Урал яҙмалары
Урал яҙмалары (таштағы һүрәттәр, яҙмалар) — ҡаялағы һүрәт сәнғәте ҡомартҡыһы, уларҙың боронғолоғо сама менән 5 мең йыл. Йылға буйҙарындағы ҡаяларҙа осрай. Яҡынса 90 урын билдәле.
Табылған ҡомартҡылар күберәк Урта Урал һәм Көньяҡ Урал төбәгендә урынлашҡан. Чусовая, Тагил, Реж, Нейва, Өфө, Иҫәт, Ирбит, Ағиҙел, Йүрүҙән һәм башҡа Урал йылғалары үҙәнендә күрергә була. Ҡайһы бер ҡомартҡыларҙа бер-ике һүрәт, ҡайһыларында бер нисә тиҫтә һын осрай.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙмалар вертикаль ҡаяларҙа йәки уның яуым-төшөм эләкмәгән ауышыраҡ йөҙөндә эшләнгән. Урал ҡаяларындағы күп һүрәттәр йылғаға ҡараған өлөштәрҙә урынлашҡан. Йыш ҡына һүрәт туранан-тура ерҙән тороп башҡарылған, шулай уҡ ярайһы уҡ бейеклектә урынлашҡандары ла бар. Рәссам был осраҡта ағас конструкциялар ҡулланыуы йәки бау һәм ҡайыштар ярҙамында үрҙән төшөүе лә ихтимал.
Һүрәттең сағыулығын көсәйтеү маҡсатында рәссам ҡаяларҙың яҡты урындарын һайлаған һәм буяуҙы бармаҡтары менән һалған, быны 1—3 сантиметрлыҡ һыҙаттарға ҡарап әйтеп була. Меңәр йылдар буйы ҡая буйлап һарҡҡан дым уларҙың өҫтөн йоҡа ғына эзбиз ҡабыҡ менән ҡаплаған. Был үҙ сиратында һүрәттәрҙең беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланыуына булышлыҡ иткән.
Яҙмалар контур һәм һыҙыҡтар ярҙамында эшләнгән, фигуралар, башлыса ҡабырғаларға баҫым яһалып, «һөлдә» стилендә йәки эске органдарҙы һүрәтләү менән күрһәтелгән. Әммә тулыһынса буялған фигуралар ҙа бар.
Ҡаяларҙағы һынлы сәнғәттә кешеләр тәбиғи буяуҙар һәм металл оксидтарын ҡулланған. Иң таралған буяу тәбиғи пигменттар (аҡһыл-һарынан ҡуйы ҡыҙыл һәм көрән тондарҙағы охра) менән һыу, хайуан ҡаны йәки майын ҡушыу һөҙөмтәһендә алынған.
Ҡая сәнғәте ҡомартҡыһы боронғо ваҡыттарға ҡарай: һуңғы Мезолит, Неолит, Бронза быуаты. Боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы беҙҙекенән күпкә айырыла, шуға күрә тәүтормош һүрәттәрҙең мәғәнәһен аңлау бик ҡатмарлы.
Урал яҙмалары башлыса ике үлсәмле һүрәтте хәтерләтә. Бындай күләмлек ҡаялағы ҡалҡыу урындарҙы файҙаланыу һөҙөмтәһендә күренә. Хайуан һәм ҡош һындары йыш ҡына ҡырындан (профиль) һүрәтләнгән, Шулай ҙа өҫтән күренгән кеүек төшөрөлгән һүрәттәр ҙә осрай. Кешегә оҡшаш һындар башлыса тура (анфас) ҡарай, шулай уҡ ситкә ҡарағандары ла бар.
Шулай итеп, боронғо рәссамдар бөгөнгө сәнғәттә таныш барлыҡ үлсәмдәрҙе лә ҡулланған, тик уны тигеҙ яҫылыҡта күрһәтеү оҫталығын ғына белмәгән. Шулай уҡ һүрәтләнгән хайуандарҙың күләм пропорцияһы ла һаҡланған. Мәҫәлән, мышы янындағы кеше йәки ҡош һыны үҙ ҙурлығында күрһәтелгән.
Ҡая һынлы сәнғәтендә хәрәкәт аяҡтар ярҙамында (киҫешеүе, бөгөлөүе), тән ауышыуы йәки баш боролошо менән бирелгән.
Һынлы мотивтарҙы 4 төркөмгә айырырға мөмкин:
- Геометрик фигуралар: селтәр, зигзаг, тулҡын, күпмөйөш, һыҙыҡ, түңәрәк.
- Хайуандар: күпселектә тояҡлылар төрө һындары.
- Ҡоштар: өйрәк, ҡаҙ, аҡҡоштар.
- Кешегә оҡшаш һәм антропоморф заттар.
Хайуандар араһында тояҡлылар өҫтөнлөк итә: мышы, болан, илектәр (ҡоралай). Урта һәм Төньяҡ Уралдағы һүрәттәргә мышы һәм болан хас булһа, ә Көньяҡ Уралда йәшәүселәр илектәрҙе һүрәтләгән. Хайуандарға ҡағылышлы был күренеш бөгөнгө биләмәләргә лә тап килә. Тояҡлыларҙан тыш айыу, эт һүрәттәре лә бар.
Ҡаяларҙа хайуандарҙан тыш ҡоштарҙың бик күп һындарын күрергә мөмкин. Уларҙың күпселеге — һыу ҡоштары. Башлыса ауыр кәүҙәле, ҡыҫҡа муйынлы өйрәктәр. Оҙон муйынлы ҡоштар ҡаҙ тип ҡабул ителә. Аҡҡоштар тураһында ышаныслы әйтеп булмай. Ҡош һындары, ҡағиҙә булараҡ, төркөм-төркөм бер нисә дана төшөрөлгән.
Кешегә оҡшаш йәки антропоморф заттар киң күрһәтелгән. Уларҙың йөҙө башлыса тамашасыға йүнәлтелгән һәм бер нисә һыҙыҡ ярҙамында бирелгән, ҡул-аяҡтары бөгөүле. «Кеше» даими хәрәкәттә, «бейеүҙә» күрһәтелә. Ҡайһы берҙә уларҙың баштары ике йәки күп нурлы баш кейемдәре менән биҙәлгән.
-
Р охра н Нейва
-
Коптеловой охра булған таш. Йылға Нейва
-
Селтәр рәүешендә һәм геометрик һүрәттәр мотивтары төрҙө. Таш Коптелов. Йылға Нейва
-
Һүрәт төрҙө. Шайтанға Таш. Йылға Реж.
-
Һүрәт төрҙө. Шайтанға Таш. Йылға Реж.
-
Скелетный тояҡлыларҙан стилендә һүрәттәр, ҡоштар, геометрик мотивтары. Шайтанға Таш. Йылға Реж.
-
Антропоморф һүрәттәрҙән (человекоподобный) йән эйәһе. Северский охра
-
Северский охра. Тирә-Екатеринбург
-
Ҡош һүрәттәре (өйрәк). Северский охра. Тирә-Екатеринбург
-
Өсмөйөш рәүешендә, геометрик мотивтары. Шайтанға таш. Йылға Реж.
Өйрәнеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уралдағы ҡая һүрәттәре тураһында тәүге яҙма XVII быуат аҙағында теркәлә. XVIII йөҙ йыллыҡ башында Верхотур приказының дьякон ярҙамсыһы Яков Лосев, ә бер нисә йылдан һуң Семен Ремезов тарафынан ирбит Яҙылған Таш һүрәтенең күсермәһе эшләнә. Әммә был күсермәләр ныҡ стилләштерелә, масштабы боҙоп, ориентирһыҙ эшләнгән. 1705 йылда яҙмалар тураһында Витсен Николаас үҙенең «Көнсығыш һәм төньяҡ Тартария» хеҙмәтендә телгә ала. Яҙмаларҙы билдәһеҙ яҙыу төрөнә йәки чуд тамғаһына индерәләр. «Яҙма ҡая» тураһында теүәлерәк мәғлүмәттәрҙе XVIII быуат тарихсыһы Миллер Герард килтерә.
XIX быуат башында ҡая һүрәттәре тураһында Никита Попов билдәләп үтә, ул Вишера йылғаһындағы «Яҙыулы таш» тураһында яҙа. «Ҡаяла ҡыҙыл төҫтәге яҙмалар йәки айырым һындар күренгәнгә, ул Яҙыулы таш тип йөрөтөлә… Улар вогул йәки башҡа халыҡ тамғалары булыуы ихтимал…». Ул шулай уҡ Тагил йылғаһындағы һүрәттәр тураһында ла хәбәр итә.
1829 йылда Тагил яҙмаларын Александр Гумбольдт ҡарай һәм уларҙың Америка һүрәттәре менән оҡшашлығын билдәләй. XIX быуатта Урал ҡаяларындағы һүрәттәрҙе өйрәнеүгә Түбәнге Тагил заводы кассиры Дмитрий Шорин ҙур өлөш индерә. Ул Тагил йылғаһындағы Билабан, Ыласын Таш, Ҡарауыл Ташы, Йылан Таш һәм башҡа ҡаяларҙағы яҙмаларҙың күсереп ала. Улар яҡшы теүәллеге менән айырыла.
Урал яҙмаларын өйрәнеүҙә Урал тәбиғи белемдәр яратыусылар Йәмғиәте булдырылыуы ныҡ ярҙам итә. XIX быуат аҙағында Тагил, Нейва, Кама, Вишера, Иҫәт, Тура һәм башҡа йылға ярҙарындағы «чуд яҙмалары» һүрәтләмәһен эшләргә тырышалар. Әммә һөҙөмтәлә Пермь губернаһы археологик ҡомартҡылар теҙмәһендә айырым һанап сығыу менән генә сикләнелә.
XX быуат уртаһында ҡая рәсемдәрен өйрәнеү буйынса махсус экспедициялар ойошторола. О. Н. Бадер һәм В. Ф. Генинг — Вишера, В. Н. Чернецов Урта Уралдағы йылға ярҙарындағы яҙмаларҙы өйрәнә.
Хәҙер ҡая яҙма сәнғәте булған яҡынса 90 урын билдәле. Уларҙы асыуҙа археологтар В. Т. Петрин, В. Н. Широков, С. Е. Чаиркин, Ю. П. Чемякин, Н. А. Широкова һәм башҡа белгестәр ҙур өлөш индерә.
В. Н. Чернецовтың Уралдағы ҡая яҙмаларын өйрәнеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙмалар был ергә рустар килгәнгә тиклем манси халҡы йәшәгән мәлдәргә тура килә. Рутар уларҙы «вогул» тип йөрөткән. Чернецов шулай уҡ ҡая яҙмалары оҡшашлығын манси милли сәнғәтендә — материалдарҙағы биҙәктәрҙә, көнкүреш һүрәттәрендә, татуировка һәм тамғаларҙа, изге урындарҙа таба.
Һүрәттәрҙе сюжет буйынса төркөмләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал ҡаялары һүрәттәрен анализлау һөҙөмтәһендә Чернецов бер нисә төркөм билдәләй.
Бөтәһе өс төп сюжетты билдәләй.
Тәүге Сюжет. Төп һүрәттәр йәнлек (мышы, болан, илектәр). Был сюжет бер-береһенән айырылып торған бер нисә деталдәргә ҡарап, дүрт вариантта билдәләнә.
1-се вариант. Тояҡлы йәнлек менән бергә күк йөҙө һәм йыш ҡына аулау ҡулайламаһы һүрәтләнә. Бындай вариант Түбәнге Тагил яҙмаларына хас.
-
Зенковский ҡая, 1-я һүрәттәр төркөмө (Чернецова. 1970. 61-се б.)
-
Маскальский охра I, 2-я һүрәттәр төркөмө (Широков. 2005. 42 с)
2-се вариант. Тояҡлы йәнлек һыны һәм күк йөҙө тамғаһы. Миҫал өсөн Реж йылғаһындағы Исаков ҡаяһын, Түбәнге Тагилдағы Ирбит Яҙма Ташын, Йылан Ташты килтетергә була.
-
Исаковский Фрагмент охра (Чернецова. 1970. 62 с.)
-
Исаковский охра. 1-я һүрәттәр төркөмө (Широков. 2007. 43-сө б.)
3-сө вариант. Һүрәттә ҡапҡандарға эләккән хайуанды күрергә була. Бында күк тамғаһы юҡ, әммә аулау ҡоролмалары ентекләп эшләнгән. Был вариантҡа Ыласын ҡаяһы, II-се Бородино ҡаяһы, Ике күҙле Таш һүрәттәре инә.
-
Ҡая булып охра соколий Фрагмент, р Тагил (Чернецова. 1970. С. 63)
-
II Фрагмент н охра-Бородино о ҡая, Реж. р. (Чернецова. 1970. С. 63)
4-се вариант. Антропоморф һүрәттәрҙән тора, бында хайуан һыны һәм һунарсы ҡоймаһы күрһәтелә. Бындай яҙма Тагил йылғаһындағы Йылан Ташта яҡшы күренә.
-
Змиев Фрагмент Таш менән бишенсе һүрәттәр төркөмө (Чернецова. 1970. С. 64)
Икенсе сюжет. Төп һүрәт ҡош һынынан тора. Был төркөмдә һыу ҡоштары күк көмбәҙе, ауҙар менән бергә килә.
-
Ҡырағай ҡоштарға һунар итә. Змиев Таш менән Фрагмент (Чернецова. 1970)
Өсөнсө сюжет. Төп һүрәттәр — «шартлы антропоморф һәм антропозооморф һындар». Реалистик һүрәттәр бында бөтөнләй юҡ тиерлек. Чернецов был төркөмдө йөкмәткеһе буйынса 2 төргә бүлә. 1-се вариант. Бында һунар ҡоролмалары, уларҙың янында ниндәйҙер стилләштерелгән һындар күрһәтелә.
-
Миҫал 1 вариант композиция, сюжет өсөнсө.
2-се вариант. Төркөмгә шартлы рәүештә күпләп антропоморф, ҡош рәүешле һәм кеше фигуралары һүрәттәре индерелгән.
-
Мәҫәлән 2 варианты композиция, сюжет өсөнсө.
Ҡая яҙмалары датаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡая һүрәттәрен эшләү осорон билдәләү бик ауыр. Бында күп факторҙарҙы күҙ уңында тотоу мөһим: һүрәттәрҙе һалыу техникаһын һәм ститистик үҙенсәлектәрен, ҡая бейеклеген, уның йөҙөн, урын топографияһын.
Шулай ҙа яҡынса иҫәпләүҙәр ысулы — ҡая һүрәтенән башҡа әйбер оҡшашлыҡтары менән сағыштырыу: керамикалағы биҙәктәр, һөйәктәге гравировка, ҡорал һәм ҡорамалдар. Ошонан сығып, Уралдарғы ҡая һүрәттәре неолит, бәлки, һуңғы мезолит осорона тап килеүен билдәләй белгестәр.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уралдағы ҡая һүрәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төньяҡ яҙма
- Шайтан яҙмаһы
- Шыршылы морондағы яҙма
- Шыршылы морон
Рәсәйҙәге һүрәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бояр яҙмаһы
- Сулек яҙмаһы
- Канозер петроглифтары
- Томск яҙмаһы
- Бага-Заря
- Ошкол яҙмаһы
- Сыдин яҙмаһы
- Шалаболинс яҙмаһы
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала. В. 1. Мәскәү. 1964
Чернецов В. Н. Наскальные изображения Урала. В. 2. Мәскәү. 1971
Петрин В. Т., Широков В. Н., Чаиркин С. Е. Древнее святилище во 2-й Серпиевской пещере на Южном Урале.// Семантика древних образов . Мәскәү. 1990
Широков В. Н., Чаиркин С. Е., Чемякин Ю. П. Уральские писаницы: река Нейва. Екатеринбург. 2000
Широков В. Н., Чаиркин С. Е., Широкова Н. А. Уральские писаницы: река Тагил. Екатеринбург. 2005
Широков В. Н. Уральские писаницы: Реж и Ирбит. Екатеринбург. 2007.
Широков В. Н. Древнее наскальное искусство.//Екатеринбург: энциклопедия. Екатеринбург. 2002
Широков В. Н., Чаиркин С. Е. Писаница Старичная (река Нева, Средний Урал)//Охранные археологические исследования на Среднем Урале. Вып. 1. Екатеринбург 1997
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 йыл 17 июнь [https://web.archive.org/web/20070617032449/http://smalt.karelia.ru/~petroglyphs/indexx.htm архивланған. Карелия петроглифтары]
- Амур төбәкгенең тарихи мираҫы 2014 йыл 17 май архивланған.
- Калбак Ташы петроглифтары. 2011 йыл 28 сентябрь архивланған. Алтай 2011 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Петроглифический комплексы «Калбак-Таш», сенмурва һәм кер-тютпа «Тере себер юлы» 2019 йыл 4 октябрь архивланған.
- Хакасия петроглифтары. 2016 йыл 18 август архивланған. «Пичиктиг-Таг» Писаная Гора — Сулекская писаница на «Живых дорогах Сибири» 2016 йыл 18 август архивланған.