Соҡор мәҙәниәте
Соҡор мәҙәниәте Баҡыр быуат, Бронза быуаты | ||||
Урынлашыуы |
Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ өлөшө | |||
---|---|---|---|---|
Дәүере |
Беҙҙең эраға тиклемге XXXII быуат — Беҙҙең эраға тиклемге 2300 йылдар | |||
Этник составы |
- | |||
Хужалыҡ төрө |
күсмә | |||
Дауамсылар: | ||||
|
Соҡор мәҙәниәте (дөрөҫөрәге — Боронғо соҡор мәҙәни-тарихи берлек) — һуңғы баҡыр быуаты — тәүге бронза быуаты дәүерҙәренең археологик мәҙәниәте (беҙҙең эраға тиклем 3600—2300 йыл ). Көнсығышта Көньяҡ Урал буйынан алып көнбайышта Днестрға , көньяҡта Кавказ алдынан төньяҡта Урта Волгаға тиклемге территорияларҙы биләгән. Л.Клейн 1975 йылда "соҡорҙарҙың" көнбайыш ҡанатын айырым мәҙәниәткә (нерушайская) бүлгән[1]. Һуңынан башҡа археологтар ҙа шулай итә, әммә икенсе исем менән атайҙар — буджак мәҙәниәте[2].
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға һәм ҡайһы бер ҡаласыҡтар янында кәтмәнле игенселек элементтары менән соҡор мәҙәниәте, башлыса күскенсе була. Ә кәтмән (мөгөҙ) һөйәктәрҙән эшләнгән . Соҡорсылар тәгәрмәсле арба эшләгәндәр. Көнсығыш Европала тәүге дүрт тәгәрмәсле арба ҡомартҡылары соҡор мәҙәниәтенең ҡурған ҡәберлектәрендә табылған (мәҫәлән, Днепр биләмәһендәге "Ҡарауыл ҡәберлеге", Одесса өлкәһе Яссы ҡәберлеге, Ырымбурҙа Шумаевский ҡәберлеге һ . б.).
Металл сеймалын соҡорлолар Кавказда алалар.
Ерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соҡор мәҙәниәтенең үҙенсәлекле һыҙаты булып вафат булғандарҙы ҡәбер соҡорҙарына тубыҡтарын бөкләп, арҡаларына һалып ҡурған аҫтына ерләгәндәр. Тәндәренә һары буяу һипкәндәр. Ҡурғанда ерләүҙәр күп булған һәм улар төрлө ваҡытта башҡарылған. Шулай уҡ ҡәберҙә ерләнгән хайуандар (һыйыр, сусҡа, һарыҡ, кәзә һәм йылҡы ла) табылған. Дала һыҙатында көнбайышта Дунай йылғаһынан алып көнсығышта Маныш йылғаһы башына ҡәҙәр соҡор мәҙәниәтенең яҡынса 160 ҡәберлектәре табылған. Ҡәберлектәрҙә тәгәрмәсле транспорт ҡалдыҡтары (тәгәрмәстәр, арбалар), шулай уҡ уларҙың балсыҡ һындары һәм һүрәттәре лә булған. Иң боронғо ҡомартҡы беҙҙең эраға тиклемге 32 быуатҡа ҡарай[3]. Дүрт тәгәрмәсле йөк арбалары көньяҡ-көнбайыш Молдавияның Ялпух йылғаһы ярында, Маяҡ ауылы янында Түбәнге Днестр йылғаһының һул яҡ яры буйында, Софиевка ауылы янында Ингулец йылғаһында, тағы ла бер Ингуля ҡәберлегендә табылған. Ике тәгәрмәсле йөк арба ҡалдыҡтары Днепр ҡалаһы янында Ҡарауыл соҡор ҡурғанлы ҡәберлегендә табылған. Тағы бер арба Каховка эргәһендәге Первоконстантиновка ҡәберлегендә табылған, ә ике тәгәрмәсле арба ҡалдыҡтары — Аккермень ауылы янында Мелитопольщина ҡәберлегендә. Ростов ҡалаһы эргәһендә, 7 ҡурғанлы Герасимовка I , Урал алды Шумаев II ҡәберлектәрендә берәр тәгәрмәс табылған. Шумаев I/2 3 тәгәрмәс, Изобильный I 3/1 — тәгәрмәскә оҡшатып яһалған 4 нәмә табылған[4]. Днепр янындағы соҡор мәҙәниәте Ҡарауыл ҡәберлегендәге (беҙҙең эраға тиклем III мең йыл элек) арбаның ике тәгәрмәсе лә ағастың тоташ киҫәгенән буйға ярып, күсәре өсөн түңәрәк тишектәр һәм йыуан көпсәк менән яһалған[5].
Вариҫлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соҡор мәҙәниәтенең башланғысы булып Волганың урта ағымындағы Хвалынь һәм Днепрҙың урта ағымындағы урта Стогов мәҙәниәттәре тора, һәм шулай уҡ ул буранка һымаҡ соҡор мәҙәниәте менән генетик бәйле. Соҡор мәҙәниәте полтавасылар мәҙәниәте менән алмашына. Соҡор мәҙәниәтенә көнбайышта катакомбалар мәҙәниәте, ә көнсығышта — Андрон мәҙәниәте һәм бура мәҙәниәттәре алмашҡа килгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марияим Гибутастың ҡурған гипотезаһының тәүге юрауҙары сиктәрендә соҡор мәҙәниәте һуңғы һиндевропеецтәр менән бәйле. Уның фекере буйынса, соҡор мәҙәниәте биләмәләрендә тәүе урта кәбәндәр мәҙәниәте менән бер рәттән һуңғы европа осорондағы тәүге һиндоевропа теле таралған була.
Әлеге ваҡытта был юрауҙарға әүҙем дәғүә бар, сөнки глоттохронология буйынса һиндоевропа лексикаһын ҡайтанан тергеҙелгәс, был тел уртаҡлығының соҡор мәҙәниәтенә тиклем бер нисә мең йыл элек тарҡалыуы билдәләнгән һәм соҡор мәҙәниәте менән тәүге һиндевропа тел уртаҡлығы булыуы дәлилһеҙ. Шулай уҡ соҡор мәҙәниәтенең иран телдәре вәкиллеге лә раҫланмаған[6].
Вариҫлыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соҡор мәҙәниәтенең башланғысы булып Волганың урта ағымындағы Хвалынь һәм Днепрҙың урта ағымындағы урта кәбәндәр мәҙәниәттәре тора, һәм шулай уҡ ул буранкалы соҡор мәҙәниәте менән генетик бәйле[7]. Соҡор мәҙәниәте полтавасылар мәҙәниәте менән алмашына. Соҡор мәҙәниәтен көнбайышта катакомбалар мәҙәниәте менән алмашынһа, көнсығышта — андрон һәм бура мәҙәниәттәре менән[8].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Гимбутус ҡурған гипотезаһының тәүге юрауҙары сиктәрендә соҡор мәҙәниәте һуңғы һинд-европалылар менән бәйле. Уның фекере буйынса, соҡор мәҙәниәте биләмәләрендә тәүе урта кәбәндәр мәҙәниәте менән бер рәттән һуңғы европа осорондағы тәүге һинд-европалылар теле таралған була.
Әлеге ваҡытта был юрауҙарға әүҙем дәғүә бар, сөнки глоттохронология буйынса һиндоевропа лексикаһын ҡайтанан тергеҙгәс, был тел уртаҡлығының соҡор мәҙәниәтенә тиклем бер нисә мең йыл элек тарҡалыуы билдәләнгән һәм соҡор мәҙәниәте менән тәүге һиндевропа тел уртаҡлығына индереү дәлилһеҙ. Шулай уҡ соҡор мәҙәниәтенең Иран теле вәкиллеге лә раҫланмаған[9][10].
