Сейәлек мәҙәниәте
Сейәлек мәҙәниәте II мең йыллығы | ||||
Географик төбәк |
Көньяҡ Урал | |||
---|---|---|---|---|
Дәүере |
X-XIV быуаттар | |||
Этник составы |
уғыр халыҡтары | |||
Тикшереүселәр |
Т. К. Ютина, Н. Г. Гарустович, | |||
Дауамсылар: | ||||
|
Сейәлек мәҙәниәте — Көньяҡ Уралдағы урта быуат эпохаһының X —XIV быуаттарына ҡараған археологик мәҙәниәт.
Мәҙәниәттең атамаһы Татарстан Республикаһының Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан Сейәлек ауылы менән бәйле.
Характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейәлек мәҙәниәте көнбайыштан Шишмә менән Зәй (Ҡаманың ҡушылдығы) йылғалары аралығын һәм көнсығышта Тобол йылғаһына тиклемге территорияны биләй. Башҡортостан Республикаһында Ыҡ, Сөн, Ағиҙел, Дим, Әй йылғалары бассейнында таралған.
Әзмәт, Дәрбиш, Таҡталасыҡ тигән ҡәберлектәре менән билдәле. Башҡортостан республикаһының хәҙерге территорияһында был мәҙәниәткә Абдулла ҡаласығы, Баҡалы ҡурғандары,Горнов археологик комплексы, Ҡаранай ҡурғандары, Көшөл ҡәберлеге, Мерәсим ҡурғандары, Түбәнге Хәжәт хазинаһы, Һынташтамаҡ ҡурғандары,Торналы ҡаласығы ҡарай.
Был мәҙәниәт вәкилдәре ағас өйҙәрҙә,тирмәләрҙә һәм яртылаш ер өйҙәрҙә йөшәгәндәр. Усаҡтар өйҙөң төрлө урынына урынлашҡан була, ә тирмәләрҙә -уртала. Торлаҡтарҙың йәйгә яраҡлаштырылғандары ла (тирмә,ҡыуыш, бағаналарҙан ҡоролған ҡаралтылар), ҡышҡылары ла булған[1].
Ҡаҙылмаларҙа ҡом ҡушып яһалған, һырҙар менән биҙәлгән балсыҡ һауыттар табылған. Мәйеттәрҙе тәрәнлеге 1,3 м.булған ҡәберлектәрҙә ерләгәндәр. Баш остарына балсыҡ һауыттар, хайуандарҙың һөйәктәрен ҡалдырғандар. Ирҙәрҙең ҡәберҙәренә уҡ, ҡылыс, өҙәңге, ауыҙлыҡ,ураҡ, салғы кеүек әйберҙәрҙе һалғандар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына, балаларҙыҡына биҙәнеү әйберҙәре, Үзбәк, Йәнебәк хандар хаҡимлыҡ иткән осорға ҡараған алтын урҙа тәңкәләре һалынған. Мәҙәниәткә ҡараған халыҡтар ярым күсмә тормошта йәшәгән уйғыр ҡәбиләләре булған.
XIV быуаттың уртаһынан алып мәҙәниәттең урман-далаһында йәшәүселәр Волга-Урал далалары буйынан күсеп килеүсе төрки телле халыҡтарҙың баҫымына дусар була. Төрки ҡәбиләләре территорияға үтеп ингәндән һуң, ислам динен ҡабул иткән халыҡ башҡорт, татарҙарҙың килеп сығышына нигеҙ һалған.
Ҡәберлектәрҙә һаҡланған әйберҙәр сейәлек ҡәбиләләренең ҡоралланыу комплексында еңелсә ҡорамалландырылған атта йөрөүгә өҫтөнлөк биреүе тураһында һөйләйҙәр.
Фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сейәлек мәҙәниәтен Т. К. Ютина, Н. Г. Гарустович, В. А. Иванов, Н. А. Мажитов, Казаков, Н. Л. Решетников, П. Н. Старостин һ.б. ғалимдар тикшергән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- История башкирского народа : в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Институт истории, языка и литературы УНЦ РАН. Уфа.: изд. Гилем, 2012. — 400 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. т. 2. — 2012. — ISBN 978-5-91608-100-8
- Иванов В. А. Путями степных кочевий. Уфа, Башкнижиздат, 1984, С. 38—58.
- Васюткин С. М. Некоторые спорные вопросы археологии Башкирии. СА, № 1, 1968, с. 69—71; Археологическая карта Башкирии. М., 1976, с. 31, 32.
- Мажитов Н. А. Новые материалы о ранней истории башкир. Уфа, АЭБ, Т.2, 1964б, с. 104—108; 1968, с. 69, 70.
- Матвеева Г. И., 1968а, 1975; Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. Москва, 1977, с. 60—74.
- Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977, с. 63, 73, 74, табл. XXI, XXII.
- Мажитов Н. А. Южный Урал в VII—XIV вв. М., 1977, с. 17, 19.
- Памятники археологии Краснокамского района Башкирской АССР. Каталог. Уфа, 1987. 107 с. (коллектив авторов).
- Исследования памятников на р. Белой // АО — 1986 г. М., 1988. С. 166 (в соавторстве с М. Ф. Обыденновым).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чияликская культура 2016 йыл 26 ноябрь архивланған.
- Уральская историческая энциклопедия