Көнбайыш Төрки ҡағанаты
Көнбайыш Төрки ҡағанаты | |
603 — 704
| |
---|---|
Баш ҡала |
603-704 Суяб |
Телдәр |
боронғо төрөк |
Майҙаны |
4,000,000 км² (593-659) |
Халҡы |
Төрки халыҡтар, усундар, ҡаңлы, түргештәр, дулаттар, болғарҙар, аварҙар |
Көнбайыш Төрки ҡағанаты Викимилектә | |
Көнбайыш Төрки ҡағана́ты — Азов диңгеҙе һәм Дондан башлап Тянь-Шандең көнсығыш армыттарына һәм төньяҡ-көнсығыш Һиндостанға саҡлы арауыҡты биләгән иртә урта быуат дәүләте. Дәүләттең төп үҙәге дулу ҡәбиләләре йәшәгән Джунгария районы һәм нушиби ҡәбиләләре йәшәгән Көнбайыш Тянь-Шань булған. Ашиндар династияһы ҡағандары идара иткән.
657 йылда ҡағанат Тан ҡытай империяһы тарафынан яуланған. Ҡытай империяһы ҡағанатты 2 өлөшкә бүлгән.
704 йылда ҡағанат власын түргештәр баҫып алған. Шул ваҡыттан ҡағанат йәшәүҙән туҡтаған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағанаттың барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII быуат башында (603 йыл) Төрки ҡағанат үҙ-ара низағтар арҡаһында һәм күршеләр менән даими һуғышып йәшәгәнлектән Көнбайыш һәм Көнсығыш ҡағанлыҡтарға тарҡалған.
Көнбайыш ҡағанлыҡҡа Ҡаҙағстан, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ, Ҡырым, Урал һәм Волга буйы ингән. Ҡағанлыҡтың этносәйәси үҙәге булып Ҡаратау тауҙарынан Джунгарияға саҡлы боронғо усун ерҙәрен биләгән «ун ҡәбилә»- ун уҡ төркиҙәре (он ок будун) торған[1][2][3]. Чу йылғаһынан көнсығышҡа биш дулу ҡәбиләһе, уларҙан көнбайышҡараҡ — биш нушиби ҡәбиләһе бүленгән[4].
(Ҡырғыҙстандағы Токмак ҡалаһы янындағы) Суяб ҡалаһы — баш ҡала, (Төркөстан ҡалаһы янындағы) Мең-болаҡ йәйге резиденцияһы булған[1][2][3]. Ете йылғала дәүләттең үҙәге булған[4].
Ҡағанаттың күтәрелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағанат Джегуй-ҡаған (610—618 йылдарҙа) һәм уның ҡустыһы Тон-джабгу-ҡаған (618—630 йылдарҙа) хакимлыҡ иткән йылдарҙа ҡеүәтенең иң юғары нөктәһенә еткән. Тоһаристан һәм Афғанстанға яңы походтар дәүләттең сиктәрен төньяҡ-көнбайыш Һиндостанға саҡлы киңәйткән. Тон-ябғу ҡаған административ реформа уҙғарған һәм күҙәтеү аҫтында һәм яһаҡ йыйыуҙы контролдә тотоу маҡсатында һәр өлкәгә үҙенең вәкилдәрен — тудундарын тәғәйенләгән. Ул үҙенең «Тун ябғу ҡаған» тигән соғдий яҙмалы тәңкә аҡсаларын да сығарған, тип фаразлайҙар.
Шегуе (610—618 йылдарҙа) һәм Тон-ябғу (618—630 йылдарҙа) ҡағандар осоронда Алтайҙа, Тарим йылғаһы бассейнында һәм Амударья буйында ҡағанаттың сиктәре тергеҙелгән. Суяб көнбайыш төрөк ҡағандарының ставкаһына әйләнгән. Византия императоры менән берлектә Тон-ябғу ҡаған 626 йылда Сәсәниҙәр Иранына ҡаршы һуғыш асҡан. 626 йылда төрөк ғәскәре штурм менән Тифлисты яулап алған. Әммә Византия һәм Иран араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлгәс, Тон-ябғу ҡағанды хәрби хәрәкәттәрҙән баш тартырға мәжбүр иткән. 630 йылда Тон-ябғу ҡаған үҙенең бабаһы Себер хан ойошторған йәшерен һүҙ ҡуйышыу арҡаһында үлтерелгән. Тиҙҙән Себер хан үлтерелгән. 630 йылда башланған тәхет өсөн көрәш оҙайлы һуғышҡа әүерелгән.
Ҡағанат башлыса күскенсе һәм ярым күскенсе хужалыҡ алымының һәм ултыраҡ-игенселек хужалыҡ тибының берҙәм системаһын кәүҙәләндергән. Төрки халҡы ла, соғдий халҡы ла сауҙа, һөнәрселек, ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Төркиҙәрҙең күршеләренә баҫҡынсылығының маҡсатының береһе ҡолдарҙы ҡулға төшөрөү булған. Баҫып алған ерҙәрҙә нигеҙҙә улар үҙҙәренең социаль, иҡтисади һәм дәүләт ҡоролошо урынлаштырылған, шулай ҙа ҡаған наместниктары, тудундар, һалым йыйыуҙы һәм яһаҡты ҡаған ставкаһына оҙатыуҙы контролдә тотҡандар. Көнбайыш Төрки ҡағанатында синыфтар барлыҡҡа килеү процесы һәм иртә феодал йәмғиәт мөнәсәбәттәренең сағыштырмаса тиҙ формалашыуы барған. Көнбайыш Төрки ҡағанаты үҙәк власының хәрби-сәйәси ресурстары халыҡтарҙы һәм ҡәбиләләрҙе буйһондороп тота алмаған. Ҡағанатта бер туҡтауһыҙ низағтар барыуы, хакимдарҙың йыш алмашыныуы көстәрҙең үҙәктән ҡасыуын ҡотолғоһоҙ иткән.
Ҡағанаттың ҡолатылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун алты йыл дауамында ҡәбилә-ара һуғыш һәм династияларҙың үҙ-ара низағы (640—657 йылдарҙа) Ете йылғаға Тан династияһы ҡытай ғәскәрҙәренең баҫып инеүен еңеләйткән[4]. Тан губернаторҙары, үҙҙәренең ҡаған сығышлы ҡуйылған кешеләренә таянып, көнбайыш төрки ҡәбиләләре менән идара итмәксе булғандар. Әммә төркиҙәрҙең тан экспансияһына һәм улар ҡуйған кешеләргә ҡаршы бер туҡтауһыҙ көрәше түргештәрҙең күтәрелеүенә һәм 704 йылда Ете йылғала уларҙың сәйәси гегемонияһы урынлашыуына килтергән. VII быуатта Көнсығыш Төрки ҡағанат күп һанлы ғәскәре менән Көнбайыш Төрки ҡағанатҡа һөжүм иткән һәм, аҙ ваҡытҡа булһа ла, уны үҙенә буйһондорған. VIII быуат уртаһында, үҙ-ара феодаль низағтар һөҙөмтәһендә, Көнбайыш Төрки ҡағанат дәүләт булараҡ юҡҡа сыҡҡан[2][3].
Был һуғышты бер-береһенә ҡаршы Көнбайыш төрки ҡағанатының ике төп — Дулу һәм Нушиби — ҡәбилә союзы алып барған. 634—639 йылдарҙа Ышбара Хилаш-ҡаған индергән административ реформа — илде ун «уҡ»ҡа — ҡәбиләләр территорияһына бүлеү ҙә һуғышты туҡтатмаған. 658—659 йылдарҙа Көнбайыш Төрки ҡағанатының төп ерҙәре ҡытай ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған. 704 йылда Көнбайыш Төрки ҡағанат Ҡытай империяһынан бойондороҡлолоҡ алған, әммә 704 йылда төньяҡ агрессив күршеләренең һөжүме һәм эске ҡаршылыҡтар ҡағанаттың ҡолауына килтергән. Көнбайыш төрки ҡағанат Евразия төрки телле халҡының консолидацияһында әһәмиәтле роль уйнаған һәм хәҙерге төрки телле халыҡтарҙың нигеҙен тәшкил иткән этник төркөмдәрҙең артабанғы үҫешенә булышлыҡ иткән.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаған — ҡағанаттың беренсе кешеһе. Ҡағанды «төрк-ашина» — аҡһөйәк (аристократ) нәҫеленән һайлағандар.
