға буйлап — 8 көн, ҡоро юл буйлап — 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Йылға буйлап сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килә. Ҡалала көндәлек ҡулланылған әйберҙәр, шул иҫәптән кәсеп әйберҙәре һәм сәнғәт өлгөләре, шулай уҡ башка төрки илдәрҙә ише күренмәгән күркәм һәм сифатлы эйәрҙәр һәм ҡоралдар эшләнә. Бында Асҡунья батша хакимлыҡ итә, уның күп һанлы ғәскәре, ҡоралы, бихисап ҡәлғәләре булған.ИҙрисиФараз буйынса Башҡорт/Өфө ҡалаһына тура килә
Немжан/МинжанБәләкәй сәскә атыусы ҡала. Бында төрки хаким идара итә, уларҙа ябай халыҡҡа һәм аҡһөйәктәргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәт арҡаһында атаһынан улына власты тапшырыу традицияһы өҙөлмәй. Был ҡала Суҡан (Яйыҡ) йылғаһы буйында, Гурхан ҡалаһынан 8 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡаланан көнсығышҡа табан һуҙылған Аржика тауҙарында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Бында күп баҡыр сығаралар һәм уны Хәрәзмға, Шаш иленә һәм уғыҙҙарҙың яҡын тирәләге өлкәләренә алып баралар. Шулай уҡ ҡаланан йылға буйлап Каспий диңгеҙе буйында һәм Дайламда юғары хаҡҡа һатыр өсөн төлкө һәм ҡондоҙ тиреләрен сығаралар. Ҡалала керамика әйберҙәрен, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм оҙаҡ һаҡланыусы көршәктәр яһала. Суҡан йылғаһы ярҙарында төрлө төҫтәге аҫылташтар осрай, улар араһында лазуриттар бихисап. Йылғала балыҡтарҙың һәм йыландарҙың бер нисә төрҙәре йәшәй, ҡала кешеләренең төп аҙығы балыҡ булған. Тотолған балыҡтарҙың ҙур өлөшөнә тәмләткестәр, тоҙ һибәләр һәм үҙ караптарына тейәп (Суҡан/Яйыҡ йылғаһы—Хәзәр/Каспий диңгеҙе—Иҙел/Волга йылғаһы буйлап) уларҙы Хазар ҡағанлығының баш ҡалаһы Иҙелгә алып барып һаталар.ИҙрисиФараз буйынса хәҙерге Орск ҡалаһы тирәһендә
ҠараҡыяАғас ҡаралтылары һәм кейеҙ тирмәләре булған матур ҡала. Андхара (Ашҡаҙар) йылғаһы буйында, Гурхан ҡалаһынан йылға буйлап — 8 көн, ҡоро юл буйлап — 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡалаға йыш ҡына болғарҙар һөжүм итә, улар борон-борондан бер-береһе менән һуғышҡандар. Болғарҙарҙың ерҙәре ҡаланан 16 көн алыҫлыҡта урынлашҡан.ИҙрисиФараз буйынса хәҙерге Стәрлетамаҡ ҡалаһы тирәһендә
Ҡазира/Ҡастра/ҠастрБәләкәй ҡала. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһын ҡушылдығы буйында урынлашҡан. Сауҙагәрҙәр бында һирәк була. Бында бер кемдә булмаған, сөнки урындағы халыҡ уларҙың иле аша үтергә теләгән сит ил кешеләрен үлтерәләр.ИҙрисиФараз буйынса хәҙерге Бөрө ҡалаһы тирәһендә
Мазира/Масра/МастрБәләкәй ҡала. Иҙел (Ағиҙел) йылғаһын ҡушылдығы буйында урынлашҡан. Сауҙагәрҙәр бында һирәк була. Бында бер кемдә булмаған, сөнки урындағы халыҡ уларҙың иле аша үтергә теләгән сит ил кешеләрен үлтерәләр.ИҙрисиФараз буйынса Мәрмәр/Аҡташ/Охлебинино-II ҡалаһына тура килә
