Яңы Ҡабан ҡаласығы
Яңы Ҡабан ҡаласығы (рус. Новокабановское городище) — Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. V — б.э. III быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ҡабан ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының иҫке үҙәне ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка) — 60 км [4].
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ҡабан ҡаласығының 300 м² ашыу ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаласыҡ бүрәнәләр һәм тәрәнлеге 0,7—1,8 м, киңлеге 8 м соҡорҙар ярҙамында нығытылған, бейеклеге 2—2,5 м, киңлеге 17 м 2 ур[5] менән һаҡланған.
Тура мөйөшлө яртылаш ер өйҙәр табылған, уларҙың асыҡ усаҡтары һәм хужалыҡ соҡорҙары булған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр бер нисә мәҙәниәткә ҡарай:
Ананьин мәҙәниәте — былар муйыны тирәләй йәки ауыҙ ситтәре бәләкәй соҡорҙар йәки горизонталь бау эҙҙәре менән биҙәлгән түңәрәк төплө туҫтаҡ рәүешендәге һауыттар;
Пьяный Бор мәҙәниәте — биҙәкһеҙ һәм ауыҙ ситтәре бәләкәй соҡорҙар менән биҙәлгән табаҡ һәм көршәк һымаҡ бер нисә һауыт;
Бахмут мәҙәниәте — муйыны соҡорҙар һәм һырҙар менән биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт.
Эш һәм яу йә һунар ҡоралдары табылған. Тәүгеләренә орсоҡбаштар, һөйәк тишкестәр һәм уҡ башаҡтары өсөн әҙерләмәләр, мәғдән иретеү һауыттары, орлоҡ онтау плиталары, таш ҡайраҡтар, гарпун инә. Икенселәрн өс ҡырлы уҡ башаҡтарынан ғибәрәт.
Һөйәктән эшләнгән ваҡ‑төйәк әйберҙәр һәм ҡаптырма, бронза балдаҡ һәм һырға кеүек биҙәүестәр, хайуан һөйәктәре, көйгән бойҙай бөртөктәре табылған.
Ҡомартҡы иртә тимер быуат осоронда Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымына фин‑уғыр ҡәбиләләренең килеп ултырыу барышын сағылдыра.
Яңы Ҡабан ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[7] .
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаласыҡ 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асылған.
- Тикшеренеүҙәр
1969 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк;
1971—72 йылдарҙа ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов;
1982 йылда археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов[8] ;
1982—83 йылдарҙа археолог, тарих фәндәре докторы Г. Т. Обыдённова[9] тикшерә
1991 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, профессор М. Ф. Обыдённов тикшергән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Яңы Ҡабан ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
- ↑ Горбунов Владимир Степанович//Энциклопедия Башкирии
- ↑ Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Ҡабан ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
- Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998.
- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.