Ҡаған власы:
a) юғары бойороусы;
б) хөкөмдар, хаким;
в) хәрби түрә (начальник);
г) бөтөн ерҙәрҙең милексеһе;
д) юғары судья.
- Тегиндәр — ҡағанат вариҫтары. (был һүҙ рус теленә кендек тип тәржемә ителә)
- Джабғу, шат, элтәбәр — юғары дәүләт титулдары, улар ҡаған нәҫеленеке. (тәржемәләре: Джабғу, ябғу — яҡынайтылған, хәҙерге заманса явых, явыг, элтәбәр — илдә берәү, күрәһең буйһонған халыҡ йәиһә ҡәбилә менән идара иткән)[1][2][3][4].
- Бойроҡтар, тархандар — хөкөм итеү функцияларын үтәгәндәр[1][2].
- Тудундар — баҫып алынған ерҙәрҙәге ҡаған наместнигы. Улар һалым йыйыуҙы һәм яһаҡты ҡаған ставкаһына оҙатыуҙы контролдә тотҡан. Элсебоғ вазифаһы — ревизор һәм ҡаған һалымдарын йыйыусы, хан (финанс министры) күрһәтелмәгән.[1][2][3][4].
- Бәктәр — ырыу һәм ҡәбиләләр хакимдары.
- Ҡарыу-будун — ҡағанаттың төп бойондороҡло халҡы[2][3][4].
- Таттар — ҡолдар.
Этник составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Төрки ҡағанатының этник үҙәге — «10 ҡәбилә», Чуҙан көнсығышта 5 ҡәбилә — дулу, ә көнбайышта 5 ҡәбилә — нушиби бүленеп сыҡҡан. Тарихи сығанаҡтарҙа Көнбайыш Төрки ҡағанатты икенсе төрлө «Он ок будун» Ун уҡлы ил)тип атайҙар.
- уйсундар, ҡанғлы — Ете йылға, Һырдаръя районы;
- түргештәр — Балхаш районы, Илий аръяғы Алатауы;
- карлуктар— Көнсығыш Ҡаҙағстан
- чигилдәр — побережье Ысыҡ-Күл яры буйы;
- яғма — Көнсығыш Төркөстан
- болғарҙар — Ҡара диңгеҙ буйы, Аҙау диңгеҙе буйы, Төньяҡ Кавказ
- аварҙар — Урал буйы
Хакимдар һәм ҡағандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төп мәҡәлә: Ашина
Төрөк ҡағанатының көнбайыш өлөшө хакимдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | хакимлыҡ иткән йылдары | Төрөк исеме | Ҡытай исеме | Башҡа исемдәре[5] | Иҫкәрмәләр[5] |
---|---|---|---|---|---|
Истәми-ҡаған | 554-576 | İstemi Yabgu Kağan | — Шидяньми | Грек теле: Сильзивул йәиһә Дизавул[6] Стемби-хаган Фарсы: ایستمی خان(Хакан-и-чин) |
Баһадур-джабғу — баһадир-джабғу. |
Ҡара-Чурин-Төрөк | 576-599 | Tardu Kağan Ҡара-Чурин-Төрөк Боке-хан |
— Датоукэхань ҡыт. ябайл. 阿史那玷厥, пиньин: ashinadianjue — Ашина Дяньцзюе |
Фарсы:Ҡара-Джурин-Төрөк, Бияғу[7] Грек теле: Тард(у)[8]. йәиһә ғәҙәттәгесә Төрөктәрҙең ҡағаны[9] |
Ҡара-Чурин-Төрөк — ғәрип төрөк. Турду-хан — көнбайыш ҡанаты ханы. Боке-хан — ҡөҙрәтле. |
Нили-хан | 599-603 | Ил-тәгин Бойроҡ | — Ниликэхань | Фарсы: Пармуда | Бойроҡ — вариҫтың офицер чины |
Аймаҡ Або
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Хакимлыҡ иткән йылдары | Төрөк исеме | Ҡытай исеме | Башҡа исемдәре[5] | Иҫкәрмәләр[5] |
---|---|---|---|---|---|
Торэмен Апа-хан | 581-587 | Apa Kağan | Шәхси исеме: |
иҫкергән ҡытай телендә Далобянь, гр. Турум[10], фарси Абруй[7] | Торэмен — мин законда, Апа-хан — иң ҡарт хан.
