Шокуров Анисим Павлович
Шокуров Анисим Павлович | |
Тыуған көнө | 15 апрель 1912 |
---|---|
Тыуған урыны | Баҡалы районы |
Вафат булған көнө | 26 июль 1990[1] (78 йәш) |
Һөнәр төрө | тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Шокуров Анисим Павлович (15 апрель 1912 йыл — 27 июль 1990 йыл) — археолог, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анисим Павлович Шокуров 1912 йылдың 15 апрелендә Өфө губернаһы Баҡалы улусы[2] Нижне-Ново-Костеево ауылында тыуған.
Өфө театр-сәнғәт училищеһында уҡый һәм уны 1937 йылда тамамлай. Артабан М. В. Нестеров исемендәге Сәнғәт музейында эшләй, Бөрө һәм Кушнаренко педагогия колледждарында уҡыта.
Тыуған яҡ тарихын менән ҡыҙыҡһынып өйрәнә. 1957 йылда Октябрьский ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштора, халыҡтан йыйып, музейҙы төрлө экспонаттар менән тулыландыра. 1976—1989 йылдарҙа был музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре була. 1967—1971 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында Муллино-2 торағын аса. Ундағы 500-ҙән артыҡ таш, бронза, башланғыс тимер быуаттарҙың һәм урта быуаттарҙың фән өсөн айырата ҡиммәтле археологик ҡомартҡыларын таба. Шокуров А. П. байтаҡ ғилми мәҡәләләрҙең һәм баҫмаларҙың авторы. 1990 йылдан алып Октябрьский ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейы А. П. Шокуров исемен йөрөтә.
Шокуров Анисим Павлович Октябрьский ҡалаһында 1990 йылдың 26 июлендә вафат була һәм шунда ерләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ башкирская Википедия — 2005.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шокуров Анисим Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 апрель 2019)