Абдулла ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Абдулла ҡаласығыМәсетле районындағы археологик ҡомартҡы.

Беҙҙең эраға тиклемге 4—3 быуаттарҙа һәм беҙҙең эраның 13—14 быуаттарындағы археология ҡомартҡыһы.

Урынлашыу урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәсетле районы Абдулла ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Әй йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан. 1980 йыл Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1984—86 йылдарҙа А.И.Лебедев тарафынан өйрәнелә.

Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡомартҡы емерелгән, һаҡланып ҡалған өлөшө (яҡынса 120 м2) ҡаҙылған. Ҡаласыҡтың һаҡ ҡоролмаһы урҙан (бейеклеге 2,1 м, киңлеге 14 м) һәм соҡорҙан (тәрәнлеге 1 м, киңлеге 3 м) торған. Тәүҙә ур 1,25 м бейеклектә һәм 6 м киңлектә, бағаналы конструкциялы һәм өҫтән, яҡынса 0,2 м ҡалынлыҡтағы балсыҡ һылап, нығытылған була. Абдулла ҡаласығы биләмәһе 16 м2 майҙанлы тура мөйөшлө ярым ер өй, 4 хужалыҡ соҡоро табылған. Керамика Горохов мәҙәниәте һауыттарынан һәм Урта быуат осорона ҡараған биҙәкһеҙ һауыт-һабанан ғибәрәт. Ҡаласыҡта Горохов мәҙәниәтенә ҡараған түңәрәк бронза суҡ, балсыҡ муйынсаҡтар, орсоҡбаш һәм металл иретеү мейесе соплоһы һынығы, Урта быуатҡа ҡараған тимер бысаҡтар, уҡ башағы һәм билбау ҡаптырмаһы, фаянс муйынсаҡ бөртөктәре һәм һөйәк ҡумыҙ фрагменты табылған. Шулай уҡ ҡойолған бәләкәй тимер суҡ (фаразланыуынса, бетеү) һәм йәнлек һыны рәүешендә эшләнгән бронза суҡ киҫәге (аналогтары билдәле түгел) асыҡланған. Ҡомартҡы иртә тимер быуат осоронда һәм Урта быуатта Өфө яйлаһына күсеп ултырыу этаптарын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Абдулла ҡаласығы материалдары «Археология һәм этнография музейында» һәм «Милли музейҙа» һаҡлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лебедев А.И. Новые средневековые памятники на северо-востоке Башкирии //Наследие веков. Уфа, 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]