|
Көнбайыш төрки ҡағанаты ҡағаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Хакимлыҡ иткән йылдары | Төрөк исеме | Ҡытай исеме | Башҡа исемдәре[5] | Иҫкәрмәләр[5] |
---|---|---|---|---|---|
Нили-хан | 603-604 | Ил-тәгин Бойроҡ | фарс. Пармуда)[11], Или-тегин[12]. | Ил-тәгин — вариҫ, Бойроҡ — офицер чины | |
Басыл-тәгин | 604 | - | иҫкергән Поши-Дэлэ | - | Басыл-тәгин — принц-ҡорбан |
Таман хан | 604-612 | Çulo Kağan | , шәхси исеме |
Арыҫлан | ҡушаматы Арыҫлан. |
Шегуй хан | 612-618 | Şikoey Kağan | - | Сяньбий исеме | |
Тун-Джабғу хан | 618-630 | Tong Yabgu Kağan | Басиюй — ҡытай ҡушаматы — сиюйҙы буйһондороусы | Тан-Джабғу(=Ябғу) — бөйк ябғу | |
Көлөг-Себер хан | 630-631 | Bağatur Sepi Kağan | гр. Органа (?) | Ураг(?) — дауыл, Көлөг-Себер хан — данлыҡлы себер ханы | |
Сы-Джабғу хан | 631-633 | Se-Yabgu Kağan | , шәхси исеме |
- | Толис-тәгин — көнсығыш ҡанатының принцы, Ирбис Ышбара — ҡөҙрәтле барс, Сы-Джабғу хан — ябғу титулына мәжбүр итеү юлы менән еткән. |
Нишу Дулу хан | 633-634 | Bağaşa Tulu Kağan | — шәхси исеме, тәхет исеме |
Ҡана (фасс.), титул алған | Тонг алып силигбир(?), Дулу-хан — титул, Гяна-шад — кенәз титулы |
Ышбара-Толис-шад хан | 634—639 | İşbara Teriş Tunga Kağan | ( — тәхет исеме, шәхси исеме ) |
- | Тонг-шад — бөйөк кенәз /шат |
Халлыг Ышбара-Джағбу хан | 653—657 | Uluğ İşbara Kağan | — Шаболокэхань, шәхси исеме — Ашинахэлу | Фарсы: Бижан(?) | Халлыг — ҡушаматы — күтәрелгән. Ышбара-хан — ҡөҙрәтле хан |
Ашина Дучжи хан | 676-679 | Eçine Türçe Kağan | тәхет исеме , шәхси исеме | - | - |
Ашина Хушэло-шад | 693—704 | Кушрак Бүре-шад | Шәхси исеме: , тәхет исеме , | - | Кушрак- ҡош, Бүре-шад — бүре-кенәз |
Көнбайыш төрки ҡағанатының нушиби сығышлы ҡағандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Идара иткән йылдары | Ҡытай исеме | Башҡа исемдәре[5] | Иҫкәрмәләр[5] |
---|---|---|---|---|
Ил-Көлөгг-шад Ирбис-хан | 639—640 | - | - | - |
Ирбис-Ышбара-Джағбу хан | 640-641 | тәхет исеме — Ипишаболоехукэхань', шәхси исеме — Ашина Баобу | «Нушибий ҡаһарманы» — ҡушаматы, Ирбис Ышбара — ҡөҙрәтле барс | |
Ирбис-Шегуй хан | 642-650 | тәхет исеме | - | - |
Халлыг Ышбара-Джағбу хан | 650-657 | — Шаболокэхань, шәхси исеме — Ашинахэлу | Фарсы: Бижан(?) | Халлыг — Ҡушаматы — күтәрелгән. Ышбара-хан — ҡөҙрәтле хан |
Ашина Бучжень-шад | 657-667 | - | - | - |
Ашина Хушэло-шад | 679-704 | Шәхси исеме: , тәхет исеме ҡыт. ябайл. 竭忠事主可, пиньин: jiezhongshizhukehan, палл.: Цзечжуншичжукэхань, | - | Кушрак- ҡошсоҡ, Бүре-шад — бүре-кенәз |
Көнбайыш төрки ҡағанатының дулу сығышлы ҡағандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Идара иткән йылдары | Ҡытай исеме | Башҡа исемдәре[5] | Иҫкәрмәләр[5] |