Соҡор мәҙәниәтенең үҫеше өс осорға бүленә:
- Беренсе (тәүге) осор (беҙҙең эраға тиклемге 3-сө мең йылдарҙың 1-се яртыһы — уртаһы). Бөтә соҡор мәҙәниәте биләмәләре ҡәберлектәрендә арҡаларына һалынған һәм һары буяу менән һибелгән, башы көнсығышҡа йүнәлтеп һалынған һөлдә һөйәктәре, табылған. Тағы ла унда осло һәм йоморо төплө һәм семәрле, орнаменттар менән биҙәлгән оҙон ауыҙлы һауыттар, һөйәктән һәм ҡабырсаҡтан биҙәүестәр, таш әйберҙәр (шул иҫәптән зооморф "скипетрҙар") һаҡланып ҡалғандар. Торалар — малсыларҙың ваҡытлыса торған урындары. Иртә этапта уҡ соҡор мәҙәниәте ҡәбиләләренең айырым төркөмдәре Дунай буйына һәм Балҡан ярымутрауына баҫып инәләр.
- Икенсе осор (беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йылдарҙың 3-сө һәм 4-се сирек баштары)
Урындағы айырым варианттар барлыҡҡа килә. Ҡара диңгеҙ далаларында тәүге осор билдәләре менән бер рәттән башы көнбайышҡа йүнәлтелгән ҡырын һалынған һөлдәләр, йомортҡа рәүешле, тәпәш ауыҙлы, бау орнаментлы яҫы төплө көршәктәр, баҡыр әйберҙәр (бысаҡ, беҙ) булған ҡәберлектәр асыла. Көнбайышта соҡор мәҙәниәтенең айырым ҡәбиләләре ултыраҡ тормошҡа күсеп, даими йәшәү урындары ойошторола (Михайловка тораһы, Каменоломня (таш сығарыу) ҡаяһы һәм Днепр түбәнендәге башҡа торалар).
- Өсөнсө осор (беҙҙең эраға тиклем 2-се мең йылдар аҙағы — 3-сө мең йылдар башы).
Урындағы айырмалыҡ көсәйә: архаик йола билдәләре һәм ҡорамалдар Волга-Урал вариантында ғына һаҡлана. Көнбайыштараҡ һары буяу һибелмәгән һәм баштары аныҡ яҡҡа йүнәлтелмәгән һөлдәләр, яҫы төплө һауыт-һаба булған һикәлтәле, ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр таралған. Эре баҡыр әйберҙәр (шына һымаҡ балта,сүкеш) һәм һөйәктән эшләнгән биҙәүестәр комплексы менән сүкешкә оҡшаш ҡаҙаҡтар, тотош тәгәрмәстәр менән арба асыла. Өсөнсө осор аҙағына урындағы айырмаларҙың үҫеше һәм яңы мәҙәниәттең таралыуы (башлыса катакомба мәҙәниәте) соҡор мәҙәниәтенең юҡҡа сығыуына килтерә.
Палеоантропология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Соҡор мәҙәниәте кешеләре өсөн түбән һәм ортогнат битле, бик ныҡ сығып торған танаулы, ныҡ ҡыя маңлайлы һәм көслө ҡаш өҫтө дуғалары менән баш һөйәге хас. Мәҙәниәт халҡы бер төрлө булмаған. Уның ҡайһы бер ҡаҙылмаларында европеоид үҙенсәлектәр киҫкен сағыла. Волга-Урал ареалының төньяғында халыҡ гаринский-боярский һәм волосовский халҡы менән туғандаш булыуы мөмкин, көнсығышта — терсекский-ботайский менән. Шулай уҡ Днепр-Донецк һәм урта кәбәндә мәҙәниәте менән уртаҡлыҡ күҙәтелә. Фаразлау буйынса, соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәр көнбайыш килмешәктәрҙең һәм урындағы хвалынь мәҙәниәте халҡының быуыны. Соҡор-полтава мәҙәниәтен йөрөтөүселәр оҙон баштары (долихокефальность), оҙон һәм тар йөҙҙәре менән тәүге соҡор мәҙәниәте халҡынан айырыла[11].
