Имәнкиҫкә мәҙәниәте
Имәнкиҫкә мәҙәниәте Урта быуаттар | ||||
Ареал именьковской культуры к концу VII века | ||||
Урынлашыуы |
Урта Волга буйы | |||
---|---|---|---|---|
Дәүере |
IV—VII быуаттар | |||
Этник составы |
прототөрөктәр, балт-славян телдәре | |||
Хужалыҡ төрө |
игенселек | |||
Тикшереүселәр |
А. П. Смирнов, Г. И. Матвеева, В. Ф. Генинг, А. Х. Халиков, П. Н. Старостин, Е. П. Казаков | |||
Дауамсылар: | ||||
|
Имәнкиҫкә мәҙәниәте (Именьково ауылы атамаһынан; татар. Имәнкискә) — IV — VII быуаттар, тәүге осор урта быуат археологик мәҙәниәт, Урта Волга буйы (Һамар өлкәһе, Татарстан, Ульяновск өлкәһе) территорияһында урынлашҡан. Күп кенә тикшеренеүселәр имәнкиҫкә мәҙәниәтен славяндарға[1] ҡараталар.
Имәнкиҫкә мәҙәниәте ҡәбиләләре Түбәнге Каманың уң яҡ ярынан алып Һамар йылғаһының тамағына ҡәҙәр, Сура йылғаһының урта ағымынан алып Ағиҙел[2] йылғаһының урта ағымына тиклемге арауыҡтағы территорияны биләгәндәр. Мәҙәниәттең атамаһы Татарстандың Лайыш районы Имәнкиҫкә ауылы янындағы беренсе булып тулыһынса тикшерелгән боронғо ҡаласыҡҡа бәйле. VII быуаттың икенсе яртыһында болғарҙарҙың Урта Волгаға килеп төпләнә башлауы имәнкиҫкә һәйкәлдәренең юҡҡа сығыуына килтерә. Имәнкиҫкәләрҙең бер өлөшө килмешәктәр тарафынан йотолған, ә бер өлөшө, волынцев мәҙәниәте[3] составына ҡушылып, көнбайышҡа киткән тигән фекерҙәр ҙә әйтелә.
Хужалыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имәнкиҫкә ҡәбиләләре Урта Волга буйында, беренселәрҙән булып, осло тимер башаҡлы һабан менән һөрөп, ер эшкәртеүгә күсәләр. Имәнкиҫкә мәҙәниәте урынлашҡан ҡайһы бер ерҙәрҙә ашлыҡ орлоҡтары ҡалдыҡтары табылған. Табыштарҙы ентекләп өйрәнеү бында йәшәгән халыҡтың бойҙай, арыш, тары, һоло, арпа, борсаҡ сәсеп үҫтереүе тураһында һөйләй. Ашлыҡтарҙы ураҡ, шулай уҡ кәкре салғы менән йыйып алғандар. Ашлыҡ соҡор келәттәрҙә һаҡланған. Уларҙы ярҙырыр өсөн ҡул тирмәне ҡулланағандар.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имәнкиҫкә мәҙәниәте булған ерҙәрҙе тикшергәндә, торлаҡтарҙың, тимер айырып алыу өсөн ҡулланылған еүеш һауа өрҙөргөс мейестәрҙең, баҡыр һәм бронза иретеү, һауыт-һаба яһау өсөн тәғәйенләнгән оҫтаханаларҙың ҡалдыҡтары табыла. Имәнкиҫкә мәҙәниәте күрше йәшәгән фин-уғыр халыҡтары араһында ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм һөнәрселектең таралып китеүенә ыңғай йоғонто яһай.
Генетик бәйләнештәре һәм этник билдәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имәнкиҫкә мәҙәниәте халҡының этник билдәһе бәхәс объекты булып тора. Имәнкиҫкәләргә фин-уйғырҙарҙы ла, төрөктәрҙе лә, уғры-мадьярҙарҙы ла, славяндарҙы ла, балттарҙы ла, ирандарҙы ла (һуңғараҡ һарматтарҙы ла), готтарҙы ла[4][5] ҡараталар.
