Эстәлеккә күсергә

Малютина Татьяна Сергеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малютина Татьяна Сергеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 7 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Тамбов өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө археолог
Әүҙемлек урыны Силәбе
Дәүләт  Рәсәй

Малютина Татьяна Сергеевна (7 июль 1953 йыл, Челново-Покровское, Тамбов өлкәһе) — археолог, тарих фәндәре кандидаты (1994), доцент. «Арҡайым» үҙәгенең кесе ғилми хеҙмәткәре[1] . Торамалар археологияһы буйынса белгес[2].

Татьяна Сергеевна Малютина 1953 йылдың 7 июлендәРСФСР-ҙың Тамбов өлкәһе Челново-Покровское ауылында тыуған.

1975 йылда Ҡаҙағстан ССР-ы Петропавловск дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

1986 йылда Мәскәүҙә СССР Фәндәр Академияһы Археология институтының аспирантураһында уҡып сыға.

1976 йылдан Силәбе дәүләт университетында уҡыта, 2000 йылдан шунда уҡ археология, этнография һәм социо-тәбиғи тарих кафедраһы доценты[3].

Фәнни эҙләнеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Урал-Ҡаҙағстан далаларының Фёдорово мәҙәниәте» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Билдәле булыуынса, бронза быуатында Көньяҡ Уралда абаш мәҙәниәте, алакүл мәҙәниәте, межовка мәҙәниәте, петровка мәҙәниәте, саргарин мәҙәниәте, һынташты мәҙәниәте, бура мәҙәниәте, һәм черкаскүл мәҙәниәте менән бер рәттән фёдорово мәҙәниәте лә формалашҡан.

Фән өлкәһендәге тикшеренеүҙәре даирәһе — Урал һәм Ҡаҙағстандың дала һәм урманлы дала райондарының бронза осорон өйрәнеү проблемалары; Андронов мәҙәни-тарихи бергәлеге һәм Һынташты-Арҡайым мәҙәниәте.

Ҡаҙағстанда Петровка II, Яңы Никола I, Сарғары тораларында; Көньяҡ Уралда Атамановка V һәм Илъяс ҡәберлеге I ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша һәм етәкселек итә.

Һынташты-Арҡайым мәҙәниәте Аланд, Берсуат торамаһы, Ҡуйсаҡ кеүек протоҡалаларын нығытыу өсөн археологик тикшеренеүҙәр алып бара. Силәбе өлкәһе Наследницкий ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. III мең йыллыҡтың аҙағы — II мең йыллыҡтың башына ҡараған Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы Берсуат торамаһы тураһында мәҡәлә Башҡорт энциклопедияһына ла ингән. Был ҡомартҡыны асыусылар араһында Т. С. Малютина ла аталып кителгән[4].

«Силәбе өлкәһе» энциклопедияһында археология буйынса мәҡәләләр авторы.