Эстәлеккә күсергә

Иоганн Готлиб Георги

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Георги Иоганн Готлиб битенән йүнәлтелде)
Иоганн Готлиб Георги
нем. Johann Gottlieb Georgi
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Швеция
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 декабрь 1729({{padleft:1729|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[3][4] или 31 декабрь 1729 (11 ғинуар 1730)[5]
Тыуған урыны Konarzewo[d], Карнице[d], Грыфицкий повят[d], Западно-Поморское воеводство[d], Польша
Вафат булған көнө 27 октябрь (8 ноябрь) 1802[4][5] (72 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2]
Һөнәр төрө химик, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, географ, орнитолог, университет уҡытыусыһы, ботаник, минералог, аптекарь
Эшмәкәрлек төрө ботаника, этнография, химия, Минералогия, география[6] һәм фармация[d][6]
Эш урыны Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Уппсала университеты[d]
Ойошма ағзаһы Леопольд Академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы, Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Пруссия фәндәр академияһы[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Эстонский художественный музей[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Иоганн Готлиб Георги Викимилектә

Георги Иоганн Готлиб (Бенц Йохан), Рәсәйҙә шулай уҡ Георги Иван Иванович кеүек билдәле (нем. Johann Gottlieb Georgi; 31 декабрь 1729, Ваххольцхаген ауылы / Померания — 27 октябрь (8 ноябрь1802, Санкт-Петербург) — немец табибы, химик, натуралист, этнограф, сәйәхәтсе, минералогия профессоры һәм Император Фәндәр һәм художество академияһы академигы

Георги Иоганн Готлиб 1729 йылдың 31 декабрендә рухани ғаиләһендә тыуған. Уппсала университетын тамамлаған (Швеция), унда Карл Линнейҙа уҡыған. Медицина докторы дәрәжәһен ала һәм фармацевт булып эшләй.

Рәсәйгә Император фәндәр һәм художество академияһы саҡырыуы буйынса 1770 йылда килә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1768 йылда[7]).

Палластың «Физик экспедицияһында» ҡатнаша, Волга буйы, Урта һәм Көньяҡ Урал яны, Көнбайыш Себер, Байкал яны, Даурия, Адъюнктты тикшереү менән шөғөлләнә (1776 йылдан алып), Фәндәр академияһы академигы (1783 йылда һайлана).

1772 йылда Георги дюймда 10 саҡрым күләмендә Байкал картаһын төҙөй (1:420 000). Беренсе булып күлдең тектоник килеп сығышы тураһында фаразын әйтә[8][9]. Байкал яны тәбиғәтен өйрәнеп, ғалим уның флора һәм фаунаһын ентекле һүрәтләй (шул иҫәптән байкал омуле тураһында тәүге тасуирлама бирә), һирәк үҫемлектәрҙең гербарийын йыя,Байкалда балыҡ кәсептәре тураһында мәғлүмәт бирә[10].

Экспедицияла Георги тарафынан минералдар коллекцияһын (371 штуф) училищеларҙың Төп идаралығы ала һәм был коллекция Санкт-Петербург университетының минералогия кафедарһының буласаҡ музейы нигеҙенә ята.

Георгиның этнографик тикшеренеү һөҙөмтәһе булып Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙы ентекле һүрәтләүе тора. Был хеҙмәте 1776—1780 йылдарҙа Санкт-Петербургта немец телендә «Beschreibung aller Nationen des Russischen Reichs, ihrer Lebensart, Religion, Gebräuche, Wohnungen, Kleidung und übrigen Merkwürdigkeiten» исеме аҫтында баҫылып сыға («Рәсәй дәүләтендә бөтә халыҡтар, уларҙың көнкүреше, дине, ғөрөф-ғәҙәттәре, торлаҡтары, кейем-һалымдары һәм башҡа айырмалыҡтарын һүрәтләү»). Өлөшләтә ул рус теленә тәржемә ителә һәм «Описание всех в Российском государстве обитающих народов, также их житейских обрядов, вер, обыкновений, жилищ, одежд и прочих достопамятностей» исеме аҫтында баҫылып сыға. Был эш Рәсәйҙең беренсе этнографик йыйылма һүрәтләнеше була. Екатерина II Георгиның хеҙмәттәрен юғары баһалай. уға алтын тәмәке һауыты бүләк итә, был бик маҡтаулы һанала, һәм һүрәтләүҙәрҙе «кабинет иҫәбенә, әммә автор файҙаһына» баҫтырып сығарырға ҡуша. Иоганн Готлиб Георги «Рәсәй дәүләтендә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙы тасуирлау» («Описание всех обитающих в Российском государстве народов») хеҙмәтендә белорус милли кейеме һәм башҡа милли кейемдәр тураһында яҙған. [11]

