Ҡарабалыҡты
Ҡарабалыҡты | |
---|---|
башҡ. Карабалыкты | |
Координаты: пропущена долгота | |
![]() | |
Страна | |
Регион | Башҡортостан |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 434 м |
Оҙонлоғо | 2,12 км |
Киңлеге | 1,23 км |
Майҙаны | 2,6 км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 6 м |
Уртаса тәрәнлек | 3,5 м |
Минерализация тибы | кальций гидрокарбонатлы |
Һыу йыйыу майҙаны | 18,3 км² |
РДҺР | 12010000211112200000439 |
![]() |
Ҡарабалыҡты (башҡ. ҠарабалыҡтыҠарабалыҡты) —Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышындағы күл. Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышта 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостандың Урал аръяғы райондарындағы иү ҙур күлдәрҙең береһе.[1]
Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кесе Ҡыҙыл йылға бассейнына ҡарай һәм уның һыу бүлеү өлөшөндә урынлашҡан. Сабаҡты күленән һөҙәк тауҙар менән айырыла.
Ҡарабалыҡты күленең төбө параболоид (табаҡ) формаһында һәм тиктаник һыныуҙар ваҡытында барлыҡҡа килгән. Күл өҫтө майҙаны 2,6 км², ә һыу йыйыу майҙаны — 18,3 км².
Күлдең һыу баҫыу туғайҙары асыҡ күренә, беренсе һәм икенсе һыу баҫыу киртләстәре бар. Күлдең пляжына төрлө төҫтәге ҡом һәм ваҡ ҡырсынташ ултырған. Ҡарабалыҡты аҡмай торған тымыҡ күл, күп йыллыҡ күҙәтеү барышында һыу кимәленең ни бары 1.3 м үҙгәреүе күҙәтелгән.[2]
Гидрокарбанатлы һәм кальцийлы күл һыу сөсө һәм үтә күренмәле.
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атамаһы күлдә тереклек иткән ҡарабалыҡ исеменен алынған.
Ҡыҙыҡ факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Күлдең көнбайыш ярында Уралдағы боронғо Урта-түбә палеолетик тораҡ табылған. Бында табылған материалдар Уралда неандерталецтар йәшәүен раҫлай.[3].
- Балыҡсылар селтәргә, был ерҙәргә хас булмаған, 4 йәшлек 2 кг ауырлыҡтағы паринье балығын тотҡан.[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Озёра Башкортостана 2017 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Статья" Башҡортостан:Ҡыҫҡаса энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Статья в Большой Советской Энциклопедии
- ↑ МТРК «Мир» — Новости Содружества(недоступная ссылка)