Һикәяҙ (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сикияз
башҡ. Һикәяҙ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан

Ауыл биләмәһе

Һикәяҙ ауыл Советы

Координаталар

55°29′09″ с. ш. 58°09′15″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1798

Халҡы

773[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452532

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 834 001

ОКТМО коды

80 623 434 101

ГКГН номеры

0520736

Сикияз (Рәсәй)
Сикияз
Сикияз
Һикәяҙ (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Сикияз

Һикәяҙ (Һикияҙ, Тепловка [2]; рус. Сикияз) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Һикәяҙ ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 773 кеше[3]. Почта индексы — 452532, ОКАТО коды — 80223834001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км (тура юлдан - 60 км)

Һикәяҙ ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һикәяҙ ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1750 йылда төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһынан күсеп килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған.

1753, 1798, 1810 йылдарҙа шул уҡ шарттар менән бында крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Тәү төпләнеүселәре староверҙар (христиандарҙа иҫке дин кешеләре) була.

Һикияҙ йылғаһы тамағында 1874 йылда Мең улусынан күсеп килеүселәр тарафынан ойошторолған һәм һуңынан юҡҡа сыҡҡан Һикияҙтамаҡ ҡасабаһы урынлашҡан булған[5].

Һикәяҙ ауылының XIX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һикәяҙ ауылы халҡы, ерҙе тиреҫләһә лә, шулай ҙа игенде ҡалдау баҫыу (переложный) системаһы менән эшкәрткән. Урында етештерелгән 50-гә яҡын ат һуҡҡысы, 100-ләп елгәргес, шулай уҡ 6 тирмән булған. 1842 йылда 85 йортҡа 465 ат, 620 һыйыр, 1110 һарыҡ, 18 кәзә, 180 сусҡа тура килгән. Быуат аҙағында 4 йортта мал тотмағандар. Быҙауҙарын, һәр баш малға 60-80-шәр тин түләп, Мырҙалар Мәсетле ауылы башҡорттарына көтөүгә биргәндәр. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр, 1842 йылда ауылда 25 умарта булған. Ауылда 8 тимерлек, иген киптергес, май һығыу һәм буяу оҫтаханалары булған. Баҙар һәм йәрминкәләр йылына 3 тапҡыр үткәрелгән. Тағы 39 кибет булған.

Һикәяҙ ауылында улус идаралығы урынлашҡан. 1865 йылда Һикәяҙ (Тепловка) ауылындағы 212 йортта 1190 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, сана яһау, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йылға судноларында эшләгәндәр. 2 сиркәү, училище, 7 һыу тирмәне, 39 сауҙа кибете булған. Һикәяҙ ауылында йәрминкәләр үткәрелгән.

1876 йылдан алып йыл һайын 50 бала земство училищеһының башланғыс баҫҡысын тамамлаған. Ауылда крәҫтиән балалары өсөн грамотаға өйрәтеү мәктәбе булған, унда 50-гә яҡын малай һәм 10 ҡыҙ белем алған.

1893 йылда Һикәяҙҙа ике православие (таш һәм ағас) һәм диндәштәр сиркәүе булған. Һикәяҙ ауылында шул уҡ исем менән аталған улус идараһы үҙәге булған.

1906 йылда Һикәяҙ ауылында 2 сиркәү, земство мәктәбе, мануфактура, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Йәрминкәләр үткәрелгән[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һикәяҙ ауылында Дыуан сорт һынау участкаһы, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һикәяҙ ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1531
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 787
1959 йыл 15 ғинуар 566
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 634
2002 йыл 9 октябрь 773
2010 йыл 14 октябрь 773 379 394 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Араловец Дмитрий Маркович (18701918) — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Һикәяҙ ауылы земство мәктәбе уҡытыусыһы. Алты бала атаһы. Октябрь революцияһынан һуң РСДРП (б) ағзаһы, 1917 йылдан партия ячейкаһы секретары, ревком рәйесе. 1918 йылдың май айында Мәсәғүт ауылында тоҡанған большевиктарға ҡаршы бола ваҡытында ҡулға алына. Йыртҡыстарса язаланғандан һуң, улы менән бергә тереләй ергә күмелгән. Һикәяҙ ауылындағы урта мәктәпкә Дмитрий Маркович Араловецтың исеме бирелгән, һәйкәл ҡуйылған[8].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • СССР-ҙың 60 йыллығы урам — (рус.  60 лет СССР (улица)
  • Яңы урам (рус.  Новая (улица)
  • Д. М. Араловец урамы (рус.  Д. М. Араловец (улица)
  • Октябрь урамы (рус.  Октябрьская (улица)
  • Манчаж тыҡрығы (рус.  Манчаж (преулок)
  • Социалистик урамы (рус.  Социалистическая (улица)
[9]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Тәбиғәт һәйкәле:

Тарихи һәйкәл:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С.218. ISBN 5-295-30192-6
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 503. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Һикәяҙ (Дыуан районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Силәбе өлкәһе порталы. Араловцы
  9. Карта д. Сикияз. Улицы