Санкт-Петербургта Георги Васильев утрауында М. В. Ломоносов тарафынан ойошторолған беренсе химия лабораторияһында тикшеренеүҙәр үткәрә. Бында ла ул үҙен фән өлкәһендә төрлө яҡлап күрһәтә: Санкт-Петербург губернаһының флораһының һәм ҡаланың тасуирламаһын төҙөй. Георгиның «Описание российско-императорского столичного города Санкт-Петербурга и достопримечательностей в окрестностях оного, с планом 1794—1796» китабы 1790 йылда немец телендә сыға. 1793 йылда Ригала икенсе баҫмаһы барлыҡҡа килә. Рус теленә тәржемә Санкт-Петербургта 1794 йылда башҡарыла. Был хеҙмәт —Санкт-Петербургҡа арналған төп баҫмаларының береһе.

Георги исеме менән К. Л. Вильденов астралылар ғаиләһенән Георгина (Dahlia) үҫемлеген атай[12].

Төп баҫма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Johann Gottlieb Georgi. Reisen durch verschiedene Provinzen des Russ. Reichs (1771—1777).
  • Johann Gottlieb Georgi. Beschreibung aller Nationen des Russischen Reichs, ihrer Lebensart, Religion, Gebräuche, Wohnungen, Kleidung und übrigen Merkwürdigkeiten. — Санкт-Петербург: Müller, 1776—1780. (2-е изд., Лейпциг, 1782) (урыҫ варианты: Иоганн Готлиб Георги. . — Санкт-Петербург, 1776—1777. (2 изд: Санкт-Петербург, 1779)); Хәҙерге баҫма — Иоганн Готлиб Георги. Описание всех обитающих в Российском государстве народов, их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, упражнений, забав, вероисповеданий и других достопамятностей. — М.: Русал китапханаһы, 2007. — 128 б.
  • Георги И.Г. Описание российско-императорского столичного города Санкт-Петербурга и достопримечательностей в окрестностях оного, с планом 1794 - 1796. — СПб.: Лига, 1996. — 528 с. — ISBN 5-88663-003-1. — немец телендә 1790 йылда сыҡҡан, икенсе баҫмаһы — Ригала (1793), рус теленә тәржемә ителеп, Санкт-Петербургта 1794 йылда баҫылып сыҡты.
  • Geographisch-physikalische und Naturhistorische Beschreibung des Russischen Reiches в 9 томах с чертежами. Кенигсбергта сыға (1797—1802).
  • Johann Gottlieb Georgi. Bemerkungen einer Reise im Russischen Reich 1772—1774. — St. Petersburg: Kaiserl. Academie der Wissenschaften, 1775. — 1772—1774 йылдарҙа Рәсәй империяһы буйлап сәйәхәткә аңлатмалар. Беренсеһе Байкалдың ентекле картаһы. Икенсе том Паллас менән Иркутсктан Екатеринбургҡа тиклем Урал тауҙары аша сәйәхәтен һәм Санкт-Петербург ҡалаһына 1773—1774 йылдарҙа әйләнеп ҡайтыуын һүрәтләй. Пермь тирә-яғы рудниктарын һәм заводтарҙы тасуирлай.

Электрон күсермәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. (unspecified title)doi:10.5281/ZENODO.10080503
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #116562374 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Johann-Gottlieb Georgi // https://www.biusante.parisdescartes.fr/histoire/biographies/index.php?cle=50889 (фр.)BIU Santé.
  4. 4,0 4,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  5. 5,0 5,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  6. 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. Георги, Иоганн-Готлиб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
  8. Тиваненко А. В. Тайны байкальских глубин 2020 йыл 9 август архивланған.. — Чита, 2009. — С. 66-75.
  9. Галазий Г. И.. Байкал в вопросах и ответах. — 1989.
  10. Георги, Иоанн Готлиб // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  11. Георги И. Описание все обитающих в Российском государстве народов. СПб., 1799.
  12. В соответствии с решением XVI Международного ботанического конгресса в Вене (июль 2005) Международный кодекс ботанической номенклатуры (статья 52) закрепил за этим родом растений латинское наименование Dahlia Cav. Однако в русской ботанической литературе этот род по-прежнему в силу традиций называется Георгина.