Берсуат торамаһы
Берсуат торамаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Берсуат торамаһы — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Наследницкий ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡтың аҙағы — II мең йыллыҡтың башына ҡараған Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3][4].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берсуат торамаһы Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Наследницкий ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Берсуат йылғаһының (Тубыл йылғаһы бассейны) һул ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берсуат майҙаны 30 мең м², 140 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Тораманың киңлеге 13—14 м дәүмәлле һаҡ системаһы бар, ул 2 ҡат диуарҙан һәм уратып ҡаҙылған соҡорҙан тора. Соҡорҙоң тәрәнлеге 1—1,3 м, киңлеге 3,5 м, ул диуарҙан бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡаҙылған һәм шулай уҡ һаҙлыҡлы ерҙе киптереү канауы сифатында файҙаланылған.
Тышҡы һаҡ диуары эскеһенә биш радиаль диуар менән тоташҡан, йәғни эске диуарҙың тыш яғы буйлап үткәрелгән тар ғына коридор ярҙамында бер-береһенә бәйләнгән. Һаҡ диуарҙарының эске яғына трапеция йәки тура мөйөш рәүешендә төҙөлгән торлаҡтарҙың тығыҙ рәттәре килеп тоташҡан. Торлаҡтарҙың оҙонлоғо 8—15 м, киңлеге 7—8 м. Тышҡы әйләнәлә — 54, эскеһендә 13 торлаҡ булғанлығы асыҡланған. Торлаҡтарҙың нигеҙ соҡоро үҙәккә табан тәрәнәйә төшкән.
Ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәләре буйынса һаҡ диуарҙары һәм торлаҡ конструкциялары нигеҙен балсыҡ цоколь һәм бағаналарҙан төҙөлгән каркас тәшкил итә тигән фекер тыуа. Ҡайһы бер торлаҡтарҙың һаҡ диуары аша һалынған тар ғына ишеге булған.
Торлаҡтар янында хужалыҡ соҡорҙары, балсыҡ көмбәҙле ҡоҙоҡтар, төтөн сығыу юлы (иҙәнгә беркетелгән) булған көнкүреш усаҡтары һәм бәләкәй генә мәғдән иретеү мейестәре урынлашҡан. Торамала бронза бысаҡтар, сым, балыҡ ҡармаҡтары, беҙ, таш эш ҡоралдары, керамика, мәғдән шлагы табылған.
Берсуат материалдары Силәбе өлкәһенең Арҡайым ҡурсаулығының тарихи-мәҙәни фондтарында һаҡлана.
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берсуат 1996 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, Силәбе дәүләт тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы "Арҡайым"дың фән буйынса директор урынбаҫары, профессор Г. Б. Зданович, археолог, тарих фәндәре кандидат Т. С. Малютина[5], инженер-геолог Батанина Ия Михайловна[6] тарафынан асыла һәм өйрәнелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ И. М. Батанина, Г. Б. Зданович, Т. С. Малютина Берсуат//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Һынташты мәҙәниәте//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Малютина Татьяна Сергеевна
- ↑ Батанина Ия Михайловна
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. М. Батанина, Г. Б. Зданович, Т. С. Малютина Берсуат//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- Археологические памятники//Башкирская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Торама//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зданович Г. Б., Батанина И. М. Аркаим — Страна городов: пространство и образы. Челябинск, 2007.
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.