Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме
Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме — башҡорт телен, башҡорт мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, башҡорт халҡын һәм уның тарихын өйрәнеүсе фән тупланмаһы.
Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме үҙ эсенә этногенезды, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, был дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһын, башҡорттарҙың рухи мәҙәниәтен һ.б. өйрәнеүҙе ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме Урта быуаттарҙың Бәлхи, Әхмәт ибн Фаҙлан, Иҙриси, Мәсүди, Мәхмүт Ҡашғари, Плано Карпини, Рәшит әт-дин, В. Рубрук, С. Тәржемән, Юлиан, Яҡут кеүек авторҙарына, башҡорт шәжәрәләренә, фольклор ҡомартҡыларына, археологик экспедициялар, генетика, этнология, фольклористика материалдарына таяна.
Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменә XVIII быуатта нигеҙ һалына. 1768—1874 йылдарҙағы Академик экспедициялар[1] барышында Башҡортостан географияһы, климаты, башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте һәм йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре өйрәнелә. И. Г. Георги, Петер Симон Паллас, И. И. Лепёхин, В. В. Радлов, С. У. Ремезов, С. Соммье, Ф. И. Страленберг, В. Н. Татищев, В. М. Флоринский һ.б. тикшеренеүселәр башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменә ҙур өлөш индергәндәр. Башҡорттарҙың тарихы, топографияһы, хужалығы, көнкүреше, менталитеты һәм халыҡтың ышаныуҙары буйынса күп мәғлүмәт этнограф П. И. Рычковтың «Топография Оренбургской губернии»[2] исемле хеҙмәтендә баҫылып сыҡҡан.
XIX быуаттан алып башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменең үҙәген башҡорт телен һәм алфавитын өйрәнеү биләй. Русса-башҡортса һәм башҡортса-русса һүҙлектәр донъя күрә[3]. Был осорға шулай уҡ М. Ивановтың, М. Биксуриндың («Башланғыс ҡулланма…», төп нөсхәһендә «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами, расположенными по предметам, разговорами и прописями», 1859), В. Катаринскийҙың («Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлек» (урыҫ. «Краткий русско-башкирский словарь»), 1893; «Башҡортса-русса һүҙлек», (урыҫ. «Башкирско-русский словарь» 1899) һ. б. баҫмалары ҡарай. 1892 йылда башҡорттар өсөн урыҫ алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба баҫылып сыға (1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабатлап баҫтырыла). 1907 йылда А. Г. Бессоновтың «Башҡорттар өсөн әлифба» (урыҫ. «Букварь для башкир»), Н. Ф. Катановтың «Башҡорт теле өсөн алфавит» (урыҫ. «Азбука для башкирского языка»), 1912 йылда М. С. Ҡулаевтың «Башҡорттар өсөн өн әйтелеше һәм әлифба нигеҙҙәре» (урыҫ. «Основы звукоподражания и азбука для башкир») һ.б. хеҙмәттәр донъя күрә[4].
XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Н. А. Аристов, В. И. Даль, Р. Г. Игнатьев, М. В. Лоссиевский, П. И. Небольсин, Д. П. Никольский, С. И. Руденко, С. Г. Рыбаков, И. С. Попов, В. И. Филоненко[5] һ. б. ғалимдар тарафынан башҡорт халҡының антропологияһы, тарихы, этнографияһы һәм фольклоры һәр яҡлап өйрәнелә башлай. Этнолог С. И. Руденко «Башҡорттар: Тарихи-этнографик очерктар» (урыҫ.«Башкиры: Историко-этнографические очерки») монографияһын баҫтырып сығара, ә тел ғилеме белгесе Н. К. Дмитриев беренсе академик «Башҡорт теленең грамматикаһы»н (урыҫ. «Грамматика башкирского языка») яҙа[2]. Был осорға М. Өмөтбаев, Р. Ф. Фәхретдинов, Ю. С. Бикбов һ. б. кеүек башҡорт зыялыларының хеҙмәттәре лә ҡарай.
