Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы
Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған урыны | Силәбе |
Һөнәр төрө | археолог |
Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы рус. Обыдённова Гульнара Талгатовна — (11 апрель 1955, Силәбе ҡалаһы) — археолог, тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы 1955 йылдың 11 апрелендә Рәсәй Федерацияһының Силәбе ҡалаһында тыуған.
1973 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетынң көндөҙгө бүлегенә, «археология» белгеслегенә уҡырға инә.
1978 йылда Ҡазан университетын тамамлағандан һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.
1988 йылдан алып тарих факультеты деканы.
2002 йылда «История археологических исследований Урало-Поволжья» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3].
2007 йылдан — Тарихи һәм хоҡуҡи белем институты директоры.
2015 йылдан башлап дөйөм тарих һәм тарихи‑мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире[4]; .
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре Урал-Волга буйының бронза быуатына, Бура мәҙәниәтенә, археология тарихына арналған.
Бер нисә археологик ҡомартҡыны, шул иҫәптән Бикҡол торамаларын, Мораҙым торамаһы,Төбәк торамаһын, Яңы Ҡабан ҡаласығын өйрәнә.
Экспедициялар эшмәкәрлеге: 1970 йылдан, 1980 йылдан — экспедиция начальнигы, 1980 йылдан фәнни тикшеренеү-ҡаҙыныу эштәре алып бара, Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары, Ырымбур, Силәбе өлкәһе территориялары буйынса барлығы 50 экспедицияла тикшеренеүҙәр үткәргән.
130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән Өфө тарихы буйынса тәүге дәреслектәр авторы. «Өфөнө өйрәнеү» үҙәге етәксеһе.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Археологические памятники Южного Приуралья эпохи железа (I тыс. до н. э. — I тыс. н. э.). Уфа, 1998.
- Очерк истории Урало-Поволжской археологии первой половины XX столетия. Уфа, 2002
- Древние живописцы Урала. Уфа, 2012 (авторҙ.)[5]; .
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ Обыдённова Гульнара Талгатовна
- ↑ [ttps://search.rsl.ru/ru/record/01002867975 Обыденнова, Гюльнара Талгатовна. История развития археологических исследований в Урало-Поволжье : XVIII - конец XX вв. : автореферат дис. ... доктора исторических наук : 07.00.06 / Удмурт. гос. ун-т. - Ижевск, 2002. - 39 с.]
- ↑ Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.