---|---|---|---|---|
Юкук Ирбис-Дулу хан | 638-653 | , шәхси исеме |
- | Юкук — өкө, Ирбис-дулу — ҡар барсы. |
Халлыг Ышбара-Джағбу хан | 653-657 | — Шаболокэхань, шәхси исеме — Ашинахэлу | Фарсы: Бижан(?) | Халлыг — ҡушамат, күтәрелгән. Ышбара-хан — ҡөҙрәтле хан |
657-662 | тәхет исеме , шәхси исеме |
- | ҡушаматы Ҡаһарман | |
Ашина Юанькин-шад | 679-693 | тәхет исеме , шәхси исеме |
- | Юғалтҡан бөйөклөгөн яңынан аяҡҡа баҫтырыу — титул |
Ашина Хушэло-шад | 693—704 | Шәхси исеме: , тәхет исеме ҡыт. ябайл. 竭忠事主可, пиньин: jiezhongshizhukehan, палл.: Цзечжуншичжукэхань, | - | Кушрак- ҡошсоҡ, Бүре-шад — бүре-кенәз |
Ҡағандар һөргөндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Идара иткән йылдары | Ҡытай исеме |
---|---|---|
Ашина Хуайдао | 704-708 | Шәхси исеме , тәхет исеме |
Ашина Сянь | 708-717 | Шәхси исеме , тәхет исеме |
Ашина Синь | 740-742 | , тәхет исеме |
Ашина Хушэло-шад Чанъань|Чанъаниҙа вафат булған. Вариҫтарҙың тарҡалған илгә кире ҡайтыу мөмкинлеге булмаған, ләкин ҡытай кәңәшселәре, ун уҡлы төрөктәр сапҡындары һөжүмен кире ҡағып йәшәгәнсе, ҡағанатҡа власҡа эйә булмаған ҡағандарҙы ҡайтарыу яҡшыраҡ, тип иҫәпләгәндәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ zh:西突厥可汗列表
Ашина Хуайдао 704—708
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- zh:阿史那怀道 . Шәхси исеме , тәхет исеме .
Ашина Хушэло-шадтың улы. 704 йылда юувэй гянгюнь тигән гвардия исемен алған, һәм ҡағанлыҡҡа тәғәйенләнгән, хаочиск наместнигы булған. Түргеш ҡағанатына илсе итеп ебәрелгән булған. 708 йылда вафат булған.
Ашина Сянь (иҫкесә Хянь) 708—717
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- zh:阿史那献 . Шәхси исеме , тәхет исеме .
Ашина Юанькин-шадтың улы. 704 йылда бэйтин наместнигы һәм 10 аймаҡтың бағыусыһы итеп тәғәйенләнгән. Сянь ҡарамағына тань армияһының берләшмәләре бирелгән. Ул далаға баҫып ингән һәм Дудань ханды тар-мар иткән, уның башын баш ҡалаға ебәргән. Далала ул 30 000 йортто йыйған һәм был кешеләрҙе Ҡытайға күсергән. Грамота һәм мисәт менән бүләкләнгән булған. Күп кенә дулу ҡытай ватандашлығын (подданствоһын) алған. Сянь Ашинаны реставрациялауға ынтылыш түргештәр менән бәрелештәргә килтеререн аңлаған, ләкин император уны тыңларға теләмәгән һәм Согэ власын таныған. Император илсеһе урынға барып та етмәгән, ә түргештәр һәм карлуктар араһында һуғыш башланған, ҡытай ҡәлғәләренә түргештәр һөжүм иткән. Сянь һуғыш яланына киткән. Кәңәшселәр Тан Чжун-цзунға һуғышҡа ҡыҫылмаҫҡа тәҡдим иткәндәр, ҡырағайҙар(варварҙар) әйҙә бер-береһен ҡырһындар тигәндәр. Сянь, дошманын еңә алмаҫын күреп, Чанъаньға кире ҡайтҡан, һәм 717 йылда вафат булған.