Атап әйткәндә, антропологтар билдәләүенсә, соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәр "тар йөҙлө һәм оҙон йөҙлө тар һәм оҙонсай баш һөйәклеләр (долихокран) тибына ҡарай, өҫтәүенә горизонталь ҡабырғалы һәм ныҡ сығып торған танаулы. Бындай тип Кавказ аръяғында һәм Төньяҡ Кавказда киң таралған халыҡ менән оҡшаш (ҡур-араҡ, Майкоп мәҙәниәте)[12].
Соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙең икенсе өлөшөнә (Лол-Архара һәм Кривая Лука ҡәберлектәрен ҡалдырыусылар) киң оҙон бит (брахикрания) тенденциялары менән киң бит (суббрахикрания) тибы хас. Был тибта аныҡ европоид һыҙаттар яҡшы сағылдырыла (Каспий буйында әле лә һаҡланған), оҡшашлыҡ — Джарарат ҡәберлегенән краниологик серия (Әрмәнстан).
Палеогенетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса,соҡор мәҙәниәте вәкилдәре H, H15b1, U5, T2, T1, T1a1, U4, K, W, N1a, J, U2, I, X, R0a1 митохондриаль галогруппаға эйә. Унда 11 кешенең R1b Y-хромосомалар гаплотөркөмөнөң (R1b1a2a2-Z2103 (8), R1b1a2-M269 (1), R1b1a2a-L23* (1) һәм R1b1a-P297* (1) төркөм) һәм I2a2-S12195 төркөмө билдәләнгән (был өлгө катакомба мәҙәниәтенә ҡараған Ростов өлкәһендәге Улан IV еренән)[13][14][15]. Гаплотөркөм I2a2a1b1 болгарҙарҙың Медникаровонан булған көнбайыш соҡорлоларҙа билдәләнгән[16]. Любаша һәм Ривова биләмәләре халҡы өлгөләрендә митохондриаль гаплогруппаның C4a2 һәм U5 төрө асыҡланған.
Беҙҙең эраға тиклем 8000 һәм 3000 йыл элек йәшәгән 69 европалыларҙың гендарын өйрәнеү һөҙөмтәһендә, аутосома маркеры буйынса соҡор мәҙәниәте шнурлы керамика мәҙәниәтенә генетик яҡын, тигән һығымта яһалған. Тикшеренүселәр фекере буйынса, Германия биләмәләрендәге шнурлы керамика мәҙәниәтенең һуңғы неолит дәүере кешеләренә соҡор мәҙәниәте вәкилдәре гендарының 3/4 өлөшө мираҫҡа күскән[17]. Шунлыҡтан, тикшеренеүселәрбеҙҙең эраға тиклем 3000 йыл элек күсеп ултырған һәм R1b гаплогруппаһын йөрөтөүсе хәҙерге заман европалыларҙы соҡорлоларҙың быуыны, тип һанайҙар. Уларҙың фекеренсә һәм мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, был, кәм тигәндә, һинд-европа телдәренең ҡайһы береһе дала сығышына эйә. Соҡор мәҙәниәтенең бронза дәүерендәге көнбайыш Европаға генетик йоғонтоһо тураһындағы һығымталарға башҡа ғалимдар ҙа ҡушыла. Уларҙың фекеренсә, шнурлы керамика мәҙәниәт соҡорлоларҙың Европаға таралыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ соҡор мәҙәниәтенә генетик йәһәттән һуңғы неолит һәм бронза осорондағы Европа мәҙәниәте яҡын: Скандинавия, ҡыңғырау һымаҡ кубок һәм унетицк. Алтай районы Афанасьев мәҙәниәте һәм соҡор мәҙәниәте араһында генетик айырмалыҡ юҡ, был соҡорсоларҙың көнсығышҡа күсеү ихтималлығын дәлилләй[18].
Бындай фараздар тикшеренеүселәр тәнҡитенә дусар була, сөнки был гипотеза менән тикшереү һөҙөмтәһендә алынған гаплогруппа мәғлүмәттәре асыҡтан-асыҡ тура килмәй. R1b гаплогруппаһы шнурлы керамика мәҙәниәте вәкилдәрендә табылмаған. Киреһенсә, һуңғыһында туғандаш R1a субклад бар, был оҡшашлыҡты күрһәтә, әммә ләкин популяция бергәлегенең бер нисек тә был мираҫлығы түгел. Тағы ла боронғораҡ мәҙәниәт вәкилдәрен тикшереү тураһында мәғлүмәттәр юҡ[19].
