Вилмош Прёле
Вилмош Прёле | |
мадьярса Prőhle Vilmos | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Австро-Венгрия, Ньиредьхаза |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Берхтесгаден, Германия оккупацияһының американ зонаһы |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
лингвистика, төркиәт |
Эшләгән урыны: |
Будапешт университеты |
Уҡыу йорто: |
Вилмош Прёле (Проле, венг. Prőhle Vilmos; 29 октябрь 1871 йыл — 2 октябрь 1946 йыл) — венгр төркиәтсеһе, башҡорттарҙы һәм ҡарасайҙарҙы өйрәнеүсе, ҡарасай—балҡарҙарҙы өйрәнеүгә фәнни яҡтан нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вилмош Прёле 1871 йылдың 29 октябрендә Австро-Венгрияның Ньиредьхаза ҡалаһында тыуған.
Будапешт университетын тамамлаған.
1895 йылда төрөк тел ғилеме буйынса диссертация яҡлай.
1899—1917 йылдарҙа инжил гимназияһында уҡытыусы булып эшләй.
1908 йылдан алып Австро-Венгрияның Клуж университеты приват — доценты була.
1919—1920 йылдарҙа Дебрецен университетында төрөк теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләй.
1920—1922 йылдарҙа Дебрецен ҡалаһынан Венгрия Короллегенең Милли йыйылышы депутаты була, «Уянып барған мадьярҙар Союзы» һәм «Этелькез Союзы» хәрәкәттәренең лидерҙарының береһе була.
1923—1943 йылдарҙа Будапешт университетының ғәрәп филологияһы кафедраһында уҡыта.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урта һәм Көнсығыш Азия халыҡ-ара йәмғиәтенең Венгрия комитеты йүнәлтмәһе буйынса, Бернат Мункачи етәкселегендә Рәсәй империяһына ебәрелә. 1901 йылда Башҡортостанда була[1]. 1901 йылда венгр төркиәтсеһе «Заятүләк һәм Һыуһыулыу» башҡорт эпосының бер вариантын яҙып ала. Уның мәғлүмәттәренең бер ҙур булмаған өлөшө Будапешта «Билдәле башҡорт әкиәтенең варианты» исеме аҫтында немец һәм венгр телдәрендә донъя күрә[2]. Рәсәйҙә ғалим башҡорт, ҡарасай һәм балҡар телдәре буйынса әһәмиәткә эйә булған материалдар йыя.
1908—1916 йылдарҙа венгр һәм немец телдәрендә ҡарасай—балҡар теле буйынса беренсе эштәрен, шул иҫәптән Ҡарасай—Черкес Республикаһының халыҡ шағиры Касбот Кочкаровтың бер нисә шиғри текстарын, нәшер итә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Pröhle Vilmos. Karatschaische Studien. — Budapest, 1909.
- Pröhle Vilmos. Baskir nyelvtanulmányok. // Szemle Keleti. — IV-V-VI. — Будапешт, 1903—1904.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкортостан с древнейших времен до наших дней. Хроника основных событий. / Сост. Р. А. Валишин. — Уфа: Китап, 2007. — С. 70.
- ↑ Башкирский эпос «Заятуляк и Хыухылу»
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилмош Прёле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2021)
- Обзор венгерской тюркологии 2011 йылдың 17 июнь көнөндә архивланған. (Вопросы языкознания.1964)
- 29 октябрҙә тыуғандар
- 1871 йылда тыуғандар
- 2 октябрҙә вафат булғандар
- 1946 йылда вафат булғандар
- Будапешт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт теле белгестәре
- Башҡорт фольклорсылары
- ХХ быуат этнографтары
- Алфавит буйынса этнографтар
- Венгрия этнографтары
- Венгрия төркиәтселәре