Славян гипотезаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күп тикшеренеүселәрҙең фекере буйынса, имәнкиҫкә мәҙәниәтенә ҡараусылар славян этник сығышлы[1].
А. П. Смирнов тарафынан имәнкиҫкә мәҙәниәтенең формалашыуында Днепрҙың урман-далалы һул яҡ ярынан күсеп килгән славяндарҙың ҡатнашлығы барлығы тураһында ҡараш әйтелһә лә, Г. И. Матвееваның, раҫланмаған фекере буйынса, имәнкиҫкә мәҙәниәтен б. э. сигенә ҡараған урналар (яндырылған мәйет көлөн һаҡлау өсөн һауыт) ерләнгән яландар мәҙәниәте менән дә бәйләргә мөмкин.
Г. И. Матвеева, имәнкиҫкә мәҙәниәтенең ерләү йолаһын, керамика һәм әйбер комплексын анализлап, унда зарубин мәҙәниәте һыҙаттарының, айырыуса полесье вариантындағы ерләү йолаһы үҙенсәлектәренең, һаҡланыуын асыҡлай, ул шулай уҡ имәнкиҫкә һәм пшевор мәҙәниәттәрендә[6] тимерсе ҡорамалдарының, ер тотоу, ағас эшкәртеү ҡоралдарының тап килеүен билдәләй
Г. И. Матвееваның фекеренсә, ерләү йолаһы һәм балсыҡтан яһалған әйберҙәрҙең[7] ҡайһы бер һыҙаттары имәнкиҫкә мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙең славяндарға ҡарағанлығын һәм туғанлығын күрһәтә.
В. В. Седов[8][9], С. Г. Кляшторный[10], П. Н. Старостин[11], Д. Г. Савинов[12], В. Д. Баран[13], Г. И. Матвеева[14] и М. И. Жих[15] тар имәнкиҫкәләрҙе асылда славяндар тип һанайҙар.
Тел ғилемен һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. Г. Кляшторный һәм М. И. Жих имәнкиҫкәләрҙе Урта Волгала[10][15] ғәрәп яҙмаһы йолалары менән локалләшкән ас-сакалиба халҡы менән бәйләй.
Р. Ш. Насибуллин, ауыл хужалығына һәм балыҡсылыҡҡа бәйле[16] удмурт теленән үҙләштерелгән һүҙҙәргә нигеҙләнеп, имәнкиҫкә мәҙәниәтен йөрөтөүселәрҙе боронғо славян ҡәбиләләренә ҡарауҙарын иҫбатлай.
Тәнҡит һәм ҡаршылыҡлы яуаптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. А. Лифанов В.В Седовтың,С. Г. Кляшторныйҙың имәнкиҫкәләрҙе боронғо славяндарға тиңләүен шик аҫтына ҡуя, ә М. И. Жихтың монографияһын ул фантастика[17] рәүешендә ҡабул итә. М. И. Жих, үҙ сиратында Н. А. Лифановты тәнҡитләп, уны башҡа тикшеренеүселәрҙең, айырыуса имәнкиҫкә мәҙәниәтенең славяндарға ҡарағанлығын 1988[18][19] йылда уҡ яҙылған хеҙмәтендә яҡлап сыҡҡан Г. И. Матвееваның эштәрен белмәүҙә һәм уларҙы боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләй. Шулай уҡ М. И. Жих, тюркология һәм Урта Азияға ҡағылышлы тикшеренеүҙәре менән билдәле Питер Голдендың уның күҙәтеүҙәренә тап килгән ҡараштарына һылтанып, Н. А. Лифановтың[19] урта быуат сығанаҡтарын бөтөнләй белмәүе тураһында һығымта яһай. РФА Көнсығыш ҡулъяҙмалар институты хеҙмәткәре С. Г. Кляшторный, тарих фәндәре кандидаты И. А. Гагин үҙҙәренең рецензияларында М. И. Жихтың[20][21] монографияһына ыңғай баһа бирҙеләр.
