БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы
Конституция | |
Башҡорт АССР-ы Конституцияһы | |
Номер: | 2 |
Ҡабул ителгән: | 1936 йылдың 5 декабрендәге Ғәҙәттән тыш Х Бөтә Башҡорт Советтары съезы |
Көсөнә ингән: | 5 декабрь 1937 йыл |
Первая публикация: | «Совет Башҡортостаны» |
Көсөн юғалтҡан: | 5 май 1978 йыл |
БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы — Башҡорт Автономиялы Социалистик республикаһының төп законы; 1937 йылдың 23 июнендә Өфөлә X Бөтә Башҡорт Советтары съезында раҫлана.
Ҡабул итеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы 1936 йылдың 5 декабрендә сираттан тыш VIII Советтар Союзы съезында раҫлана. 1936 йылдың июнь-июль айҙарында бөтә союз һәм автономиялы республикаларҙа СССР-ҙың яңы Конституцияһына тап килгән республика конституцияларын әҙерләргә тейеш булған конституцион комиссиялары булдырыла[1].
БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы БАССР-ҙың икенсе Конституцияһы була. Башҡортостанда 1925 йылда ҡабул ителгән беренсе Конституция ВЦИК тарафынан раҫланмай ҡала.
БАССР-ҙың икенсе Конституцияһы СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы һәм РСФСР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы нигеҙендә эшләнә.
БАШЦИК-тың Конституцион комиссияһы рәйесе итеп ВКП (б)-ның Башҡорт обкомы беренсе секретары Яков Быкин һайлана. Яңы Конституцияның проекты «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә 1937 йылдың 24 майында баҫтырыла. Конституция проекты тураһында республикала бер ай дауамында фекер алышыу бара.
1937 йыл|дың 20-23 июнендә Өфөлә Ғәҙәттән тыш Х Бөтә Башҡорт Советтары съезы үтә. Съезда БАССР-ҙың Совнарком рәйесе Зиннәтулла Булашев Конституцияның яңы проекты буйынса доклад менән сығыш яһай. Фекер алышыуҙа 40 яҡын делегат ҡатнаша. 23 июндә статьялап тауыш биреү була, һуңынан Башҡорт АССР-ының Конституцияһы бер тауыштан раҫлана. 1940 йылдың 2 июлендә уны РСФСР-ҙың Юғары Советы раҫланы.
БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы 1978 йылға тиклем ғәмәлдә булда.
БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһының структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһы 11 бүлектән һәм 114 статьянан торған. Конституцияла беренсе мәртәбә йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошоноң нигеҙҙәре, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, һайлау системаһының принциптары билдәләнә.
БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһының төп положениелары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]I бүлек. Йәмғиәт ҡоролошо (12 статья). Бүлектә Башҡорт АССР-ы — сәйәси нигеҙен хеҙмәтсән депутаттарының Советтары тәшкил иткән эшселәр һәм крәҫтиәндәр социалистик дәүләте икәнлеге иғлан ителә.
II бүлек. Дәүләт төҙөлөшө (6 статья). Бүлектә БАССР-ҙың РСФСР составындағы урыны һәм уның хоҡуҡ даирәһенең сиктәре билдәләнә .15-се статьяла республика территорияһы уның ризалығынан башҡа үҙгәртелмәүе тураһында һүҙ бара, ә 16 статьяла СССР һәм РСФСР закондары республика территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейешлеге билдәләнә, Башҡортостан законы Союз йәки Рәсәй закондары менән тура килмәгән осраҡта, аҙаҡҡылары ғәмәлдә булалар. Административ-территориаль бүленешкә ярашлы 1937 йылда Башҡортостан составына 58 район һәм 3 республика әһәмиәтендәге ҡала инә — Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ.
III бүлек. Башҡорт АССР-ы дәүләт хакимиәте органдары (19 статья). Конституция бүлеге дәүләт хакимиәте юғары органдарының системаһын һәм идара итеү хоҡуҡ статусын билдәләне. БАССР Конституцияһы БАССР-ҙың Юғары Советын республика дәүләт хакимиәтенең юғары органы итеп иғлан итте. Союз Юғары Советынан айырмалы рәүештә БАССР-ҙың Юғары Советы бер палаталы була, әммә эш тәртибе шулай уҡ сессиялы була. Сессиялар араһында Юғары Советы Президиумы эш итә.
Башҡорт АССР-ының Юғары Советы 15 мең йәшәүселәрҙән 1 депутат нормаһынан 4 йылға һайлана. Дәүләт хакимиәтенең урындағы органдары, ҡала, район, ҡасаба һәм ауыл хеҙмәтсән депутаттар Советтары 2 йылға һайлана. Башҡорт АССР-ының Юғары Советы 2 судья коллегия составында (енәйәт һәм граждан эштәре буйынса) Башҡорт АССР-ының Юғары судын һәм Юғары суд Президиумын 5 йылға һайлай. Башҡорт АССР-ы СССР Генераль прокуроры тарафынан 5 йылға тәғәйенләнә.
IV бүлек. Башҡорт АССР-ының дәүләт идаралығы органдары (11 статья). БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы республиканың дәүләт хакимиәтенең Юғары башҡарыусы һәм бойороҡ биреүсе органы булып китә. Халыҡ комиссарҙары Советы Юғары Советҡа һәм уның Президиумына буйһона. СССР Конституцияһы структураһынан айырмалы рәүештә, әммә Рәсәй Конституцияһына тап килгән республика бюджетына арналған махсус алтынсы бүлек БАССР-ҙың төп законына индерелә. Бүлектә бюджет БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы төҙөлөүе, уның Юғары Советы тарафынан раҫланыуы һәм дөйөм иғтибар өсөн нәшер ителеүе һыҙыҡ өҫтөнә алына.
V бүлек. Дәүләт хакимиәтенең урындағы органдары (20 статья). Бүлектә республика дәүләт хакимиәтенең урындағы органдары эшмәкәрлеге формалары һәм ысулдары тасуирланған. Хеҙмәтсәндәр депутаттар Советтары урындарҙа райондың, ҡаланың йәки ауылдың мәҙәни-сәйәси һәм хужалыҡ төҙөлөшө менән етәкселек итергә тейештәр, дәүләт тәртибен һаҡлауҙы, граждандар хоҡуҡтарын яҡлауҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итәләр, урындағы бюджетты билдәләйҙәр һ. б. Республика хеҙмәтсәндәре депутаттары Советтарының ҡарарҙар ҡабул итеү һәм СССР, РСФСР Башҡорт АССР-ы закондары биргән хоҡуҡтар сиктәрендә бойороҡтар сығарыу мөмкинлеге була (52 ст.). Әлдән-әле һәм ҡыҫҡа ваҡыт эшләгән Советтар съездарынан айырмалы рәүештә, Башҡорт АССР-ының бөтә урындағы хеҙмәтсән депутаттар Советтары ике йыл дауамында эшләйҙр (һайлау срогы).
VI бүлек. Бюджет АССР-ының бюджеты (4 статья). Республика бюджеты Башҡорт АССР-ы Совнаркомы тарафынан төҙөлгән һәм БАССР-ҙың Юғары Советы тарафынан раҫланған. Бюджетты формалаштырыу сығанаҡтары булып урындағы хужалыҡтан килемдәр, уларҙың территорияларынан йыйылған дәүләт һалымынан, шулай уҡ СССР һәм РСФСР ҡануниәте билдәләгән күләмдә урындағы һалымдарҙан һәм йыйымдарҙан отчислениелар тора.
VII бүлек. һәм Суд һәм прокуратура (12 статья). Бүлек башлыса Союз һәм Рәсәй Конституцияларына тап килә. Конституцияның үҙенсәлеге суд эштәрен алып барыу башҡорт, татар, мари йәки сыуаштар күпселек тәшкил иткән ауыл райондарында ошо халыҡтар телдәрендә билдәләнә, ә үҙәк суд учреждениеларында — башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә. Был телдәрҙе белмәгәндәр өсөн тәржемәсе аша эш материалдары менән танышыуҙы, шулай уҡ судта туған телдә сығыш яһау хоҡуғы менән файҙаланыуҙы тәьмин ителә.
VIII бүлек. Граждандарҙың төп хоҡуҡтары һәм бурыстары (16 статья). Бүлек граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында Союз һәм Рәсәй Конституциялары статья положениеларын ҡабатлай.
IX бүлек. Һайлау системаһы (10 статья). Бүлектә һайлау системаһы тураһында положениялар үҙгәрә: тауыш биреүҙә сикләнеүҙәр алып ташлана һәм һайлауҙар дөйөм, тиң, йәшерен тауыш биреүле була, сөнки илдә эксплуатор кластары юҡҡа сыҡҡан һәм социализм башлыса төҙөлгән була.
X бүлек. Герб, флаг, баш ҡала (3 статья). Бүлектә БАССР-ҙың атрибуттары билдәләнә:
- Республиканың дәүләт гербы «РСФСР» һәм «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ» яҙыуҙары урыҫ һәм башҡорт телдәрендә, ә «РСФСР» яҙыуы аҫтында урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Башҡорт АССР-ы» яҙыуы урынлашҡан РСФСР гербы була.
- БАССР-ҙың Дәүләт флагы РСФСР флагы була.
БАССР-ҙың баш ҡалаһы итеп Өфө ҡалаһы билдәләнә.
XI бүлек. Конституцияны үҙгәртеү тәртибе (1 статья). Бүлектә Конституциялағы үҙгәрештәр тик Башҡорт АССР-ының Юғары Советы ҡарары буйынса ғына атҡарылыуы тураһында әйтелә. Ҡарар РСФСР-ҙың Юғары Советы тарафынан раҫланырға тейеш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың 1925 йылғы Конституцияһы
- БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы
- СССР-ҙың 1936 йылғы Конституцияһы
- Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандың конституция үҫеше. — Өфө: Баш. кн. изд.-во, 1991 й.— 176 с.: ил. 15ВМ 5-295-00665-4
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КОНСТИТУЦИИ БАССР 2 | Криптоград . Дата обращения: 14 февраль 2013. Архивировано 17 февраль 2013 года. 2013 йыл 20 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://www.jur-portal.ru/work.pl?act=law_read&subact=934327&id=109934 2016 йыл 7 март архивланған.