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, соҡор мәҙәниәте кешеләренең күҙҙәре һоро булған[20].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Клейн Л. С. Реценцзия на: Курганы степной части междуречья Дуная и Днестра. – МАСП. – Одесса, 1970. – Вып. 6 // Советская археология. – 1975. – № 1. – С. 297-304.
- ↑ Иванова С. В. Об истоках формирования Буджакской культуры
- ↑ Кульбака В., Качур В. Індоєвропейські племена епохи палеометалу. – Маріуполь: Рената, 2000. – 80 с.
- ↑ Моргунова Н. Л.' Приуральская группа памятников в системе волжско-уральского варианта ямной культурно-исторической области. Оренбург: Издательство ОГПУ, 2014. 348 с.
- ↑ Третьяков Н. Н., Монгайт А. Л. (ред.) Очерки истории СССР — М.: Академия наук СССР, 1956. — 633 c.
- ↑ Е. Е. Кузьмина. цит. по кн.: Моргунова, с.96 2009 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Позднеиндоевропейская прародина по данным археологии
- ↑ Евразийская степная металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
- ↑ Е. Е. Кузьмина. цит. по кн.: Моргунова, с.96
- ↑ Арии // БРЭ. Т.2. М.,2005.
- ↑ Шишлина Н. И. Северо-западный Прикаспий в эпоху Бронзы (V—III тысячелетия до н. э.)
- ↑ под ред. Т. И. Алексеевой. Восточные славяне. Антропология и этническая история
- ↑ Yamna Culture (c. 3500-2500 BCE)
- ↑ Haak et al. Massive migration from the steppe is a source for Indo-European languages in Europe
- ↑ Morten E. Allentoft et al. «Population genomics of Bronze Age Eurasia», 2015.
- ↑ Iain Mathieson et al. The Genomic History Of Southeastern Europe, 2017
- ↑ Iain Mathieson et al. The Genomic History Of Southeastern Europe, 2017
- ↑ Мозаика культур Европы и Азии сложилась в бронзовом веке. - Генофонд.рф
- ↑ Индоевропейские языки в Европе —результат степной миграции?
- ↑ Палеогенетика подтвердила важный вклад причерноморско-каспийских степняков в формирование генофонда европейцев - Элементы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мариупольская культурно-историческая область // БРЭ. Т.19. М., 2012.
- Михайловское поселение // БРЭ. Т.20. М.,2012.
- Мерперт Н. Я. Древнейшие скотоводы Волжско-Уральского междуречья. М., 1974;
- Моргунова Н. Л., Кравцов А. Ю. Памятники древнеямной культуры на Илеке. Екатеринбург, 1994;
- Богданов С. В. Эпоха меди степного Приуралья. Екатеринбург, 2004.
- Unterländer M., Friso Palstra, Lazaridis I., Pilipenko A., и другие. Ancestry and demography and descendants of Iron Age nomads of the Eurasian Steppe // Nature Communications. — 2017. — № 8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список публикаций по ямной культуре 2010 йыл 24 март архивланған.
- Древнеямная культура в Уральской исторической энциклопедии(недоступная ссылка)
- Иванова С. В. Социальная структура населения ямной культуры Северо-Западного Причерноморья. Одесса: Друк, 2001. 2012 йыл 28 май архивланған.
- Погребения ямной культуры на территории Раздорского этнографического музея-заповедника 2017 йыл 16 апрель архивланған.
- J. P. Mallory, Yamna Culture // Encyclopedia of Indo-European Culture, Fitzroy Dearborn, 1997.
- Сергей Мануков. 2017 йыл 8 август архивланған. Российское происхождение европейцев 2017 йыл 8 август архивланған. (о результатах исследований учёных из Гарвардского и Копенгагенского университетов) «Expert Online» 15 июн 2015