Әнәс ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әнәс ҡаласығы
Дәүләт Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Урынлашыу Илеш районы

Әнәс ҡаласығы (рус. Аначевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Әнәс ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. V—IV быуаттарҙан алып б.э. II быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнәс ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Әнәс ауылының төньяҡ ситендә Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан. Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй) — 32 км.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнәс ҡаласығы майҙанының 232 м2 ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡтың оҙонлоғо оҙонлоғо 130 м, киңлеге 70 м тәшкил итә. Ул көньяҡтан ярым түңәрәк ур[4] һәм соҡор менән уратып алынған. Урҙың киңлеге — 10 м, оҙонлоғо — 100 м, бейеклеге — 1 м. Ур ағас нигеҙгә ҡоролған һәм өҫтән яндырылған балсыҡ менән нығытылған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәрҙе типологик яҡтан Ананьин мәҙәниәтенә һәм Пьяный Бор мәҙәниәтенә индереп була.

Ҡаласыҡта металлургия менән шөғөлләнгәндәр, сөнки металл иретеү өсөн тигелдәр, шлак табылған. Бынан тыш һөйәктән эшләнгән әйберҙәр, балсыҡ орсоҡбаштар һәм кеше һындары килеп сыҡҡан.

Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға фин‑уғыр ҡәбиләләренең килеп ултырыу барышын сағылдыра. Әнәс ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6]..

Асыш тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.

1971—73 йылдарҙа БДУ экспедицияһы ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов етәкселегендә ҡаласыҡты яңынан тикшерә[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Әнәс ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Әнәс ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.