Балт-славян гипотезаһы. Азия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. В. Напольских волга-фин һәм пермь телдәрендәге үҙләштерелгән ҡайһы бер һүҙҙәр нигеҙендә имәнкиҫкәләрҙә боронғо славян теленә яҡын, әммә оҡшамаған, айырымланған балт-славян диалектын[22] күрә.
Төрки гипотезаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. Х. Халиҡов[23], В. Ф. Генинг был мәҙәниәтте төрөктәр менән бәйләйҙәр.
1967 йылда П. Н. Старостин да ошо ҡарашта була, әммә һуңғараҡ, 2001 йылда, славян атрибуцияһын[11][24] ҡабул итә.
Башҡа гипотезалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Е. П. Казаков имәнкиҫкәләрҙе хиониттарға[25] ҡарата, Н. Ф. Калинин — буртастарға, П. Д. Степанов — уйғыр-мадьярҙарға[26].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вязов Л. А., Семыкин Ю. А. Городище и селище Новая Беденьга: эпоха Великого переселения народов в Ульяновском Предволжье. — Ульяновск: НИИ истории и культуры им. Н. М. Карамзина, 2016. — 227 с. — (Археология Симбирского-Ульяновского Поволжья. Вып. 1). — 300 экз. — ISBN 978-5-9631-0534-4.
- Матвеева Г. А. Среднее Поволжье в IV—VII вв.: именьковская культура. Учебное пособие. — 2-е изд., доп. — Самара: Самарский университет, 2004. — 165 с. — 300 экз. — ISBN 5-86465-152-4.
- Старостин П. Н. Памятники именьковской культуры / Отв. ред. А. Х. Халиков. — М.: Наука, 1967. — 97 с. — (Археология СССР. Свод археологических источников. Вып. Д1-32). — 1600 экз.
- Сташенков Д. А. Оседлое население Самарского лесостепного Поволжья в I—V вв. н. э. / Отв. ред. А. М. Обломский. — М.: ИА РАН, 2005. — 149 с. — (Раннеславянский мир. Археология славян и их соседей. Вып. 7). — 300 экз. — ISBN 5-94375-029-0.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гавритухин И. О. Именьковская культура 2016 йыл 6 август архивланған. // Большая российская энциклопедия
- Жих М. И. Именьковская археологическая культура 2016 йыл 3 август архивланған. // Научно-познавательный портал «Славянские древности»
- Ҡалып:Cite lj
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 А. М. Обломский. Памятники киевской культуры в лесостепной зоне России (III — начало V в. н. э.). — М.: ИА РАН, 2007. — P. 6. — (Раннеславянский мир. Археология славян и их соседей. Вып. 10). — ISBN 978-5-94375-062-5. — «В Среднем Поволжье, по мнению многих исследователей, славянскую этническую принадлежность имеет именьковская культура эпохи раннего средневековья…»
- ↑ Гавритухин И. О. Именьковская культура 2016 йыл 6 август архивланған. // Большая российская энциклопедия
- ↑ Седов В. В. Очерки по археологии славян. М., 1994. С. 59-63.
- ↑ Исхаков Д. М. Татары: популярная этнография. Казань: Тат. кн. изд-во, 2005. С. 19.
- ↑ Матвеева Г. И. К вопросу об этнической принадлежности племён именьковской культуры // Славяне и их соседи. Место взаимных влияний в процессе общественного и культурного развития. Эпоха феодализма. : Сборник тезисов / Литаврин Г. Г.. — 1988. — С. 11—13.
- ↑ Матвеева Г. И. Некоторые итоги изучения именьковской культуры // Труды VI МКСА. Т. 3. Этногенез и этнокультурные контакты славян. С. 212—215.
- ↑ Матвеева Г. И. Некоторые итоги изучения именьковской культуры // Труды VI МКСА. Т. 3. Этногенез и этнокультурные контакты славян. С. 216.
- ↑ Седов В. В. Симпозиум «Проблема именьковской культуры» // Российская археология. — 1994. — № 3. — С. 236—238.