1922 йылда Башҡорт АССР-ның Наркомпросында Академик үҙәк ойошторола. Уның төп бурысы башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙән ғибәрәт була. Шул уҡ йылда Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте ойошторола. Унда Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Вилданов, Х. Ғ. Ғәбитов, Г. И. Комиссаров, С. Ғ. Мерәҫов, П. А. Петров-Туринге, Р. Ф. Фәхретдинов һ.б. эшләй. Шулай уҡ В. В. Бартольд, М. Ғафури, Ә. Ә. Диваев, С. И. Руденко һ.б. йәмғиәттең хөрмәтле ағзалары, ә И. Т. Таһиров, Ш. Х. Сөнчәләй һ.б. — рәйесе булалар. Йәмғиәт «Башҡортса тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтығы»н, «Башҡорт аймағы», «Белем» журналдарын һ.б. баҫтырып сығара.
ХХ быуатта фәндең үҫешеүендә Башҡорт дәүләт университеты (1909 йыл), Башҡорт педагогия университеты (1967), Өфө сәнғәт институты (1968) кеүек юғары уҡыу йорттарының асылыуы булышлыҡ итә.
1932 йылда Милли мәҙәниәт башҡорт ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалына, ул 1951 йылда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) тип үҙгәртелә.
Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменә Ә. Вәлиди Туған, Әбделҡадир Инан, Б. Э. Нольде, Ғ. Ғ. Таған һ. б. тос өлөш индерә. Шулай уҡ башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменең ҡайһы бер мәсьәләләре Венгрия, Германия, Төркиә, Финляндия, Франция, АҠШ (Т. Байкара, Ф. Бергдольт, И. Вашари, А. Донелли, Э. Карр, М. Кемпер, Х. Малик, Д. Месарош, П. Паскаль, Д. Петерс, Р. Портал, В. Проле, М. Рясянен, А. Франк, И. Эрдейи) ғалимдарының, үҙебеҙҙең Н. К. Дмитриев, Ғ. Б. Хөсәйенов, Т. М. Ғарипов һ.б. кеүек шәхестәребеҙҙең хеҙмәттәрендә яҡтыртыла.
Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеменең проблемалары Биохимия һәм генетика институттарында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә һ. б. өйрәнелә.
Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы.
- Археология һәм этнография музейы (Өфө).
- Башҡортостан Республикаһының Н. Лотфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы.
- Башҡортостан Республикаһының милли әҙәбиәт музейы.
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
- Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- Стәрлетамаҡ тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- Силәбе өлкәһе тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме буйынса мәғлүмәт «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы хәбәрҙәре»[6], «Йәдкәр»[7], «Башҡортостан Республикаһы»[8] гәзитендә һ. б. баҫыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Академические экспедиции 18 века
- ↑ 2,0 2,1 Фархшатов М. Н., Хисамитдинова Ф. Г. Башкироведческая наука.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 293. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Бельские просторы
- ↑ Галяутдинов И. Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в XIX — начале XX вв // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ ФИЛОНЕНКО Виктор Иосифович — Культура народов Башкортостана, posredi.ru
- ↑ Журнал «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» 2014 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ «Ядкяр»
- ↑ Газета «Республика Башкортостан». 2011 2020 йыл 3 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аглиуллина К. И. Региональная энциклопедистика // Мир библиогр. — 2012. — № 4. — С. 45-47.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- История Башкортостана. 1917—1990-е годы. Колл. труд в 2-х т. Т.1. 1917—1945. Уфа: Гилем, 2004. 400 с.
- Башкиры в Башкортостане в ХХ столетии: исторические очерки. Колл. монография. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2009. 304 с.
- Башкирика: Моносборник избранных работ по башкироведению и тюркологии. Уфа: БГПУ, 2004
- Малоизвестные источники по истории женского движения в Башкортостане в начале ХХ в. // Башкироведение: сборник статей. Уфа, 2004. «Башкироведение». Уфа: «Китап» 2005.
- Труды Н. К. Дмитриева по башкироведению. Ред. Гарипов Т. М. // Вопросы башкирской филологии. М., 1959.
- Галяутдинов И. Г., Хисамитдинова Ф. Г. Башкироведение.// Статья в Башкирской энциклопедии. 2014 йыл 29 ноябрь архивланған. (баш.)(баш.)
- Фархшатов М. Н., Хисамитдинова Ф. Г. Башкироведческая наука.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 291—298. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Венгерский журнал опубликовал статью о башкирах. ИА «Башинформ», 9 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2022)
- https://www.bashkortostan.ru/ 2020 йыл 26 ноябрь архивланған.
- http://bashkort450.on.ufanet.ru/bashkultura.htm 2016 йыл 5 март архивланған.