Мөлкәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мулькатово
башҡ. Мөлкәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Арый ауыл Советы

Координаталар

55°36′09″ с. ш. 58°12′08″ в. д.HGЯO

Халҡы

207[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452539

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 804 005

ОКТМО коды

80 623 404 121

Мулькатово (Рәсәй)
Мулькатово
Мулькатово
Мөлкәт (Башҡортостан Республикаһы)
Мулькатово

Мөлкәт (рус. Мулькатово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 207 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80223804005.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арый): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 87 км

Мөлкәт ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 16 километр төньяҡҡа табан һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 87 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].


Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөлкәт ауылына Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары XVIII быуат аҙағында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған. Уның улдары Әбдүш һәм Вәлит Мөлкәтовтар тураһында мәғлүмәт бар.

1795 йылда 19 йортта 108 кеше, 1816 йылда — 11 йортта 78, 1834 йылда — 24 йортта 122 еше йәшәгән.

XIX быуат башынан Мөлкәт ауылына йәнәшә Ғәбделжәлил ауылы барлыҡҡа килгән.

1816 йылда ауылда башлап төпләнеүсенең улдары: 52 йәшлек Әбдүш һәм уның улдары Ишҡужа, Ишбулды, 37 йәшлек Вәлит һәм 36 йәшлек Хәлит Мөлкәтов теркәлгән. Икенсе ауылға нигеҙ һалыусы Ғәбделжәлил тураһында мәғлүмәт билдәһеҙ. Уның улы Шәфей Ғәбделжәлилов (1749—1817), улының улы йәғни, ейәне — Һатымай, Һатымайҙың улы — Аҙналы булған.

1842 йылда Мөлкәттә 108 кешегә 50 сирек ужым, 243 сирек яҙғы бойҙай һәм 8 сирек картуф сәселгән. Ғәбделжәлил ауылында йәшәгән 72 кешегә 25 сирек ужым, 160 сирек яҙғы иген һәм 2 сирек бәрәңге сәселгән[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Мәсәғүт ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Мөлкәттә — 10 йортта 128 кеше йәшәгән, ә Ғәбделжәлилдә шундай уҡ 10 йортта 49 кеше теркәлгән. Һәм XIX быуат аҙағында ике ауыл бергә ҡушыла.

1865 йылда 24 йортта 109 кеше, 1870 йылда ла — 24 йортта 109 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5][6][7].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Мөлкәт ауылындағы 43 йортта 196 кеше йәшәгән[8].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөлкәт ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 196
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 86
1959 йыл 15 ғинуар 163
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 209
2002 йыл 9 октябрь 212
2010 йыл 14 октябрь 207 100 107 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[10]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әнйәк

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 112—113 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2021)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Мөлкәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Мөлкәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. ЦГИА Ф. 138. Оп. 2. Д. 374-а, 724. См. это дело и по дру­гим деревням
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Мөлкәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Мөлкәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Башҡорт энциклопедияһы — Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы
  10. Карта д. Мулькатово. Улицы