Эстәлеккә күсергә

Озеро (Дыуан районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Озеро
башҡ. Озеро
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дыуан

Ауыл биләмәһе

Һикәяҙ

Координаталар

55°30′05″ с. ш. 58°07′12″ в. д.HGЯO

Халҡы

629[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452532

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 223 834 004

ОКТМО коды

80 623 434 106

ГКГН номеры

0520699

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Озеро (Рәсәй)
Озеро
Озеро
Озеро (Дыуан районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Озеро

Озеро (рус. Озеро) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Һикәяҙ ауыл Советы 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 629 кеше[2]. Почта индексы — 452532, ОКАТО коды — 80223834004.

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәсәғүт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 85 км

Озеро ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы башында, район үҙәге Мәсәғүт ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Озеро (төрлө осорҙа Краснопольское, Озёрское тип тә аталған) ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылғы керҙәшлек килешеүе буйынса Себер губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1753, 1798, 1810 йылдарҙа бында шул уҡ шарттар менән крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра.

Озеро ауылының XIX быуаттағы үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1842 йылда Озеро ауылындағы 105 йортта 315 йылҡы малы, 420 һыйыр, 705 һарыҡ, 21 кәзә, 114 сусҡа аҫыралған. Игенселектә ҡалдау баҫыу системаһы ҡулланылған. 35-әр һуҡҡыс һәм елгәргес булған. Май һығыу заводы, тирмән, 2 кибет шәхси хужалар ҡулында була. Мәктәп төҙөлгән.

1865 йылда Озеро ауылының 161 йортонда 910 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, сана етештереү, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне була.

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Озеро ауылында сиркәү, земство мәктәбе, 3 бакалея кибете була.

Әлеге ваҡытта Озеро ауылында Һикәяҙ урта мәктәбенең филиалы — төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Озеро ауылында урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1527
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 853
1959 йыл 15 ғинуар 604
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 574
2002 йыл 9 октябрь 663
2010 йыл 14 октябрь 629 298 331 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Еңеүҙең 50 йыллығы урамы — 50 лет Победы (рус.  (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Колхоз тыҡрығы (рус.  Колхозный (переулок)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Комсомол урам — (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ҡояшлы урамы (рус.  Солнечная (улица)
[4]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Тәбиғәт һәйкәле

Тарихи һәйкәл