- ↑ Седов В. В. Этногенез ранних славян // Вестник российской академии наук. — 2003. — Т. 73. — № 7. — С. 594—605.
- ↑ 10,0 10,1 Кляшторный С. Г. Праславяне в Поволжье // Взаимодействие народов Евразии в эпоху Великого переселения народов. Материалы международного научного симпозиума и международной научно-практической конференции. Ижевск, 2006
- ↑ 11,0 11,1 Кляшторный С. Г., Старостин П. Н. Праславянские племена в Поволжье // История татар с древнейших времён. Народы степной Евразии в древности. — Казань, 2002. — Т. 1.
- ↑ Кляшторный С. Г., Савинов Д. Г. Степные империи древней Евразии. — СПб: Филологический факультет СПбГУ, 2005. — Т. 1. — С. 68—72. — 346 с. — ISBN 5-8465-0246-6.
- ↑ Баран В. Д. Венеди, склавiни, та анти у свiтлi археологiчих джерел // Проблемы славянской археологии. Труды VI Международного Конгресса славянской археологии. Т. I. М., 1997. С. 154
- ↑ Матвеева Г. И. Среднее Поволжье в IV-VII вв.: Именьковская культура. Учебное пособие. — Самара: Самарский университет, 2004. — С. 74—76.
- ↑ 15,0 15,1 М. И. Жих Ранние славяне в Среднем Поволжье (по материалам письменных источников). СПб.; Казань, 2011
- ↑ Насибуллин Р. Ш. К проблеме этнической принадлежности носителей именьковской археологической культуры // Вестник Удмуртского университета. — 1992. — № 6. — С. 76-79
- ↑ Лифанов Н. А. От гипотезы к фантазии (Жих М. И. Ранние славяне в Среднем Поволжье. СПб.; Казань: Вестфалика, 2011. 90 с.) // Российский археологический ежегодник. 2012. № 2.
- ↑ Матвеева Г. И. Среднее Поволжье в IV-VII вв.: Именьковская культура. Учебное пособие. — Самара: Самарский университет, 2004. — С. 74.
- ↑ 19,0 19,1 Жих М. И. «Именьковская проблема»: продолжение дискуссии (ответ Н. А. Лифанову) // Конфликтогенный потенциал национальных историй (сборник научных статей): Материалы Международного научно-методологического семинара, г. Казань, 26 марта 2015 г. / Отв. ред. и сост. А. В. Овчинников / ЧОУ ВПО «Институт социальных и гуманитарных знаний» / Казань: Изд-во «Юниверсум», 2015.
- ↑ Кляшторный С. Г. Рец. на: Жих М. И. Ранние славяне в Среднем Поволжье (по материалам письменных источников). СПб.; Казань, 2011 // Вестник Удмуртского государственного университета. Серия 5: История и филология. 2013. Вып. 3. С. 121—122.
- ↑ Гагин И. А. Рецензия на Кн.: Жих М. И. Ранние славяне в Среднем Поволжье (по материалам письменных источников). СПб.; Казань, 2011 // Вестник Липецкого государственного педагогического университета. Серия гуманитарные науки. 2012. Выпуск 2 (7). С. 117—120
- ↑ Напольских В. В. Балто-славянский языковой компонент в Нижнем Прикамье в сер. I тыс. н. э. // Славяноведение. — 2006. — № 2. — С. 3−19.
- ↑ Халиков А. Х. К вопросу об этносе именьковских племен // Памятники первобытной эпохи Волго-Камья. Казань, 1988. С. 49.
- ↑ Старостин П. Н Памятники именьковской культуры. М., 1967. С. 7.
- ↑ Казаков Е. П. Коминтерновский II могильник в системе древностей эпохи тюркских каганатов // Культуры евразийских степей второй половины I тысячелетия н. э. Самара, 1998.
- ↑ Пришлые болгары и местные племена Волго-Камья // Генинг В. Ф., Халиков А. Х. Ранние болгары на Волге (Больше-Тарханский могильник). М., 1964.