Рухтин
Ауыл | |
Рухтино башҡ. Рухтин | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Рухтин (рус. Рухтино) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Рухтин ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 676 кеше[2]. Почта индексы — 452521, ОКАТО коды — 80223831001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рухтин ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 8 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһының төньяҡ-көнбайышына табан 67 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рухтин (Исхаҡ) ауылына 1808 йылда Троицк өйәҙе Мәсәғүт ауылы дәүләт крәҫтиәндәре шул уҡ өйәҙҙең Тырнаҡлы улусы башҡорттарынан һатып алған ерҙәрендә нигеҙ һалған, һәм ауылға тәүге төпләнеүселәр ағай-энеле Рухтин Василий, Гаврила, Матвей һәм Трофим Рухтиндар исеме бирелгән.
«1808 йылдың 22 июлендә Троицк өйәҙе Тырнаҡлы улусы йорт старшиналары Әлибай Ишмөхәмәтов һәм Амангилде Хәсәнов һәм түбәндә иселәнгән башҡа имза һалып, яҙа белмәүселәр ырыу тамғаһын ҡуйып, Троицк өйәҙе ведомствоһы Емаши улус идаралығына ҡараған алты йортта йәшәгән Мәсәғүт ауылы крәҫтиәндәре Гаврил, Трофим, Василий һәм Матвей Рухтиндар... Мәсәғүттән ете саҡрымда ятҡан урында, һуңғараҡ күпселеге Бөрө округына күсеп киткән старшина Мөбәшәр Ибраһимов командаһындағы мишәрҙәр менән йәнәш урынлашты, элек улар йәшәгән Исхаҡ ауылында тороп ҡалған дүрт ихатала йәшәгән мишәрҙе, үҙҙәре теләп ҡуҙғалғанға тиклем, Рухтиндар йәберләмәүе һәм ҡыҫырыҡламауы шарты менән был килешеүҙе төҙөнөк».Оригинал текст (рус.)«1808 года июля 22 дня Троицкого уезда Тырнаклинской волости юртовые старшины Алибай Ишмухаметов и Амангильде Хасанов и при том нижеподписавшиеся и за неумением грамоте приложившие тамги, заключили сей договор Троицкого уезда ведомства Емашинского волостного правления деревни Месягутовой с удельными крестьянами Гаврилом, Трофимом, Василием и Матвеем Рухтиными в том, что по неимению у себя денег со общего в сей волости налично состоящих людей согласия продали мы им, Рухтиным, состоящим в шести дворах крестьянам... землю в оброк в положении состоящих от Месягутовой деревни расстоянием в семи верстах, значущая, где прежде расположены были жительством команды старшины Мубашара Ибрагимова мещеряки, которые ныне отчислены и уехали в Бирскую округу, но токмо с тем условием, что оста ющихся в той деревне (т.е. Искаково) четыре двора состоящих мещеряков не зганивая с жительства того и не притеснять их Рухтиным, пока они сами не пожелают оттоль съехать»[4]
.
1808 йылдың 29 октябрендә килешеү Троицк өйәҙ судында раҫлана. Документта һүҙ ер һатыу тураһында бара, ләкин ысынында урыҫ крәҫтиәндәре менән, уларҙан бер юлы 2 мең һум алып һәм йыл һайын һәр хужалыҡтан 25-әр тин оброк түләү шарты менән, 100 йылға керҙәшлек килешеүе төҙөлгән. Һуңынан 1832 йылғы ер тураһындағы закон нигеҙендә урыҫ крәҫтиәндәренең барыһы ла, милексе булып, бер кешегә 15 дисәтинәнән ер алып, милексе хоҡуғын ала. Әйтеш ауылы аҫаба башҡорттары дәүләт крәҫтиәндәре Исҡаҡ (Рухтин) ауылында йәшәгән. Рухтиндар шулай уҡ, башҡорттарға займға аҡса биреү юлы менән, ҡуртымға алынған ерҙәрҙең майҙанын арттыра. Әйтәйек, 1812 йылда тырнаҡлыларҙың вәкилдәре поход сотниктары Ҡорманғәле Зәйнетдинов менән Сыңғыҙ Сәйетов Гаврил Рухтинға 50 һум аҡса биреп, крәҫтиәнгә 50 урын (ярты дисәтинә - оҙонлоғо 80 сажинға һәм киңлеге 20 сажинға тиң) бирә.
1816 йылда 22 дәүләт крәҫтиәне, 14 иҡтисад крәҫтиәне, заводтарға яҙылған крәҫтиән — 20, Дыуандан сыҡҡан — 10 ир һәм ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1842 йылда 33 йортта йәшәгән 200 кешегә 52 йылҡы малы, 80 һыйыр, 120 һарыҡ, 50 сусҡа тура килгән. Крәҫтиәндәр игенселек, малсылыҡ, кәсепселек менән шөғөлләнгән. Дөрөҫ булмаған сәсеү әйләнеше ҡулланылып, тупраҡты тиреҫ менән ашлағандар. Ауылда бер нисә һуҡҡыс һәм елгәргес, тирмән бар[5].
Рухтин ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1859 йылда Рухтин ауылында 280 кеше, 1865 йылда 37 йортта 271 кеше, 1895 йылда — 555 кеше йәшәгән.
Игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда 3 тимерлек, 4 кибет булған. 1885 йылда сиркәү төҙөлгән. 1893 йылда земство училищеһында 22 уҡыусы уҡыған[6].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Рухтин ауылында сиркәү, земство мәктәбе, шарап һәм мануфактура кибете теркәлгән.
1920 йылда 168 хужалыҡта — 1072 кеше донъя көткән[7].
Әлеге ваҡытта Рухтин ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[8].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рухтин ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1072 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 600 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 454 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 541 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 639 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 676 | 329 | 347 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рухтин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 503-504 б. Рухтин ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Рухтин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Рухтин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Рухтино. Улица
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |