Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы осоронда
Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы йылдарында — Башҡортостандағы хәл һәм Беренсе донъя һуғышы ваҡиғаларында уның роле.
Башҡортостан Беренсе донъя һуғышы алдынан тәрән тылда урынлашҡан эре сәнәғәт һәм ауыл хужалығы районы булып тора. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Өфө губернаһы, Ырымбур, Һамар, Пермь губерналарының бер өлөшө урынлашҡан була. Урыны, кеше, тәбиғәт ресурстары Башҡортостандың 1914—1918 йылдарҙағы Беренсе донъя һуғышы осоронда индергән өлөшөн билдәләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1914 йылдың йәйендә һуғыш башланыу менән Башҡортостанда халыҡты мобилизациялау үтә. Стәрлетамаҡта, Бәләбәйҙә һәм Бөрөлә мобилизация һөҙөмтәләренә һиҙелерлек йоғонто яһамаған стихиялы сығыштар үтә. Халыҡ һуғышты ҡотолғоһоҙ бәлә-ҡаза итеп ҡабул итә һәм тиҙ еңеүгә ышана. 1914 йылдың 26 июлендә мобилизация осоронда спиртле эсемлек һатыу тыйыла. Иҫерек килеш күренгән өсөн 3 айға тиклем һаҡ аҫтына алалар йәки 3 мең һумға тиклем штраф һалына.
1914—1916 йылдарҙа Өфө губернаһынан 300 меңдән ашыу кеше мобилизациялана. Һуғыш йылдарында Ырымбур губернаһында бөтә халыҡтың 11,7%-ы , Өфө губернаһында — 10,6%-ы мобилизациялана. Өфөлә яралылар өсөн госпиталдәр асыла. Үҙ сиратында, 1916 йылда Өфө губернаһына Украинанан һәм Балтика буйынан 60 мең самаһы ҡасаҡ һәм яҡынса 17 мең әсир килә.
Беренсе донъя һуғышы фронттарында Башҡортостан халҡынан ойошторолған 106-сы Өфө һәм 190-сы Очаков пехота полкы һуғыша. Икенсе һәм Өсөнсө хәрби бүлектәр казактарынан Ырымбур казак дивизияһы ойошторола, уның составында 9-сы, 10-сы, 11-се һәм 12-се алтышар йөҙлөк полктар һәм 5-се казак батареяһы була. 27-се пехота дивизияһының 106-сы Өфө пехота полкы генерал Ренненкампфтың 1-се армияһы составында һәм генерал Самсоновтың 2-се армияһы Көнсығыш Пруссияға баҫып инеүҙә ҡатнаша.
Башҡортостандың сәнәғәте, Рәсәйҙең башҡа райондарындағы кеүек, фронт ихтыяждарын тәьмин итеүгә күсә. Башҡортостандың мөмкинселектәре тау металлургияһы сәнәғәтен, суйын иретеүҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә. 1914 йылдың июленән алып 1916 йылдың ноябренә тиклем Өфө губернаһында 25 459 ат тартып алына.
Предприятиеларҙа хәрби әсирҙәрҙең (төрөктәр, австро-венгрҙар, немец һалдаттары), Австро-Венгрия һәм Германияның тотҡонлоҡҡа алынған кешеләренең, Ҡытай һәм Кореянан индерелгән эшселәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, үҫмерҙәрҙең хеҙмәте ҡулланыла.
Һуғыш йылдарында ауыл хужалығы түбәнәйә. Икмәк етештереү өстән бер өлөшкә кәмей, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 2-3 тапҡыр арта, аҙыҡ-түлек карточкаһы индерелә. Һуғыш ауырлыҡтары халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Минйәр заводындағы 9 айлыҡ забастовка быға миҫал булып тора.
Һуғыш геройҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе донъя һуғышында Башҡортостандың күп кенә кешеләре батырлыҡ күрһәтә[1], шул иҫәптән:
Сыртланов Рауил Шәхәйҙәр улы, Бәләбәй өйәҙендә тыуған, 166-сы Ровно пехота полкы командиры булып һуғыша, Генераль штабтың генерал-майоры. 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән;
Рябов Василий Константинович[2] — Георгий тәреһенең тулы кавалеры, Ларго-Каргаул полкы кесе унтер-офицеры;
Алексеев Алексей Георгиевич — Георгий тәреһенең тулы кавалеры, кесе унтер-офицер;
Русин Александр Павлович — 12-се Великолуцк пехота полкы подполковнигы.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башкирия в годы Первой мировой войны» Сост. Р. Н. Рахимов, Ф. Г. Гареева, З. Г. Гатиятуллин, Л. Ф. Григоренко, Г. В. Мордвинцев, изд Китап, 2014 г.
- История Урала в период капитализма. М., 1990; История Башкортостана с древнейших времен до 1917 г. Ч. 1. Уфа, 1991.
- Россия в мировой войне 1914—1918 гг. (в цифрах). — М: Отдел военной статистики, 1925. — С. 21.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://ufa-gid.com/encyclopedia/perv_mv.html
- http://cpvrb.ru/novosti1/v_bashkirii_projdut_torzhestva_k_100letiyu_pervoj_mirovoj_vojny/ 2017 йыл 29 апрель архивланған.
- http://www.nrgumis.ru/articles/article_full.php?aid=78 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- http://kulturarb.ru/news/?ELEMENT_ID=47555