Эстәлеккә күсергә

Морозов Юрий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозов Юрий Алексеевич
Тыуған көнө

11 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (82 йәш)

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Ил

СССРРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

археология

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Уҡыусылары

Р. А. Ниғмәтуллин, А. Ф. Яминов, М. С. Чаплыгин

Награда һәм премиялары
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Морозов Юрий Алексеевич (11 декабрь 1941 йыл) — археолог. Тарих фәндәре кандидаты (1977). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991).

Юрий Алексеевич Морозов 1941 йылдың 11 декабрендә Башҡортостан АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Археология фәненә уны тарих уҡытыусыһы Г. Н. Матюшин ылыҡтыра[1].

1960 йылда урта мәктәпте тамалағандан һуң Совет Армияһы сафында Ырымбур өлкәһендә һәм Венгрияла хеҙмәт итә[1].

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1971—1973 йылдарҙа һәм 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлегендә эшләй: 1993 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2004 йылдарҙа ғилми секретарь.

СССР Фәндәр академияһының Археология институты аспирантураһында өс йыл дауамында уҡый. 1977 йылда Мәскәүҙә «Ағиҙел-Яйыҡ йылғалары араһы бура мәҙәниәте ҡәбиләләренең тарихы» (рус. «История племен срубной культуры Бельско-Уральского междуречья») темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Өфө ҡалаһында Археология һәм этнография музейы асылыуына булышлыҡ итә, 1979—1993 йылдарҙа ошо музейҙың экспозиция залдары мөдире була[1].

1998—2004 йылдарҙа Рәсәй Археология йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең ғилми секретары була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морозов Юрий Алексеевич — 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре Урал буйының неолиты, энеолиты, бронза быуаты, Бура мәҙәниәтенә арналған. 300‑гә яҡын археологик ҡомартҡы, шул иҫәптән Абдулла ҡаласығын, Баръяҙы ҡаласығын, Ғүмәр тораһы II, Ишҡол ҡурғандарын, Ҡараяҡуп археологик комплексын, Ҡәҙер торамаһын, Литовка торамаһын, Мәҡсүт торамаһын, Таулыҡай ҡурғандарын, Иҫке Ябалаҡлы ҡурғандарын аса.

  • История племен срубной культуры Бельско-Уральского междуречья : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.06. — Москва, 1977. — 202 с.
  • Погребальные комплексы эпохи бронзы Южного Приуралья (по материалам Старо-Ябалаклинского могильника). — Уфа, 1988.
  • Некрополь эпохи бронзы Южного Приуралья / Ю. А. Морозов, В. С.Горбунов. — Уфа, 1991. (авторҙаш)
  • Археологические памятники Башкортостана. — Уфа, 1996.
  • Этнокультурные связи срубных племен Приуралья в эпоху развитой бронзы : (По материалам Петряевского могильника) / Ю. А. Морозов, Р. А. Нигматуллин; РАН, АН Респ. Башкортостан. Уфим. науч. центр. Ин-т истории, яз. и лит. — Уфа, 1998. — 39 с. (авторҙаш)
  • Погребальные памятники срубной культуры бассейна реки Дёма (Башкирское Приуралье). — Уфа, 2003.
  • Николаевские курганы («Елена») на реке Стерля в Башкортостане» / Ю. А. Морозов, Р. Б. Исмагилов, М. С. Чаплыгин). — Уфа, 2009. (авторҙаш)
  • На берегах тысячелетий. — Уфа, 2011.
  • Аитовское поселение эпохи бронзы в Башкирском Приуралье : [монография] // Российская академия наук, Уфимский научный центр, Институт истории, языка и литературы. — Уфа : УНЦ РАН, 2017. — 231 с. — ISBN 978-5-9613-0509-8.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкортостан в XX столетии. Исторические портреты. Вып. IV / Отв. ред. Р. Н. Сулейманова. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2017. — С. 79-83. — 168 с. — ISBN 978-5-91608-155-8.