Ҡамғаҡ
Ҡамғаҡ | |||||||||||||||||||||
Качим ползучий — типовой вид рода Качим. Общий вид группы цветущих растений | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
Номенклатура тибы | |||||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||||
|
Ҡамғаҡ — ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса бүлкәтендә, Африкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк бәләкәй ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ныҡ тармаҡлы, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ланцет йәки ҡыяҡ, ултырма, ҡапма-ҡаршы. Сәскәһе аҡ, тоноҡ ал, ҡыҙыл төҫтәрҙә, ваҡ, протандрик, күп һанлы, дихазияларҙа. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, август—сентябрҙә өлгөрә.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейек ҡамғаҡ республиканың бөтә территоряһында ташлы далаларҙа, һеперткеле ҡамғаҡ — урман-дала һәм дала зоналарында далала, ҡарағай урмандары ситендә, эзбизташлы битләүҙәрҙә, ҡая ҡамғағы — Ейәнсура районының Юлдыбай ауылы янындағы далала, теҙмә ҡамғаҡ — Өршәк һәм Сәрмәсән йылғалары үҙәндәре буйлап, Асылыкүл янындағы тоҙло һәм ҡомло болондарҙа, эндемик Урал ҡамғағы Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөндәге ҡаяларҙа һәм тау тундраларында осрай.
Файҙаланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Декоратив үҫемлек. Ҡамғаҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәренең составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡая ҡамғағы һәм теҙмә ҡамғаҡ Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. Иллюстрированный определитель растений Средней России. — М.: Т-во научных изданий КМК, Ин-т технологических исследований, 2003. — Т. 2. — С. 138—141. — ISBN 5-87317-128-9.
- Шишкин Б. К. Род 493. Качим — Gypsophila // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1936. — Т. VI. — С. 731—777. — 956 + XXXVI с. — 5200 экз.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡамғаҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2010)
- Качим // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2010)
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |