Эстәлеккә күсергә

Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 12 июнь 2009 йыл
Урынлашыуы Башкортостан, Салауат (ҡала), Комсомол майҙаны
Директор Зинаида Ивановна Никитенко

Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — музей. Салауат ҡалаһында урынлашҡан. Музей 2009 йылда асылған.

Музей ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә.

Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Музей бинаһы 1953 йылда төҙөлгән. Архитекторы — Брод Зоя Осиповна, төҙөлөш участкаһы начальнигы— Гомжин Г. Н. Башта бинала 1953 йылдың 21 февралендә асылған «Родина» кинотеатры урынлашҡан була. Йорттоң подвалында кассалар, рәссам оҫтаханаһы була. Икенсе ҡатта — буфет.

Бинала нәфис һәм документаль фильмдар күрһәтелде, ҡала Советы сессиялары, конференциялар, депутаттар, аритстар менән осрашыуҙар, балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәре, тантаналы йыйылыштар, үҫмерҙәр өсөн кинолекторийҙар, йәштәр клубы «Йәштәш» («Ровесник») клубы занятиелары үткәрелде. Салауат ҡалаһының беренсе юбилей датаһы — ҡаланың ун йыллығы — шулай уҡ «Родина» кинотеатрында үтте.

Музей ойошторолоуының кәрәклеге тураһында беренселәрҙән булып 1960 йылдың 1 июлендә «Ленин юлы» гәзите биттәрендә тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәзиз Мөхәммәтйән улы Ғәлин сығыш яһаны.

60-сы йылдарҙа ҡала һәм уның предприятиелары тарихы буйынса айырым күргәҙмәләр «Нефтехимик» ҡала һарайында, ҡала мәктәптәрендә үткәрелде.1960 йылдың сентябрь айында Советтар Союзы компартияһы ҡала комитеты бюроһында Салауат ҡалаһы тарихы буйынса музей ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бюро ҡала Советына бер ай эсендә музей өсөн бина табырға ҡушты. Ҡаланың 20 йыллығына — 1968 йылда — музей асыу буйынса саралар планы ҡабул ителде һәм раҫланды. Әммә ошоноң менән эштәр туҡталып ҡалды. Ҡала уҡыусыларын Стәрлетамаҡ, Өфө тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарына йөрөтөү дауам ителде.

Музей асыу мәсьәләһе ҡабаттан 1986 йылда ҡарала һәм ошоноң менән бәйле Беренсе Май урамындағы 3-се һанлы торлаҡ йорттоң беренсе этажында реконструкция башланды. 1989 йылдың 15 сентәбрендә бында Салауат дәүләт башҡорт драма театры баш рәссамы Михаил Самуилович Шнейдермандың персональ күргәҙмәһе асылды. Ошо күргәҙмә картиналар галереяһында беренсе була.

2004 йылда Салауат ҡалаһы администрацияһы башлығы Ю. Б. Алимовтың 2004 йылдың 13 февралендәге «Беренсе Май урамы 18-се йортта урынлашҡан „Родина“ кинотеатры бинаһын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы аҫтына реконструкцияһын проектлауҙы рөхсәт итеү һәм Салауат ҡалаһының тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, ҡала халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында сквер булдырыу тураһында» ҡарары донъя күрә.

Кинотеатр артындағы скверҙы төҙөкләндереү маҡсатында тарихи фонтан һүтелә[1], Горькийға һәйкәл, беренсе парк скульптуралары постаменттары — ишкәкле ҡыҙ һәм пионер менән пионерка — алып ташлана. Парк тирәләй ажур тимер рәшәткә яңынан тергеҙелмәй.

Кинотеатрҙа барған эштәр һуҙылып китә. Шул уҡ ваҡытта музей өсөн икенсе биналар тәҡдим ителә башлай. Әммә йәмәғәтселектең ныҡышмалы ҡыҫымы аҫтында һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы тәҡдименә ярашлы 2008 йылдың декабрь айына «Родина» кинотеатрының реконструкцияһы тамамлана. 2008 йылдың 8 майында «Картиналар галереяһы» составына Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы структура бүлексәһе булараҡ инде.

Салауаттың беренсе ҡала музейы үҙенең барлыҡҡа килеүе менән иң тәүге нәүбәттә "Музей-күргәҙмә залы"на (М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы филиалы) нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры Галина Торға бурыслы[2]

Музей 2009 йылдың 12 июнь көнө асылды.

Музей фондтарында 4 меңдән ашыу экспонат бар. Музей фондында: палеонтология, археология, нумизматика, этнография коллекциялары, шулай уҡ китаптар коллекцияһы, XVIII—XX быуаттарҙағы культ әйберҙәре, фотографиялар коллекцияһы, предприятиелар прдукцияһы өлгөләре, Салауат ҡалаһының һәм эргә-тирә ауылдарҙың билдәле кешеләренең шәхси әйберҙәре һәм башҡа коллекциялар.

Скульптор, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Тамара Павловна Нечаеваның эше — Салауат Юлаев бюсты урын алған.

Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттары

Нумизматик коллекцияһында XV—XVIII быуаттарҙағы баҡыр һәм көмөш тәңкәләре һаҡлана. Шулай уҡ тәңкәле ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре бар.

Коллекцияла Салауат ҡалаһы, ҡала предприятиелары тураһында китаптар, боронғо ваҡытта баҫтырылған, XVII—XVIII быуаттарҙағы дини китаптар, ХIХ быуаттың баҫмалары бар.

Музейҙы ойоштороуҙа бик ҙур һәм баһалап бөтөргөһөҙ ярҙамды салауатлылар үҙҙәре лә күрһәтте. Улар музейға материаль генә түгел, мәҙәни-тарихи ҡиммәте булған әйберҙәр бушлай тапшырылды. Музей хеҙмәткәрҙәренең, иҫке өйҙәрҙе һүткән саҡта, уларҙың хужаларына белешмә китабынан телефон номеры аша раритет йәки антиквар әйберҙәрен ташламауын үтенеп шылтыратып ултырған саҡтар ҙа булды.

Музейҙа «Юрматы Ере» тарихы бүлеге бар. Урындағы халыҡ тирмәләрҙә йәшәгән, ә килмешәктәр өйҙәр төҙөгән. Музейға килеүселәрҙең Башҡортостанда йәшәгән төрлө халыҡтың көнкүрешен сағыштырыу мөмкинселектәре бар. Ниндәй торлаҡта ата-бабалар йәшәгән, ниндәй хеҙмәт ҡоралы менән улар үҙҙәренә туҡланыр өсөн ризыҡ тапҡандар, ниндәй кейем кейгәндәр, байрамда — ниндәй биҙәүестәр таҡҡандар — быларҙың барыһы тураһында ла музейҙың икенсе ҡатында белеп була.

Беренсе ҡатта 50-се йылдарҙағы йыһазы һәм төп нөсхәһендәге әйберҙәре менән комбинат директоры А. И. Березовскийҙың эш кабинеты күрһәтелгән.

Музей эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа тематик күргәҙмәләр даими рәүештә үткәрелеп тора. Мәҫәлән, 2010 йылда «Һеҙгә таныш булған Сергей Есенин» исемле әҙәби күргәҙмә[3], боронғо техника, фотографиялар, Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайының тарихы, бер китап күргәҙмәләре үтте.

2011 йылда музейҙа етәкселек итеүсе тыуған яҡты өйрәнеү музей хеҙмәткәрҙәре курстары ойошторолдо .[4]

Йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре коллекцияларҙы тулыландырыу өсөн эргә-тирәләге ауылдарға сығалар.

2011—2012 йылдарҙа музей «Музей төнө» акцияһында ҡатнашты[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Башҡортостан музейҙары

Музей хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экскурсоводтар: Аҙнаева Фаягөл Фәррах ҡыҙы, Бухарина Валентина Петровна

Салаватский краеведческий музей

http://salavat.jimdo.com/начальная-страница/салаватский-краеведческий-музей/ 2012 йыл 12 сентябрь архивланған.