Ашина Синь 740—742
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- zh:阿史那昕 Шәхси исеме , тәхет исеме .
Ашина Хуайдаоның улы. 740 йылда түргештәрҙең бер өлөшө Синде ун ырыуҙың ханы итеп ҡуйырға ризалыҡ биргән. Тан Синдән — чжохахатай батшабикәһе титулын йөрөткән Ли исемле кәләш ебәргәндәр. Синь Цзюйлань ҡалаһына килгән, һәм уны бында түргеш Баға-тарханүлтергән. Уның ҡатыны Ли һәм улы Чжунхяо Ҡытайға ҡасҡандар. Чжунхяо гвардия рәтенә баҫҡан һәм цзолинцзюньвэй юаньвайгянюнь чинына лайыҡ булған.
Ашина Синдә көнбайыш төрки ҡағандарының тамыры ҡороған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төрки ҡағанат
- Хазар ҡағанаты
- Авар ҡағанаты
- Болғар ханлығы (Бөйөк Болғар)
- Көнсығыш төрки ҡағанат
- Ҡимаҡ ҡағанаты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Сосанов Кошали. История Казахстана. Справочная пособие / Бибимара Омарова. — Алматы: «Ол-Жас баспасы», 2007. — С. 23-24. — 112 с. — ISBN 9965-651-56-6.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Методические рекомендации по подготовке школьников к ЕНТ по истории Казахстана / Локотинова О. С. Гребенюк Ю. П. — Алматы: «Институт повышение квалификации и переподготовки кадров системы образования», 2005. — С. 27. — 100 с.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Методические рекомендации по подготовке школьников к ЕНТ по истории Казахстана / Локотинова О. С. Гребенюк Ю. П. — Алматы: «Институт повышение квалификации и переподготовки кадров системы образования», 2007. — С. 15. — 70 с.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Татьяна Владимировна Зепп. Пособие для подготовки к единому национальному тестированию (ЕНТ) по истории Казахстана / Омирбекова М; Касымхан Ж; Шаяхмет Г. — Алматы: «Зият Пресс», 2006. — С. 23. — 196 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7667-7905-4.
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Гумилёв. Боронғо төрөктәр.
- ↑ Менанадр. Малые поздние историки, 1860 год, стр. 313
- ↑ 7,0 7,1 Мухаммад Наршахи. Истори Бухары (Тарих’и-Бухара)
- ↑ Менандр. История. Книга 8.
- ↑ Феофилакт Самокатта
- ↑ Феофиликт Самокатта. История. Книга 7, VIII : 8
- ↑ У перса Табари.
- ↑ У персидского автора Динавери
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гумилёв Л. Н. Древние тюрки. — СПб.: СЗКЭО, Издательский Дом «Кристалл», 2002. — ISBN 5-9503-0031-9.
- Гумилёв Л. Н. Великая распря в первом тюркском каганате в свете византийских источников // Византийский временник. — 1961. — Т. XX. — С. 75-89.
- Ганиев Р.Т. Восточно-тюркское государство в VI - VIII вв. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2006. — С. 152. — ISBN 5-7525-1611-0.
- Кусаинова М. А. История Казахстана. — Шың Кітап, 2006. — С. 354. — ISBN 9965-9784-4-1.
- Иакинф (Бичурин Н. Я.). Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. — Л.: Изд-во Акад. наук СССР, 1950. — С. 335.
- Тюркский каганат // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Көнбайыш төрки ҡағанат темаһы буйынса медиафайлдар бар.