Эстәлеккә күсергә

Мәрйәмғул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мәрйәмғол битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Маржангулово
башҡ. Мәрйәмғул
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан районы

Ауыл биләмәһе

Арый ауыл Советы (Дыуан районы)

Координаталар

55°37′21″ с. ш. 58°14′07″ в. д.HGЯO

Халҡы

231[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452539

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 804 004

ОКТМО коды

80 623 404 116

Маржангулово (Рәсәй)
Маржангулово
Маржангулово
Мәрйәмғул (Башҡортостан Республикаһы)
Маржангулово

Мәрйәмғул (рус. Маржангулово) — Башҡортостан Республикаһының Дыуан районындағы ауыл. Арый ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 231 кеше[2]. Почта индексы — 452539, ОКАТО коды — 80223804004.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 20 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арый: 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 95 км

Мәрйәмғул ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Әнйәк йылғаһы буйында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан төньяҡҡа 20 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 95 кимлометр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Мәрйәмғул ауылына XVIII быуат аҙағында Троицк өйәҙе Һарт улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. Уның улдары Ҡаҙыбай (1740—1820) һәм Әлҡәй Мәрйәмғуловтар. Ҡаҙыбайҙың улдары йорт старшиналары Ҡәҙербирҙе һәм Хоҙайбирҙе булған. Әлҡәйҙең улы — 36 йәшлек Рәхимғол Әлҡәев Рәүиз мәғлүмәттәрендә Марже(и)нгулово, Манжигулово, Марзянгулово булараҡ теркәлгән. Мәрйәмғул исемле ауылдар өс улуста: Һарт, Дыуан һәм Ҡошсо улустарында билдәле булған.

Һарт улусында урынлашҡан Мәрйәмғул ауылында 1795 йылда 12 йортта 78 кеше, 1816 йылда — 130, 1834 йылда — 216, 1859 йылда  296 кеше йәшәгән,

1842 йылда 153 кешегә 53 сирек ужым, 274 сирек яҙғы культуралар һәм 5 сирек картуф сәселгән. Уларҙың ер биләмәләре «күптән һөрөлә, әммә ныҡ һөрөлмәгән». Игенселек культуралары, төбәктең климат-тәбиғи шарттарына, тәү сиратта өлгөрөүҙең ҡыҫҡа вегетатив осорона ярашлы, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше нигеҙендә сәселгән. Был — арпа менән арыш. Һоло ла, борай ҙа (бойҙай төрө) сәскәндәр. Быуат аҙағында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс һәм 6 елгәргес, тирмән булған. Йәшелсә баҡсалары була. Һатыу өсөн түгел, ә үҙ ихтыяждары өсөн урындағы тоҡом малы аҫыралған. Үҙҙәренең бесәне етмәгәнлектән, уны күршеләренән 20 бот ауырлыҡтағы йөк өсөн 1,5 һумдан һатып алғандар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1784 Һарт улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 7-се йорт 4-се Загорный Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Мырҙалар улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 Үрге Ҡыйғы биләмәһе Дыуан-Ҡошсо кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) РСФСР
1926 Һарт улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы
2008 Арый ауыл Советы Дыуан районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәрйәмғул ауылында 1865 йылда 56 йортта — 329 кеше, 1870 йылда 56 йортта 329 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.

1906 йылда мәсет, мәҙрәсә, мануфактура кибете теркәлгән.[4]

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда — Мәрйәмғул ауылындағы 103 йортта 613 кеше булған.[4]

Мәрйәмғулда башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 613
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 312
1959 йыл 15 ғинуар 361
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 222
2002 йыл 9 октябрь 220
2010 йыл 14 октябрь 231 112 119 48,5 51,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[5]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

  • Әнйәк

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡы: