Алакүл мәҙәниәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алакүл мәҙәниәте
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй

Алакүл мәҙәниәте(рус. Алакульская культура) — б.э.т. XVI—XIII быуаттарға ҡараған бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Ҡурған өлкәһендәге Алакүл янындағы ҡәберлек исеме менән аталған[1][2]

Башҡортостанда Алакүл мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда Алакүл мәҙәниәте ҡомартҡылары Мейәс, Һаҡмар, Яйыҡ йылғалары бассейнында тупланған. Мәҫәлән, Байыш ҡурғандары, Ивановка ҡурғандары, Йомаҡ торамалары, Таналыҡ, Таулыҡай ҡурғандары, Таулыҡай торамаһы, Төбәк һ.б.

Табылдыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Торамалар һыубаҫар урындарҙан өҫтәге киртләстәр майҙанында урынлашҡан, нығытмалары юҡ. Торлаҡтары — бағана конструкциялы, нигеҙ соҡороноң тәрәнлеге 0,6—1,3 м, оҙонса дүрт мөйөшлө; 2 йәки 1 яҡлы (бер аҙ ауыш) ҡыйыҡлы, 2 камералы, майҙаны 100—200 м2 тәшкил иткән ярым ер өйҙәр.

Ҡаҙыныу эштәрендә тупраҡтан сыҡҡан балсыҡ һауыттар банка һәм көршәк рәүешендә, муйынын ҡорһаҡ өлөшөнән айырып торған сығынҡы һыҙатлы, тешле һәм яҫы мөһөр һалынған ҡатмарлы геометрик биҙәкле.

Һөйәк энәләр, уҡ башаҡтары, беҙҙәр, металл бысаҡтар, металл ҡойоу ҡалыбы һыныҡтары, ураҡтар, арҡыры балталар, шлак табылған.

Ерләү ҡомартҡылары

Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Ҡәберлектәр өҫтөндә тупраҡ йәки таш өйөмдәре, тура дүртмөйөш йәки түңәрәк таш кәртәләр булған. Төп ерләү ысулдары: һул ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш ятҡырып, ҡул суҡтарын йөҙ тирәһенә ҡуйып, төньяҡҡа йәки көньяҡҡа табан ауыштырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып һалыу.

Һуң осорҙа яндырыу йолаһы осрай.

Иртә осор ҡәберлектәр түңәрәкләп ҡоролған: уртала ирҙәр йәки парлы (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар) ҡәберҙәр, ян‑яҡтан — балалар һәм ҡатын‑ҡыҙҙыҡы. Ҡәбергә, башлыса баш осона, 1—3 һауыт ҡуйылған. Ҡурған өйөмдәрендә һәм ҡәбер соҡороноң ситтәрендә мал һөйәктәре табылған.

Ҡатын‑ҡыҙ ҡәберҙәренә биҙәнеү әйберҙәре — бронза, алтын, һөйәктән һәм ҡабырсаҡтан эшләнгән беләҙектәр, муйынсаҡтар, элгестәр, балдаҡтар, суҡтар, баш кейемдәре һәм сулпылар һалынған.

Шөғөлдәре

Төп хужалыҡ тармаҡтары — малсылыҡ, игенселек, мәғдәнселек.

Б.э.т. II мең йыллыҡтың 3‑сө сирегендә Алакүл һәм Бура мәҙәниәте халҡы араһында тотороҡло бәйләнеш булған.

Алакүл мәҙәниәтен өйрәнеүселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алакүл мәҙәниәтен өйрәнеүселәр: археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов; совет һәм рәсәй археологы, тарих фәндәре докторы, Силәбе дәүләт тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы "Арҡайым"дың фән буйынса директор урынбаҫары, профессор Г. Б. Зданович; археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов, ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников; археолог, тарих фәндәре кандидаты Стоколос Владимир Савельевич; археолог Фёдорова‑Давыдова һ.б.тарафынан өйрәнелә.

Көньяҡ Урал аръяғының урман‑дала райондарында Петровка мәҙәниәте нигеҙендә Абаш мәҙәниәте ҡәбиләләренең әүҙем ҡатнашлығында формалашҡан.

Тарихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов, К. В. Сальников һ.б. фекеренсә, Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге үҫешенең бер осоро.

В. С. Горбунов, В. С. Стоколос, Э. А. Фёдорова‑Давыдова һ.б. уны Фёдоровка мәҙәниәте менән йәнәш үҫешкән үҙаллы мәҙәниәт тип ҡарай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В. С. Горбунов, Ю. А. Морозов Бронза быуаты/Башҡорт энциклопедияһы
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зданович Г. Б. Бронзовый век Урало‑Казахстанских степей. Свердловск, 1988.
  • Андроновская культура // БРЭ. Т.1. М.,2005.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.