Эстәлеккә күсергә

Гарустович Геннадий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гарустович Геннадий Николаевич
рус. Геннадий Николаевич Гарустович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 август 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 май 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы, археолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]

Гарустович Геннадий Николаевич (27 август 1957 йыл24 май 2017 йыл) — тарихсы-археолог. 1989 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археология бүлегенең ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1998).

Байтаҡ ғилми монографиялар, шулай уҡ фәнни-белешмә баҫмаларҙа, беҙҙәге һәм сит илдәге журналдарҙа һәм йыйынтыҡтарҙа донъя күргән мәҡәләләр авторы. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: Евразия далаларында йәшәгән урта быуат төрки телле күскенселәре, урта быуат дәүерендәге Көньяҡ Уралдың урман-дала халҡы, Көньяҡ Уралда дин ғилеме һәм ислам дине таралыуы мәсьәләләре.

Геннадий Николаевич Гарустович 1957 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, махсуслашыуы — «археология». 1986 йылдан ― археологик экспедициялар начальнигы. БДПИ-ның һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының экспедиция отряды етәксеһе була. Рәсәйҙең Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Ырымбур, Һамар һәм Ҡурған өлкәләре һәм шулай уҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе территорияларында БДУ һәм Фәнни-производство үҙәгенең экспедицияларында ҡатнаша.

1989 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынының ғилми хеҙмәткәре. 1998 йылдың 13 ноябрендә шунда уҡ «Беҙҙең эраның II мең йыллығының беренсе яртыһында Волга-Урал урман-далаһы халҡы» [1]темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Краснокама районында — Кәкрекүл ҡаласығы, Иҫке Мушты ҡорған-грунт ҡәберлеге, Иҫке Ҡабан ауылы; Шишмә районында — Горновский грунт ҡәберлеге (торлаҡты индереп) һәм Түбәнге Хәжәт грунт ҡәберлектәре; Шишмә районында — мавзолей Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре («Кесе кәшәнә»); Дыуан районында — Ҡәҙер ