Башҡортостан археологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан археологияһы — кеше эшмәкәрлегенең матди ҡалдыҡтары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының үткәнен өйрәнгән һәм тергеҙгән (реконструкциялаған) фән.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Өфө ҡалаһы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

18-се быуатта Рәсәй империяһы Фәндәр академияһының беренсе экспедициялары тарихи Башҡортостан территорияһындағы археологик ҡомартҡыларҙы табып-аныҡлауға һәм өйрәнеп тасуирлауҙы башлаған. Экспедицияларҙа ҡатнашыусы археологтар Пётр Рычков, Паллас Петер Симон, Иван Лепёхин Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ әйләнә-тирәһендәге һәм Ырымбур губернаһының башҡа ҡайһы бер ерҙәрендәге боронғо ҡурғандарҙың, ҡаласыҡтарҙың һәм рудниктарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә.

19-сы быуаттың 2-се яртыһында Өфөлә музей эштәре буйынса Губерна комитеты ойошторола. 1865—1867 йылдарҙа комитет ағзаһы Р. Г. Игнатьев Өфө (Чёртова), Бөрө һәм Ҡара-Абыз ҡаласыҡтарын тикшерә, шулай уҡ Өфөләге мосолман ҡурғандарында, Мейәс алтын приискыларының дачаларында һәм хәҙерге Ауырғазы районының Кәлсербуран ауылында ҡаҙыныу эштәре алып бара.

1893—1894 йылдарҙа археолог Нефедов Өфө (Чертова), Ҡара-Абыз, Яңы-Медведевский (Юлдаш — Петер-Тау) боронғо ҡаласыҡтарында беренсе ҡаҙыныуҙар үткәргән. Бер үк ваҡытта Өфө губерна музейы фондтарына боронғо предметтар осраҡлы табыштар һәм йыйымдарҙан: Бөрөнән бронза биҙәүестәр, Өфө районы Миловка ауылы эргәһендәге бронза ҡоралдар табылдығынан, помещик В. А. Новиковтың дачаһы территорияһындағы иртә урта быуат ерләү урынынан әйберҙәр, Өфөләге Семинар тауындағы ерләү урынынан янтарь муйынсаҡ һ.б. килгән. Был коллекцияны Н. Н. Булычев 1902 һәм 1904 йылдарҙа ентекләп өйрәнгән.

19 быуат һуңында Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы археологик һәйкәлдәрҙе өйрәнеү башланған. Археолог А. А. Спицын, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында Бөрө, Костаревский һәм Дүртөйлө ҡаласыҡтарындағы материалды йыйып, өйрәнгән, шулай итеп, ғалим үҙе эшкәрткән Кама буйы боронғо табыштар периодизацияһында ошо һәйкәлдәрҙең урынын билдәләгән.

20 быуаттың 20-се йылдарында Вахрушев Георгий Васильевич, 17 ҡаласыҡ, 27 ҡурған, 14 ҡурғанһыҙ ҡәберлектәрҙе күрһәтеп, Башҡортостандың археологик картаһын төҙөгән.

1950-се йылдарҙа, СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (ИИЯЛ) археология төркөмө төҙөлгәс, планлы һәм маҡсатлы археология эштәре башланған. Башҡортостандың иртә тимер быуаты һәм урта быуаттар, иртә күскенселәр эпохаһы һәйкәлдәрен планлы өйрәнеү ойошторолған.

1970-се йылдарҙа некрополдәр һәм уларға яҡын Шипово (Иглин районы) һәм Охлебинино ауылдары эргәһендәге иртә тимер быуаты эпохаһы ҡаласыҡтарында ҡаҙыу эштәре , Көньяҡ Урал далаларындағы иртә күскенселәр ҡурғандарын (Пшеничнюк Анатолий Харитонович) өйрәнгәндәр. Дим йылғаһы буйындағы бронза эпохаһына ҡараған Иҫке Ябалаҡлы ҡәберлегендә (Ю. А. Морозов, Горбунов), Әй йылғаһы буйындағы Йүкәлекүл ултырағында (Горбунов, Обыденнов) ҡаҙыныу эштәре үткәрелгән. Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе территорияларында Алтын Урҙа осорондағы Көньяҡ Урал һәм Урал буйы күскенселәренең яңы һәйкәлдәре өйрәнелгән.

1980—1990-се йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археологтары Бөтөн Союз Археология һәйкәлдәре йыйынтығын төҙөүҙә ҡатнашҡандар. «Земотводтар»ҙа тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Подольск (Хәйбулла районы) ҡасабаһы эргәһендәге бәләкәй генә участканы өйрәнгәндә, мәжүсиҙәрҙең ҙур ғибәҙәтханаһы (Гарустович Г. Н.) асыҡланған. "Байыш биҫтәһе"ндә (Баймаҡ районы) «Ирәндек» Тарихи-археолгик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы булдырылған.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан археологияһында яңы йүнәлеш — этноархеология үҫеш алды. Традицион йүнәлештәр үҫешә: иртә тимер быуаты һәм Урта быуат күскенселәренең ҡоралдары һәм хәрби шөғөлө, социаль-иҡтисади һәм этномәҙәни тарихы прблемалары, Көньяҡ Уралдың ҡайһы дәүерҙә төркиләшә башлауына яуап эҙләү[1].

2004 йылдан башлап Шүлгәнташ мәмерйәһенә йыл һайын т.ф.к. В. Г. Котов етәкселегендәге археологик экспедициялар ойошторола. Бының һөҙөмтәһендә яңы рәсемдәр табылған; тәүләп гравировкаланған композициялар табылған; һүрәттәрҙең боронғолоғо раҫланған.

Бахмутин мәҙәниәте, ҡара-яҡуп һәм кушнаренко мәҙәниәттәре, мазунин һәм пьяноборский мәҙәниәттәре материалдары менән бәйле, Башҡортостан археологияһының яңы һорауҙары барлыҡҡа килде.

Археологик мираҫ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһы территорияһында 547 археологик һәйкәл, шуларҙан 300-ҙән артығы — ҡурғандар һәм ҡурған ҡәберлектәре, 150-нән ашыуы — төрлө ултыраҡ һәйкәлдәре, 16 мәғәрә һәм мәмерйәләр, 7 грунт ҡәберлектәре, 7 металлургия комплексы һ.б асыҡланған һәм иҫәпкә ҡуйылған.

Шуларҙан һуңғы дәүергә өҫтән һалынған 12 таш биҙәк, 11 мосолман ҡәберлеге, таш ҡоймалар (12) — «дала мәсеттәре» ҡалдыҡтары йәки йәйләүҙәрҙә тирмәләр ҡора торған урындар ҡарай.

Иҫәпкә алынған һәйкәлдәрҙең дөйөм һанынан 40-ы тулыһынса тикшерелгән, 15-е емерелгән, күпселеге һыуһаҡлағыстар тәьҫире зонаһында ҡалған йә ул һәйкәлдәрҙе һыу баҫҡан.

Хәҙерге Башҡортостан территорияһында таш быуат, бронза быуаты һәм тимер быуаты археологик мәҙәниәте эҙҙәре һәм һәйкәлдәре асыҡланған.

  • Таш быуат. Таш быуат мезолитында илмырҙа мәҙәниәте һәм йәнгел мәҙәниәте, яңы таш быуатта (неолитта) — ағиҙел буйы мәҙәниәте һәм ташбулат мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. Энеолит осоронда Урал алдында ағиҙел мәҙәниәте, Төньяҡ Башҡортостанда — гарин мәҙәниәте]], Урал артында — суртанды мәҙәниәте, Көньяҡ Урал далаларында — ямная мәҙәниәте.
  • Бронза быуаты. Бронза быуатында Көньяҡ Уралда абаш мәҙәниәте, алакүл мәҙәниәте, межовка мәҙәниәте, петровка мәҙәниәте, саргарин мәҙәниәте, һынташты мәҙәниәте, бура мәҙәниәте, фёдорово мәҙәниәте һәм черкаскүл мәҙәниәте формалашҡан. Башҡортостан Республикаһының төньяҡ райондары һәйкәлдәре ҡазан буйы һәм турбин мәҙәниәте материалдарын туплаған.
  • Тимер быуат. Башҡортостан Республикаһының дала территорияһы иртә тимер быуатта ҡормантау мәҙәниәте, савромат мәҙәниәте һәм сармат мәҙәниәте формалашыу ареалына ингән. Урман зонаһында был осорҙа ананьин мәҙәниәте, ҡара-абыҙ мәҙәниәте, пьянобор мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән. Көнсығыш урман-дала райондарында гамаюн мәҙәниәте, горохов мәҙәниәте, иткүл мәҙәниәте, саргат мәҙәниәте һәйкәлдәре табылған.

Урта быуаттарҙа Башҡортостан Республикаһы территорияһында бахмутин мәҙәниәте, имәнкиҫкә мәҙәниәте, ҡара-яҡуп мәҙәниәте, кушнаренково мәҙәниәте, мазунин мәҙәниәте, турбаҫлы мәҙәниәте, сейәлек мәҙәниәте формалашҡан.

Табылған археологик һәйкәлдәргә хеҙмәт ҡоралдары, ултыраҡ һәм торлаҡ, ерләү ҡоролма-әйберҙәре; ҡаялағы һүрәттәр, биҙәүестәр һ.б. ҡарай. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы бик боронғо археологик һәйкәл тип б.э.т. 400 — 100-сө меңйыллыҡтарға ҡараған Айдос, Мысоваяларҙы атарға кәрәк.

Иң йыш осрағаны — торлаҡтар һәм ерләү һәйкәлдәре. Ултыраҡтарҙың 3 тибы айырыла: торалар, ауыл тораҡтары, ҡаласыҡтар. Башҡортостан Республикаһы ерләү һәйкәлдәренә ҡурған һәм грунтлы ҡәберлектәр һәм мавзолейҙар (Кәшәнә) ҡарай. Археологик һәйкәлдәргә боронғо тау ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урыны (выработки) йәиһә мәғдән табыу карьерҙары (Баҡырүҙәк, Ҡарғалы, Ташҡаҙған рудниктары), кешеләр йәшәгән мәмерйәләр һәм ғибәҙәтханалар (Шүлгәнташ, Заповедный (Тыйыулы) ғибәҙәтханаһы, Игнатьев ғибәҙәтханаһы), таш һындар (Аҡимбәт ҡорғаны, Ғүмәр боронғо ҡәберлеге), табыштар (Әүрезтамаҡ табышы, Ҡуғанаҡ табышы, Миловка табышы), терәк бағаналы төҙөлмәләр, боронғо юлдар, дольмендар (ҙур зыярат таштары, менгирҙар (ҙур таш һындар) ҡарай.

Бер археологик мәҙәниәткә ҡараған локаль һәйкәлдәр төркөмөн археологик комплекстар тип йөрөтәләр: (Арҡайым, Биктимер археологик комплексы, Горный археологик комплексы, Ҡараяҡуп археологик комплексы, Мәнәк археологик комплексы, Охлебинин археологик комплексы, Һынташты, Ташйылға археологик комплексы, Ташлы археологик комплексы, Шипов археологик комплексы, Яковлев археологик комплексы). Төрлө мәҙәниәттәргә ҡараған һәйкәлдәр төркөмөн археологик микрорайон тип атайҙар (Байыш археологик микрорайоны, Берегов археологик микрорайоны).

Фән[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө ҡалаһындағы Археология һәм этнография музейы

2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Археологик йәмғиәте булдырылған. Йәмғиәттең бурыстары булып йәмғиәт ағзаларына Башҡортостан Республикаһы территорияһында археологик эшмәкәрлектәрен башҡарырға булышлыҡ итеү тора; Ватан тарихы һәм мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булараҡ рәсәй археологияһының үҫешенә булышлыҡ итеү; Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы археологик объекттарын һаҡлау һәм өйрәнеү өлкәһендә археологтарҙың тырышлығын берләштереү (консолидация) һәм яраштырыу (координация).

Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (1933 йылдың 20 авгусы — 2015 йылдың 11 октябре) Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (2006) һәм вице-президенты, тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990), емешле ғилми ғүмерендә бик күп әһәмиәтле асыштар яһаусы (шулар араһында Өфө-II ҡаласығы) Башҡортостан Республикаһының әйҙәүсе археологы[2]. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Көньяҡ Уралдағы тимер быуат һәм урта быуат проблемаларын тикшереү. Ул 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы[3]. Нияз Мәжитов - Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уфимский Археологический вестник[4] — научное издание. Выходит с 1998 года.

Музейҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980 йылда тарих фәндәре докторы, профессор Раил Кузеев инициативаһы менән Археология һәм этнография музейы (Өфө)|Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография музейы асылды.

Музей археологик, этнографик һәм антрополок коллекцияларҙың иң ҙур һаҡлағысы булып тора. Унда уникаль сармат коллекцияһы һаҡлана. 1988 йылда Ырымбур өлкәһенең төньяғында Филиппов ҡурғандарында Анатолий Пшеничнюк етәкселегендәге археолог ғалимдар төркөмө боронғо сарматтарҙың 600-ҙән артыҡ предметын, шул иҫәптән 26 алтын болан һынын тапты. Коллекцияға алтын боландар, архарҙар, ат аҫылмалары, ритондар һәм йәнлек һәм ҡош ҡиәфәтендәге баҫмалы һауыт-һабалар, һалҡын ҡоралдар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре ҡарай[5].

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында таш һәм бронза быуаты экспонаттары урынлаштырылған археология бүлеге бар[6].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973;
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976;
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып.6. Уфа, 1996;
  • Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959;
  • Гарустович Г. Н., Иванов В. А. Огузы и печенеги в евразийских степях. Уфа, 2001.
  • Горбунов В. С., Морозов Ю. А. Некрополь эпохи бронзы Южного Приуралья. Уфа, 1991;
  • Горбунов В. С. Бронзовый век Волго‑Уральской лесостепи. Уфа, 1992;
  • Золотые олени Евразии. С.-Пб., 2003. ISBN 5-9501-0010-7
  • Мажитов Н. А.]] Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977;
  • Материалы по хозяйству и общественному строю племён Южного Урала. Уфа, 1981;
  • Обыдённов М. Ф. Поселения древних скотоводов Южного Приуралья. Саратов, 1991;
  • Поселения и жилища древних племён Южного Урала. Уфа, 1983;
  • Проблемы древних угров на Южном Урале. Уфа, 1988;
  • Пшеничнюк А. Х. Археологические поиски //В научном поиске. Уфа, 1982;
  • Свод археологических памятников Республики Башкортостан, выявленных в 1987—2000 годах / Авт.-сост. Н. С. Савельев. — Уфа: Информ- реклама, 2004. — 184 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. РОО «Археологическое общество РБ» — Мажитов Нияз Абдулхакович 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Бахмутинская культура. М., 1969. Тайны древнего Урала. Уфа, 1973. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М., 1981. Южный Урал в VII—XIV вв. М.: Наука, 1977. Курганы Южного Урала в VIII—XII вв. М.: Наука, 1981. Археология СССР. Степи Евразии в эпоху средневековья. М.: Наука, 1981. (авторҙаш) История Башкортостана с древнейших времен до XVI века. Уфа, Китап, 1994. (авторҙаш)
  4. РОО «Археологическое общество РБ» — Архив номеров 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
  5. Музей археологии и этнографии Института этнологических исследований УНЦ РАН
  6. Эпоха камня