Йәнгел мәҙәниәте
Йәнгел мәҙәниәте | |
Урын | Көньяҡ Урал |
---|
Йәнгел мәҙәниәте — Көньяҡ Уралда мезолит археологик мәҙәниәте. Беҙҙең эраға тиклем IX—VII мең йыллыҡтарҙа булған. Атамаһын 1963 йылда Матюшин Геральд тарафынан асылған Йәнгел йылғаһы ҡойған Сыбаркүл күле янындағы Йәнгел тораһы буйынса алған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнгел мәҙәниәте палеолит осоронда урындағы ҡәбиләләр нигеҙендә формалашҡан. Халҡы һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Халыҡтың бер өлөшө, моғайын, Каспий диңгеҙенең көнсығыш ярҙары буйлап Көньяҡ Каспийҙан Көньяҡ Урал артына күскән[1].
Саҡматаш индустрияһының дөйөм ҡиәфәте — микролитик. Үҙенсәлекле билдәһе булып йәшмә әйберҙәр һәм йәшмә төрөндәге саҡматаштар ҡулланыуы тора (геометрик микролиттар, бысаҡ кеүек пластиналар, нуклеус, осло әйберҙәр, тишкес, ҡырҡҡыс, ҡырғыс).
Йәнгел мәҙәниәтенең ултыраҡтары торалар менән күрһәтелә, улар бейек (20 м тиклем) һыубаҫар өҫтө террасаларҙа урынлашҡан. Башҡортостан биләмәһендә Көньяҡ Урал артында локалләшә (Банное, Долгий Ельник, Ҡарабалыҡты, Исемһеҙ Морон, Суртанды торалары, Ташбулат II, Йәнгел тораһы). Йәнгел мәҙәниәтенең торлаҡтары ер өҫтө ҡоролмаларының усаҡ менән түңәрәк формалағы бағана конструкцияһынан ғибәрәт.
Йәнгел тораһы Әбйәлил районының Селивановка ауылынан көнсығышҡа ҡарай бер километр алыҫлыҡта бейеклеге 20 метр булған ҡаяла урынлашҡан. Торала ҙур оҙон йорттоң ҡалдыҡтары һәм тәрән соҡор — һаҡлау урыны табылған. Оҙонса тораҡтың оҙонлоғо ике сығыу урыны менән 16 м тәшкил итә, киңлеге — 6-7 м. Тораҡтың ситтәрендә эре таштар ята. Тораҡтың ҡалдығында 7 меңдән ашыу таш әйберҙәр: осло бысаҡ һымаҡ пластиналар, нуклеус, ярғыс, ҡырҡҡыс, ҡырғыс, тишкес, һыҙырғыс һәм төҫлө йәшмәнән эшләнгән башҡа ҡоралдар табылған. Бында уҡ тәүге тапҡыр көньяҡ-каспий тибындағы геометрик микролиттар — трапециялы киҫкен тәпәш өсмөйөштәр, ромбтар табылған, улар уҡ башағы, хәнйәр асалағына һалғыс, балыҡ тотоу өсөн ырғаҡ, гарпун теше йәки һалдау сифатында ҡулланылған. Шулай уҡ микролиттар менән урғыс бысаҡ та табылған.
В. С. Мосин фекеренсә, Урал арты, Тобол арты ҡомартҡыларындағы һәм йәнгел мәҙәниәтендәге элементтарҙың оҡшашлығы уларҙы урал арты мезолиты уртаҡлығына берләштерергә мөмкинлек бирә[2].
Мезолит, неолит һәм энеолитты өйрәнеү Башҡортостан Урал арты райондарында Урал тауҙары теҙмәһе буйындағы Башҡортостан күлдәре Ҡарабалыҡты, Сабаҡты, Мунса, Суртанды һәм Оҙон-Күл (Силәбе өлкәһе) эргәһендә уҙғарыла. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһының Көньяҡ-Урал экспедицияһы Г. Н. Матюшин етәкселегендә эштәр уҙғара. Археологик ҡомартҡыларҙың өлөшө бейек тауҙағы Йөрәккүл күле янында тикшерелә.
1976 йылға 12 тора өйрәнелә, унда меңләгән таш әйберҙәр табыла. Көньяҡ Урал биләмәһендә сағыу үҙенсәлекле һыҙаттарға эйә булған геометрик микролиттар —ассеметрик трапециялар һәм өсмөйөштәрҙең барлығы мезолит йәнгел мәҙәниәтен айырырға мөмкинлек бирә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Матюшин Г. Н. Мезолит Южного Урала. М., 1976.
- Мосин B. C. Южное Зауралье в каменном веке // 120 лет археологии восточного склона Урала. Первые чтения памяти В. Ф. Генинга. -Екатеринбург: Изд-во УрГУ, 1999. Ч. 2. — С. 3 — 7.
- Ошибкина С. В. Мезолит бассейна Сухоны и Восточного Прионежья. -М.: Наука, 1983.-245с.
- Памятники эпохи мезолита. // КСИА. 1977. — Вып. 149. — 128с.
- Старков В. Ф. Мезолит и неолит лесного Зауралья. М: Наука, 1980. 220с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. 2016 йыл 30 октябрь архивланған. Г. Котов. Ст. 2016 йыл 30 октябрь архивланған. Янгельская культура. 2016 йыл 30 октябрь архивланған. Башкирская энциклопедия.