Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Мөлкәт, Арый ауыл советы, Дыуан районы
Вафат булған көнө 18 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улы (18 апрель 1928 йыл — 18 июль 1996 йыл) — педагог-методист. 1985—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы министрлығы инспекторы, башҡорт мәктәптәренең I—IV синыфтары өсөн урыҫ теленән дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Абдрафикович Нафиҡов 1928 йылдың 18 апрелендә БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙерге Дыуан районы) Мөлкәт ауылында крәҫтиән ғаиәлһендә тыуған. Арый 7 йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый.

19491951 йылдарҙа Мәсәғүт уҡытыусылар институтында уҡый.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай[2].

Хеҙмәт юлы һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда Ҡыйғы районына эшкә йүнәлтелә. Абзай ауылында башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, Ҡыйғы мәғариф бүлегенең инспекторы булып дүрт йыл хеҙмәт итә.

Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамланғандан һуң, 1955 йылға тиклем институттың база мәктәбе булған Иҫке Хәлил ете йыллыҡ мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

19551964 йылдарҙа Дыуан районындағы Арый һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары һәм уҡытыусыһы булып эшләй.

19641965 йылда Мәсәғүт ауылында берләштерелгән Салауат районы мәғариф бүлегендә мәктәптәр буйынса инспектор вазифаһын башҡара.

Артабан Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡыу-уҡытыу мөдире итеп күсерелә һәм 1985 йылға тиклем бында педагогика һәм урыҫ теле методикаһын уҡыта, башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләүгә 20 йыл ғүмерен бирә.

1985 йылда БАССР Мәғариф министрлығына педучилищелар инспекторы итеп күсерелә, ә 1988 йылдан — дәреслектәр һәм программа-методик әсбаптар нәшер итеү бүлеге инспекторы.

1984 йылдан дүрт йыллыҡ башҡорт башланғыс мәктәбе өсөн урыҫ теле буйынса уҡыу комплекстарын төҙөү эшенә авторҙар коллективы етәксеһе сифатында йәлеп ителә.

Марат Абдрафиҡ улы ғүмере буйына башҡорт башланғыс мәктәбе балаларын рус теленә уҡытыу проблемаһы өҫтөндә эшләне. Ул дүрт йыллыҡ башҡорт башланғыс мәктәбе өсөн «Рус теле» дәреслектәре авторы булды.

«Башҡортостан уҡытыусыһы» һәм «Башҡорт мәктәбендә рус теле» журналдарында бик күп мәҡәләләр баҫтырып сығарҙы.

1979 йылда «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында иң яҡшы методик мәҡәлә конкурсында еңеп сыға.

19901995 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу институты (БИПКРО) методисы булды.

Ул «Башҡорт мәктәбендә рус теле» дәреслектәрен, уларға методик күрһәтмәләр, кластан тыш уҡыу өсөн китаптар, 22 дидактик материалдар китабы авторы. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында 32 мәҡәлә баҫтырған.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы», «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәренә лайыҡ була, 4 миҙал һәм бик күп Почёт грамоталары менән бүләкләнә.

Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улының эшмәкәрлеге тураһында материалдар Арый урта мәктәбе, Мәсәғүт педагогия колледжы музейҙарында, Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернатында, Арый ауылының ясле-балалар баҡсаһында һаҡлана.

1999 йылда Дыуан районының Мәсәғүт ауылы бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы — Республика лицей-интернаты филиалының Арый урта мәктәбенә Нафиҡов Марат Абдрафиҡ улының исеме бирелде[3].

1996 йылдың 18 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975)
  • Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1994)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Абдрафиҡ улының тормош иптәше Динә Фатих ҡыҙы ла уҡытыусы ине, балалары ла уларҙың һөнәрен һайланы.

Өлкән улы Марс Марат улы күп йылдар Салауат районы мәғариф бүлеге мөдире булып эшләне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]