Попов Никита Саввич
Попов Никита Саввич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Подданлығы | |
Попов Никита Саввич (19 ғинуар 1763 йыл — 1 июль 1834 йыл) — Рәсәй империяһы яҙыусыһы, географ, тарихсы, туған яҡты өйрәнеүсе. Статский советник (1824). Пермь ир балалар гимназияһы директоры (1808—1829), тәүгеләрҙән булып Пермь губернаһының географик-иҡтисади тасуирламаһын нәшер итә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1763 йылдың 19 ғинуарында Ҡазан губернаһы Пермь наместниклығы (хәҙерге Свердловск өлкәһе) Красноуфимск ҡәлғәһендә дини ҡатламдан сыҡҡан рота писаре Савва Попов ғаиләһендә тыуған.
1777 йылда Вятка дини семинарияһына уҡырға керә. 1783 йылдың 15 ноябрендә Санкт-Петербург ҡалаһындағы Фёдор Иванович Янкович де Мириевоның уҡытыусылар семинарияһына күсә һәм уны 1786 йылдың 20 авгусында тамамлай[1].
1786 йылдың 22 сентябрендә Пермь ҡалаһындағы Төп халыҡ училищеһында тәбиғи тарих, география һәм дөйөм тарих өлкән уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнә[1].
1801 йылда «Ода изображение благоденствия России под державою государя императора Александра Павловича на день высочайшего коронования сентября 15 дня 1801 года» тигән әҫәре сыға.
1804 йылда «Пермь губернаһының хужалыҡ итеү тасуирламаһы…» («Хозяйственное описание Пермской губернии…») тигән тәүге дөйөмләштерелгән фәнни 2 томда Пермь ҡалаһында нәшер итә. Был хеҙмәттә Пермь губернаһының географик, этнографик, иҡтисади һәм тарихи тасуирламаһы бирелә. Шуның бер тормында Пермь башҡорттарының хужалығы, көнкүреше, торлағы, башҡорт кейеме, башҡорт аш-һыуы һәм дини ҡараштарының үҙенсәлектәре һүрәтләнгән Урал буйы халыҡтарының географияһы, тарихы һәм этнографияһы буйынса материалдар килтерелә. 1811—1813 йылдарҙа Император Ирекле иҡтисади йәмғиәте был хеҙмәтте Санкт-Петербургта 3 томда нәшер итә. Бынан башҡа Пермь губернаһы тураһында күп төрлө материалдарҙы 1811—1820 йылдарҙа сыҡҡан «Казанские известия» гәзитендә йыл һайын баҫтырып бара. 1807 йылда Пермь губернаһының барлыҡ училищелары тураһында тарихи яҙмалар төҙөй[1].
1807 йылдың 4 ғинуарында Ҡазан университетына адъюнкт итеп тәғәйенләнә.
1807 йылдың 18 ноябренән Пермь губернаһы училищеларының директоры була һәм бер үк ваҡытта уҡыта. 1808 йылдың 29 июненән Пермь ир балалар гимназияһының директоры вазифаһын башҡара. 1821 йылдың мартында Ҡазан ватан әҙәбиәтен һөйөүселәре йәмғиәтенең ағзаһы, ә 1821 йылдың 28 мартында Рәсәй әҙәбиәтен һөйөүселәрҙең ирекле йәмғиәтенең ағза-корреспонденты итеп һайлана. 1819 йылдың 27 ноябрендә — коллегия советнигы, ә 1824 йылдың 25 июлендә статский советник дәржәләрен ала. 1829 йылдың 19 ғинуарында отставкаға китә[1].
1834 йылдың 1 июлендә вафат булған[1].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Попов Н. С. Историко-географическое описание пермской губернии, сочиненное для атласа 1800 года. — Пермь, 1801. (РНБ)
- Попов Н. С. Ода изображение благоденствия России под державою государя императора Александра Павловича на день высочайшего коронования сентября 15 дня 1801 года. — Пермь, 1801.
- Попов Н. С. Хозяйственное описание Пермской губернии. — Пермь, 1804.
- Попов Н. С. Исторические записки о народных училищах Пермской губернии, с начала их открытия по настоящее время. — Пермь, 1807.
- Попов Н. С. Хозяйственное описание Пермской губернии по гражданскому и естественному состоянию в отношении к земледелию, многочисленным рудным заводам, промышленности и домоводству, сочиненное по начертанию Императорского Вольного Общества (в 3-х томах) 2017 йыл 14 февраль архивланған. — СПб.: Императорская типография, 1811.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Попов Никита Саввич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2022)