БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конституция
Башҡорт АССР-ы Конституцияһы
Номер: 1
Ҡабул ителгән: V Бөтә Башҡорт Советтар съезы
Раҫлау: 27 март 1925 йыл
Көсөн юғалтҡан: 1937 йыл

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы — Башҡорт Автономиялы Социалистик республикаһының төп законы; 1925 йылдың 27 мартында Өфөлә Бөтә Башҡорт Советтар съезында раҫлана.

РСФСР флагы

Ҡабул итеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Конституцияһы нигеҙҙәре өҫтөндә эшләү бик ҡатмарлы була һәм бер нисә этап үтә. Тәүҙә Башҡортостанда хоҡуҡи нигеҙ булып Башҡорт өлкә шуроһының 1917 йылдың 16 ноябрендәге 2-се һанлы фарманы, декабрҙәге Ойоштороу Ҡоролтайы ҡарары, «Бәләкәй Башҡортостан менән автономиялы идара итеү тураһында ҡанун проекты» һ. б. яҙылмаған (рәсми рәүештә раҫланмаған) конституцион ҡанундар йыйылмаһы хеҙмәт итә.

Ҡанундар йыйылмаһы өҫтөндә эшләүҙең икенсе этабы Башҡорт Хөкүмәте һәм Совет власының үҙәк органдары араһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң: ВЦИК һәм РСФСР халыҡ комиссарҙары Советының 1920 йылдың 19 майындағы ҡарарҙары ҡушымталарына, ВЦИК-тың 1922 йылдың 14 июнендәге декретына ярашлы үткәрелә. Ошо хоҡуҡи акттар Башҡорт Совет Республикаһының яҙылмаған Конституцияһын тәшкил итте һәм яңы Конституция ҡабул ителгәнгә тиклем ҡулланылды. В. И. Ленин үҙенең 1920 йылдың 30 ғинуарындағы Башревкомға ебәргән телеграммаһында Килешеүҙе башҡорт Конституцияһы тип атаған.

БАССР-ҙың яҙылған Конституцияһы өҫтөндә эшләү һәм V Бөтә Башҡорт Советтар съезында ҡабул ителеүе өсөнсө этапҡа ҡарай.

1923 йылдың 6 июлендә СССР Үҙәк башҡарма комитеты (ЦИК) СССР Конституцияһын ҡабул итә. 1924 йылдың 31 ғинуарында ул XI Бөтә Союз Советтары съезында раҫлана. Ошо уҡ съезда РСФСР Конституцияһына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә[1].

XII Бөтә Рәсәй Советтар съезы 1925 йылдың 18 ноябрендә РСФСР-ҙың Конституцияһының яңы тексын раҫланы.

РСФСР-ҙың Конституцияһындағы үҙгәрештәргә ярашлы РСФСР составына ингән барлыҡ автономиялы совет социалистик республикаларында конституциялар ҡабул итергә йәки уларҙы үҙгәртергә кәрәк була..

ВЦИК президиумы 1925 йылдың октябрендә автономиялы республикаларының Үҙәк башҡарма комитеттары (ЦИК) вәкилдәренән торған махсус комиссия ойоштора. Комиссия ВЦИК ағзаһы етәкселегендә РСФСР-ҙың автономиялы республикалары конституцияларының төп ҡанундары өҫтөндә эшләй.

Юстиция халыҡ комисариаты әҙерләгән БАССР-ҙың баштағы конституцияһы проекты V Бөтә Башҡорт Советтар съезына тикшереүгә тәҡдим ителә. Съезд 1925 йылдың 21 — 27 мартында үтә.

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы Үҙәк тарафынан раҫланмаған була, әммә ул республика конституцион торошон шаҡтай һәйбәт күрһәтә, Башҡортостандағы дәүләт ҡоролошоноң эш тәжрибәһен дөйөмләштерә, уның тарихының ойоштороу осорона нөктә ҡуя һәм Башҡортостандың артабанғы үҫешен билдәләгән сәйәси-хоҡуҡи документ булып тора.

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы булып тора. Беренсе Конституция 1937 йылға тиклем ғәмәлдә була.

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БАССР Конституцияһының баштағы проекты дүрт бүлектән торған һәм түбәндәгесә булған:

I бүлек. Дөйөм ҡағиҙәләр (15 статья).

II бүлек. Бөтә башҡорт Советтары съезы тураһында (5 статья).

III бүлек. БашЦИК (52 статья). А . Закондар сығарыу өлкәһендә. Б Башҡарыу өлкәһендә. В . Контролдә тотоу өлкәһендә.

IV бүлек. Башсовнарком (14 статья).

Башҡорт АССР Конституцияһының тәүге проектында айырым үҙәк учреждениеларына һәм республиканың вазифалы кешеләренә, процедура һәм икенсе дәрәжәләге мәсьәләләргә үтә күп урын бүленә. Шуға күрә Наркомюст проектына үҙгәрештәр индерелә.

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһының төп положениелары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылдың 27 мартында Бөтә Башҡорт Советтары съезы тарафынан Башҡорт АССР Конституцияһы түбәндәгесә була:

БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы 93 статьянан, 4 бүлектән һәм 8 киҫәктән торған.

I киҫәк . Дөйөм положениелар.

  • 1 бүлек. Исемһеҙ (19 статья).
  • 2 бүлек. Башҡортостан Социалистик Республикаһы менән Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы үҙ -ара мөнәсәбәттәре тураһында ҡануниәт һәм идаралыҡ өлкәһендә(13 статья).
  • 3 бүлек. Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһының бюджет хоҡуҡтары тураһында (7 статья, 33-39 ст.).
  • 4 бүлек. Бөтә Башҡорт Советтары съезы һәм Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһының идара итеү даирәһе тураһында (2 статья).

II киҫәк. Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһында Совет власын булдырыу тураһында.

  • 5 бүлек. Үҙәк власы тураһында.

А. Бөтә башҡорт Советтар съезы тураһында (4 статья).

Б. Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһының үҙәк башҡарма комитеты тураһында (6 статья).

В. Халыҡ депутаттары тураһында (5 статья).

Г. Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһының халыҡ комиссариаттары тураһында (10 статья, 57-66 ст.).

  • 6 бүлек. Урындағы хакимиәт тураһында.

А. Советтар съездары тураһында (5 статья, 67-71 ст.). Б. Башҡарма комитеттар тураһында (5 статья).

В. Депутаттар Советы тураһында (5 статья, 77-81 ст.). Г. Урындағы хакимиәт органдарының идара итеү даирәһе тураһында (3 статья).

III киҫәк. Советтарға һайлауҙар тураһында.

  • 7 бүлек. Исемһеҙ.

А. Һайлау хоҡуҡтары (3 статяи, 85-87 ст.). Б. Тикшереү һәм һайлауҙарҙы ғәмәлдән сығарыу һәм депутаттарҙы саҡырып ҡайтарыу тураһында (3 статья).

IV киҫәк. Исемһеҙ.

БАССР гербы
  • 8 бүлек. Герб, флаг һәм Башҡортостан Социалистик Совет Республикаһы Хөкүмәте даими торған урыны тураһында (3 статья).

Башҡортостан РСФСР составына һәм уның аша Социалистик Республикалар Союзына ирекле рәүештә инә һәм ирекле рәүештә дөйөм федератив хакимиәте менән үҙенең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм дөйөм федератив РСФСР Хөкүмәтендә ҡатнашыу формаһын билдәләгән эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары Советтары автономиялы республикаһы булараҡ таныла (1 ст.). Шул уҡ ваҡытта Башҡорт республикаһы — эшселәр һәм крәҫтиәндәр дәүләте, милли совет республикаһы (3 ст.).

Башҡорт АССР-ың 1925 йылғы Конституцияһы Башҡортостандың кантон территориаль ҡоролошон нығыта, уның составына 8 кантон инә: Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамьян-Ҡатай, Өфө (4 ст.).

Конституция республика граждандарының туған телде съездарҙа, судта, идара итеүҙә һәм йәмғиәт тормошонда иркен ҡулланыу хоҡуғын таный; аҙсылыҡ милләттәргә мәктәптә туға н телдә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителә (7 ст.). Әммә рәсми телдәр булараҡ башҡорт һәм урыҫ телдәре таныла (8 ст.). Республика суд органдары хоҡуҡты ҡулланған эшмәкәрлегендә башҡорт хеҙмәтсән халҡының көнкүреш үҙенсәлектәрен иғтибарға алырға тейешлеге күҙ уңында тотола (14 ст.). Революцияны ҡулда ҡорал тотоg яҡлау почетлы тип баһалана һәм тик хеҙмәтсәндәргә генә бирелгәне билдәләнә (15 ст.).

Башҡорт АССР-ың 1925 йылғы Конституцияһы Башҡорт АССР-ының РСФСР, шулай уҡ СССР менән ҡануниәт һәм идара итеү өлкәләрендә бик ентекле итеп хәл итә. Бюджет хоҡуҡтары өлөшөндә Башҡорт АССР-ың 1925 йылғы Конституцияһы Башҡорт АССР-ының килемдәре һәмсығымдары бүленә: а) РСФСР дәүләт бюджеты буйынса ҡаралған килемдәргә һәм сығымдарға; б) Башҡорт АССР- ның урындағы бюджеты буйынса үткәрелгән килемдәр һәм сығымдар (33 ст.).

Конституция ВЦИК һәм Бөтә Рәсәй Советтары съезы артабанғы раҫлау шарты менән Башҡорт АССР-ы Конституцияһына дөйөм йәки айырым статьяларын һәм пункттарын ҡабул итеү, үҙгәртеү һәм өҫтәмәләр эшләү; Башҡорт АССР-ының сиктәрен үҙгәртеү проекттарын ҡабул итеү; Башҡорт АССР-да хәкимиәт үҙәк органдары тураһында положениеларҙы раҫлау; СССР һәм РСФСР ҡануниәте сәбәпле Советтар съезы һәм Башҡорт АССР-ының Үҙәк башҡарма комитеты ҡарамағына бирелгән бөтә финанс-бюджет мәсьәләләренең сиселешен тәьмин итеү; Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз Советтары Съезына делегаттар һайлауҙары тик Бөтә Башҡорт Советтары съезының ҡарамағында булыуын билдәләй (40 ст.).

Башҡорт АССР-ының 1925 йылғы Конституцияһы республиканың үҙ Дәүләт гербы һәм Дәүләт флагы булыуын билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәтенең даими торған урыны булып Өфө ҡалаһы билдәләнә.

Конституция раҫлауының кире ҡағылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылда Конституция Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетына (ВЦИК) раҫлау өсөн тапшырыла һәм кире ҡағыла. ВЦИК түбәнге иҫкәрмәләр яһай:

Конституция буйынса «Башҡортостан РСФСР һәм уның аша Совет Социалистик Республикалар Союзына ирекле инеүсе республика булып тора». ВЦИК комиссияһы ошо фразаны кире ҡаға һәм икенсе формулировка тәҡдим итә: «Рәсәй Федерацияһы айырым республикаларҙың ирекле килешелгән берләшеү нигеҙендә түгел, ә Рәсәй республикаһы составынан айырым милләттәрҙең, РСФСР Юғары органдары раҫлауынан һуң, автономиялы республикалар булып бүленеп сығыу принцибына ҡорола».

ВЦИК подкомиссияһы БАССР Конституцияһын СССР һәм РСФСР Конституциялары, башҡа автономиялы республикалар проекттары менән сағыштырғандан һуң, 1 — 19 статьяларын төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим итә һәм ике яңы статья билдәләй. Подкомиссия эше ныҡ һуҙылып китә. 1926 йылдың 17 авгусында «яңы нигеҙҙәр аныҡланғанға» тиклем бөтә конституциялар проекттарын ҡарау кисектерелеп тороуы тураһында ҡарар сыға. БАССР-ҙың Конституцияһы раҫланмай ҡала[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Конституционное развитие Башкирии. — Уфа: Башкирское кн. издательство, 1991 г.— 176 с.: ил. 15ВМ 5-295-00665-4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]