Табын/ТабуниКама һәм Иртыш йылғалары араһында урынлашҡан ҡала, Табын ханлығының үҙәге. Иҙрисиның картаһында (XII) Волга буйы Болғарынан төньяҡ-көнсығышҡа табан билдәләнгән һәм яҙмаларында уның составында тип күрһәтелгән. Ҡала тау башында урынлашҡан һәм уңдырышлы баҫыуҙар менән торамалар менән уратылған.Иҙриси
БиләрУрта быуат Европаһының иң ҙур ҡалаларының береһе, Волга буйы Болғарының һәм Алтын Урҙаның баш ҡалаһы. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ҡалаға башҡорт ҡәбиләләре нигеҙ һалған.Археологик ҡаҙылмалар,
башҡорт шәжәрәләре,
Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди
Аҡташ/Охлебинино-IIАрхеологик ҡаҙылмалар буйынса беҙҙең эраға тиклем IV быуатынан билдәле. Волга-Урал төбәгендә иң ҙур археологик ҡаласыҡтарының береһе (майҙаны — 25 гектар).Археологик ҡаҙылмалар,
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Эҫем йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында
МәрмәрКарталарҙа Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан, ҙур әһәмиәтле ҡала булараҡ билдәләнгән.Пициганиҙар картаһы,
Каталон атласы
Фараз буйынса Аҡташ/Охлебинино-II ҡалаһына тура килә
АҡтүбәНуғай Урҙаһы хакимы Басман Һаҡмар йылғаһы Яйыҡҡа ҡойған урын янындағы тауҙа ҡалаға нигеҙ һалған һәм Аҡтүбә тип атаған.«Сыңғыҙнамә»,
Рычков
Хәҙерге Ырымбур ҡалаһына тура килә

Археологик торамалар һәм ҡаласыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
АтамаһыДатировкаһыУрынлашыуыАрхеологик мәҙәниәте
МуллаБ.э.т. 100—40 мең йылБашҡортостан Октябрьский ҡалаһы территорияһындаАғиҙел, Ананьин
АрҡайымБ.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башыСиләбе өлкәһе Бреды районы Александровка ҡасабаһы янындаҺынташты
ҺынташтыБ.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡтың беренсе сирегеСиләбе өлкәһе Рымникский ҡасабаһы янындаҺынташты
БерсуатБ.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башыСиләбе өлкәһе Наследницкий ҡасабаһы янындаҺынташты
ҠуйсаҡБ.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ — 2‑се мең йыллыҡСиләбе өлкәһе Еңгәй ҡасабаһы янындаҺынташты
Устье IБ.э.т. XX—XVII быуаттарСиләбе өлкәһе Горный ҡасабаһы янындаҺынташты, Петровка, Алакүл, Бура
ТаналыҡБ.э.т. XX—XVII быуаттарБашҡортостан Хәйбулла районы Хворостянка ауылы янындаАлакүл, Бура, Абаш, Черкаскүл
ТорналыБ.э.т. 1-се йыллыҡтың башы, б.э. XIII—XV быуаттарБашҡортостан Салауат районы Торналы ауылы янындаГорохов
БаланбашБ.э.т. 1-се йыллыҡтың икенсе яртыһыБашҡортостан Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындаАбаш
БөрөБ.э.т. VIII — б.э. VIII быуаттарБашҡортостан Бөрө ҡалаһы янындаАнаньин, Бахмут, Ҡара Абыҙ, Кушнаренко
Иткүл IБ.э.т. VII—VI быуаттарСиләбе өлкәһе Дауыт ауылы янындағы Иткүлдең төньяҡ ярындаИткүл, Межа
СаруаИртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттарБашҡортостан Бөрө районы Саруа ауылы янындағы Ҡалатау түбәһендәБахмут, Пьяный Бор
