Суртанды (тау һырты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Суртанды
башҡ. Аҡбейек
53°46′26″ с. ш. 58°03′50″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары
Оҙонлоғо13 км
Киңлеге3 км
Иң юғары нөктәһе1045
Суртанды (тау һырты) (Рәсәй)
Montanya.svg
Суртанды
Суртанды (тау һырты) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Суртанды

Суртанды (башҡ. Аҡбейек) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Белорет районында урынлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хребет Суртанды.jpg

Суртанды Ҡыраҡа тау массивына ҡарай. Белорет районы буйлап Ағиҙел һәм Оло Рәз (Ағиҙел йылғаһы бассейны) йылғалары араһында, субкиңлек йүнәлешендә һуҙылған. Бер нисә яйла һымаҡ түбәләрҙән (тәпәш яҫы таулыҡтарҙан) тора: бейеклектәре 1038 м. , 967 м., 693 м., 668 м.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оҙонлоғо яҡынса 13 км;
  • Киңлеге 2—3 км;
  • Абсолют бейеклеге 1045 м.

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Суртанды.jpg

Уртаса таулы, тау араһы уйпатлыҡтары, уйһыулыҡтар, йылға үҙәндәре һәм йырындар менән йырғыланған.

Битләүҙәре ҡаялы, текә. Һырттың төньяҡ-көнсығыш өлөшө Аҡбейек һыртына, көньяҡ өлөшө Астой һыртына күсә.

Ҡыраҡа тектоник комплексы тоҡомдарынан тора. Һыртта Кесе һәм Оло һарғая, Суртанды йылғалары башланғыс алып Ағиҙел йылғаһына барып ҡоялар. Уларҙан тыш Үҙән йылғаһы бассейнына ҡараған Уң һарына йылғаһы ағып сыға.

Ландшафы һоро урман-тау тупрағындағы ҡарағас һәм ҡарағай урмандарынан тора. Шулай уҡ, йоҡа ҡатламлы көлһыуланған кара тупраҡташ һәм органоген-ташлы тау тупрағындағы тау урман-далалары хас.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Тәржемәсе И.М.Япаров Суртанды (тау һырты) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. http://www.beloretsk.ru/turist/23/585
  3. http://deartravel.ru/4988-gornye-hrebty-rossii.html#sel=