Эстәлеккә күсергә

Таптыков ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таптыков ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Өфө районы

Таптыков ҡаласығы (рус. Таптыковское городище) — Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Таптыков ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э. VII—VIII быуаттарға ҡараған Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Таптыков ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Таптыков ауылынан көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярындағы бейек моронда урынлашҡан. Таптыков ауылынан район үҙәгенә тиклем (Өфө) — 25 км яҡындағы тимер юл станцияһына (Авдон) — 7 км

Таптыков ҡаласығының 600 м² ашыу ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ ялан яғынан 2 ур[4] һәм соҡорҙар менән һаҡланған. Эске урҙың оҙонлоғо 50 м, киңлеге 5 м, бейеклеге 1,5 м, ҡаҙып ултыртылған бағаналар, эс яҡтан балсыҡ тултырылып, өҫтө-өҫтөнә һалынған бүрәнәләр менән нығытылған.

Балсыҡ ҡоролма ҡалдыҡтары һәм усаҡ, 12 хужалыҡ соҡоро табылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр башлыса ауыҙҙары, ҡорһағы йәки муйыны тирәләй ҡыя һырҙар, ҡабарынҡы биҙәк төшөрөлгән һәм ваҡ ҡына соҡорло биҙәк баҫылған түңәрәк төплө көршәк һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт.

Таптыков ҡаласығында шулай уҡ һөйәк уҡ башаҡтары, йәйә өсөн пластиналар, таш һәм балсыҡ орсоҡбаштар, шлак ҡалдыҡтары, хайуан һөйәктәре табылған.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6] .

Таптыков ҡаласығы 1962 йылда археолог Васюткин Сергей Михайлович тарафынан асыла.

1983 йылда, 1985—86 йылдарҙа тарих фәндәре кандидаты Илдар Мөҙәрис улы Аҡбулатов[7] өйрәнә.

  1. Таптыков ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Акбулатов Ильдар Мударисович
  • Акбулатов И. М. Керамика Таптыковского городища эпохи раннего средневековья //Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988.
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.