Эстәлеккә күсергә

Абаш мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абаш мәҙәниәте
Рәсем
Алдағы Среднеднепровская культура[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Дьяковская культура[d]
"Абаш мәҙәниәте ҡомартҡылары материалдары: бронза — втулкалы ырғаҡ (1), һөңгө осо (2), ураҡтар (3, 4), арҡыры балта (5), шына (6), тегеп ҡуйылмалы айылдар (10, 11), беләҙектәр (12, 18), ырғаҡ (13), спираль дүңгәләкле сикә суғы (14), хәнйәр (16), бысаҡ (17); балсыҡ — һауыттар (7—9), иретеү табағы (23); таш — балталар (25, 27), төйгөс (26), ҡул тирмәне (28); һөйәк — псалий (15), ҡаптырма (19), “ҡалаҡ” ослоҡ (20), уҡ башағы (22); кремний — уҡ башаҡтары (21, 24)

Абаш мәҙәниәтебронза быуаты археологик ҡомартҡыһы.

Беҙҙең эраға тиклемге 2‑се мең йыллыҡтың 2—3‑сө сирегенә ҡарай. 1925 йыл В.Ф. Смолин тарафынан Абаш ауылы (Сыуашстан) янында асылған ҡәберлек исеме менән аталған Абаш мәҙәни‑тарихи берлегенә инә. Башҡортостанда Абаш мәҙәниәтенә ҡараған яҡынса 60 ҡомартҡы билдәле, улар Ағиҙел, Дим, Ыҡ һәм Әй йылғалары бассейынында тупланған (Баланбаш, Береговка археологик микрорайоны, Һынташтамаҡ ҡурғандары, Төбәк, Йүкәлекүл ҡурғандары, Йомаҡ торамаһы, Ябалаҡлы ҡурғандары һ.б.). Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан.

Күп камералы, нигеҙ соҡоро һай булған, тәбиғи материалдар (ҡамыш, ҡабыҡ, үлән) менән ябылған 2 йәки 4 яҡлы ҡыйыҡлы ер өҫтөндәге каркаслы ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика ҡатмарлы геометрик орнаментлы, онталған ҡабырсаҡ, үҫемлек ҡалдыҡтары, ҡом, шамот ҡушылған балсыҡтан яһалған ҡыңғырау рәүешендәге һәм осло ҡырлы һауыттарҙан ғибәрәт. Етештереү өсөн тәғәйенләнгән һауыттар (металл иретеү табаҡтары) осрай. Таш, һөйәк, кремний, металдан эшләнгән әйберҙәр табылған. Металл эшкәртеү эҙҙәре бар. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанлы ҡәберҙәр. Ҡурғандарҙың нигеҙе таш плиталар м‑н көпләнгән йәки бағаналар м‑н уратылған. Төбөнә көл, аҡбур, күмер түшәлгән ябай соҡорҙар м‑н бер рәттән эстән таш йәки ағас м‑н көпләнгән ҡәбер камералары асыҡланған. Өҫтө‑өҫтөнә йәки бер нисә мәйет бергә ерләнгән ҡәберҙәр осрай. Төп ерләү ысулдары: салҡан йәки бөгәрләнгән килеш ҡабырғаға ятҡырып, башы м‑н көнсығышҡа йәки көнбайышҡа ҡаратып һалыу. Ҡәберҙәргә аҙыҡ һалынған көршәктәр ҡуйылған. Ир заты ерләнгән ҡәберҙәрҙә ҡорал (хәнйәрҙәр, уҡтар, һөңгөләр), ҡатын-ҡыҙҙыҡында биҙәнеү әйберҙәре (айылдар, беләҙектәр, муйынсаҡтар) табылған.

Абаш мәҙәни‑тарихи берлегенең формалашыу урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дондан Көньяҡ Уралға тиклемге биләмәне алып торған (ул Дон буйындағы урман-дала төбәктәрендә формалашып, артабан Дон, Днепр үренә, Урта Волга буйына һәм Көньяҡ Уралға таралған, тигән фекер бар). Төп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ, баҡыр һәм бронза металлургияһы. Тәгәрмәсле транспорт үҫешкән. Абаш ҡәбиләләре Алакүл мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәте халыҡтарының барлыҡҡа килеү компоненттарының береһе булған.

Абаш мәҙәниәтен өйрәнеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • В.С.Горбунов
  • Ю.А.Морозов
  • К.В.Сальников һ.б.