Ҡәҙер торамаһы
Ҡәҙер торамаһы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Урын | Дыуан районы |
Ҡәҙер торамаһы (рус. Кадыровское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Ҡәҙер ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. IV мең йыллыҡ — б.э. III быуатына ҡараған иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәҙер торамаһы Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Ҡәҙер ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт) — 16 км, ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Рухтин) — 8 км.
Табылдыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп ҡатламлы торама. Майҙаны 2500 м², 140 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
Түбәнге ҡатламдарҙа хайуан һөйәктәре, неолит осорона ҡараған таш әйберҙәр — бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеустар, ярсыҡтар, ҡырғыстар һәм ҡом, тальк һәм шамот ҡушып яһалған, тешле мөһөр баҫылған балсыҡ һауыттар табылған. Торлаҡ нигеҙҙәре һаҡланған.
Тораманың юғары ҡатламдарында тальк, ҡабырсаҡ ҡатыштырып әүәләнгән һәм шыма мөһөр эҙҙәре менән биҙәлгән б.э.т. IV быуат — б.э. III быуатына ҡараған балсыҡ һауыттар табылған. Ҡомартҡы таш быуат — тимер быуат осоронда халыҡтың Урал аръяғына килеп ултырыу этаптарын сағылдыра.
Ҡәҙер торамаһы материалдары Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге фондында һаҡлана.
Асыш тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Торама 1968 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты Ю. А. Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә.
1987 йылда тарих фәндәре кандидаты Лебедев Александр Иванович[3], 1990 йылда Рәсәй һәм Башҡортостандың тарихсы-археологы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Г. Н. Гарустович тикшерә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Г. Н. Гарустович Ҡәҙер торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Лебедев Александр Иванович
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. Н. Гарустович Ҡәҙер торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 13 август архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- В. Г. Котов Неолит//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.