КамышинкаБ.э.т. VI — б.э. VII быуаттарБашҡортостан Бөрө районы Камышинка ауылы янындаАнаньин, Бахмут, Ҡара Абыҙ
КәкрекүлБ.э.т. VI — б.э. VIII быуаттарБашҡортостан Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы янындаАнаньин, Пьяный Бор, Бахмут
ТриколБ.э.т. VI—IV быуаттарБашҡортостан Илеш районы Гремучий Ключ ауылы янындаАнаньин
ЮлдашБ.э.т. 1‑се мең йыллыҡ уртаһы — б.э. 1‑се мең йыллыҡ уртаһыБашҡортостан Илеш районы Үрге Юлдаш ауылы янындаАнаньин, Пьяный Бор, Мазунин
КасьяновБ.э.т. V—III быуаттарБашҡортостан Ғафури районы Ҡормантау ауылы янындаҠара Абыҙ
Яңы ҠабанБ.э.т. V — б.э. III быуаттарБашҡортостан Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы янындаАнаньин, Пьяный Бор, Бахмут
ӘнәсБ.э.т. V—IV — б.э. II быуаттарБашҡортостан Илеш районы Әнәс ауылы янындаАнаньин, Пьяный Бор
Торатау ҡаласығыБ.э.т. IV — б.э. VII быуаттарБашҡортостан Краснокама районы Баҫҡытау ауылы янындаАнаньин, Пьяный Бор, Бахмут
Ҡара АбыҙБ.э.т. IV — б.э. VII быуаттарБашҡортостан Благовещен ҡалаһы янындаҠара Абыҙ, Бахмут
АбдуллаБ.э.т. IV—III быуаттарБашҡортостан Мәсетле районы Абдулла ауылы янындаГорохов
ТабынБ.э.т. IV—III быуаттарБашҡортостан Ғафури районы Табын ауылы янындаҠара Абыҙ
Шайтан/Өфө IБ.э.т. IV—III быуаттарБашҡортостан Өфө ҡалаһы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы территорияһындаҠара Абыҙ
БиктимерБ.э.т. IV—III быуаттарБашҡортостан Бөрө районы Яңы Биктимер ауылы янындаҠара Абыҙ
НуғайБ.э.т. IV—II быуаттарБашҡортостан Өфө ҡалаһы Нуғай ауылы янындаҠара Абыҙ
СерёнькинБ.э.т. II — б.э. III быуаттарБашҡортостан Илеш районы Гремучий Ключ ауылы янындаПьяный Бор
ТоратауБ.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се яртыһы, VIII—IX быуаттар, XIII—XIV быуаттарБашҡортостан Торатау шиханы түбәһендәҠараяҡуп, Сейәлек
Иҫке Мошто/ҠыҙҡалатауIII—IV быуаттарБашҡортостан Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы янындаАнаньин, Бахмут
Өфө IIIV—XVI быуаттарБашҡортостан Өфө ҡалаһыБахмут, Ҡараяҡуп, Турбаҫлы
ЙомаҡайIV—VII быуаттарБашҡортостан Борай районы Йомаҡай ауылы янындаБахмут
БаръяҙыV—VII быуаттарБашҡортостан Ҡалтасы районы Баръяҙы ауылы янындаБахмут
ЙөгәмешV—VII быуаттарБашҡортостан Яңауыл районы Йөгәмеш ауылы янындағы Ҡалатау түбәһендәБахмут
ҠаҙаҡларV—VII быуаттарБашҡортостан Дүртөйлө районы Ҡаҙаҡлар ауылы янындаБахмут
ИмәндәшVII—XII быуаттарБашҡортостан Ғафури районы Имәндәш ауылы янындаҠараяҡуп, Кушнаренко, Турбаҫлы
Иҫке Ҡалмаш/Ҡала-ТауVII—IX быуаттарБашҡортостан Саҡмағош районы Болғар ауылы янындаҠараяҡуп, Кушнаренко
ТаптыковVII—VIII быуаттарБашҡортостан Өфө районы Таптыков ауылы янындаҠараяҡуп
ҠараяҡупVIII—IX быуаттарБашҡортостан Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы янындаҠараяҡуп
СуҡраҡлыVIII быуаттың икенсе яртыһы — IX быуатБашҡортостан Шишмә районы Суҡраҡлы ауылы янындаҠараяҡуп
Берек-АлғаXIV быуатБашҡортостан Бәләбәй районы Берек-Алға ауылы янында