Эстәлеккә күсергә

Аҡбейек (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбейек
Характеристики
Оҙонлоғо6 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһе969 
Абсолют бейеклеге864 метр
Урынлашыуы
53°46′38″ с. ш. 58°06′57″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Аҡбейек
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Аҡбейек

Аҡбейек — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә.

Тәрәнлеге 350-нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары менән йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә Оло Һарғая йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) башлана.

Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә ҡайынҡарағай урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан (ҡамғаҡ, ҡанүлән, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡоторма һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй.

Атамаһы алыҫтан бейек һәм аҡ төҫтә күренгән өсөн алынған.