Вознесенка (Дыуан районы)
Ауыл | |
Вознесенка башҡ. Вознесенка | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452541 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Вознесенка (рус. Вознесенка) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Вознесенка ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1217 кеше[2]. Почта индексы — 452541, ОКАТО коды — 80223806001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вознесенка ауылы Мәләкәҫ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа 122 километрға табан урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вознесенка ауылына Троицк өйәҙе территорияһында урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һалған. 1865 йылда тәүге төпләнеүсе исеме менән Мусихинский бүлендеге (йорт һәм халыҡ һанын күрһәтмәйсә) тип аталған. Шулай уҡ Хиуа (Хивинский) бүлендеге (выселок) тип тә теркәлгән.
Таҙтүбә менән бер бөтөн булған Цыгановский ҡасабаһы менән Мусихинский бүлендеге 1870 йылда барлыҡҡа килгән. Һуңғараҡ Вознесенка ауылына әйләнгән Мусихинский бүлендегендә 109 йорт, ә Цыгановский ҡасабаһында 17 йорт булған. Таҙтүбәнән бүленеп сыҡҡан ауылдар бик күп булған: Харинский (Мусихин бүлендегенең бер өлөшө — 1877). Аптышевский бүлендеге 11 йорттан торған. 14 йорттан торған Луканинский бүлендеге ерҙе Оло Ҡошсо улусынан ҡуртымға алған. 26 йорттан торған Зайцевский бүлендеге 1898 йылда Таҙтүбәнең бер өлөшө булған, 235 дисәтинә ерҙе биләгән[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Һарт улусы | Өфө өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Дыуан-Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Дыуан улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Вознесенка ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Вознесенка ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Вознесенка ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Вознесенка ауылының XIX быуатта артабанғы үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. XIX быуат аҙағында 3 һыу тирмәне булған[5].
Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1906 йылда Таҙтүбә менән бергә иҫәпкә алынған. 1823 һәм 1896 йылдарҙа төҙөлгән 2 сиркәү, 3 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2‑класлы министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе, земство дауаханаһы, поташный заводы, канат һәм һабын етештереү заведениелары, 9 һыу тирмәне, мануфактура, бакалея һәм галантерея кибеттәре, запас иген һаҡлау мөгәзәйҙәре булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. Кәсепселек менән шөғөлләнгәндәр. XX быуаттың 20-се йылдарынан хәҙерге атамаһы нығынған[6].
Әлеге ваҡытта Вознесенка ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, Мәҙәниәт һарайы («Неунывашки» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар[7].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вознесенка ауылында урыҫтар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 2135 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1263 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1431 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1100 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1220 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1217 | 581 | 636 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Әй, Мәләкәҫ
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре: Вознесенка ауылы эргәһендәге Таҙтүбә һәм Черношарский һаҙлығы — тәбиғәт һәйкәле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вознесенка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. 502—503 б. Мәтәле ауылы
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 120—121 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Вознесенка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Вознесенка (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Вознесенка. Улица
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |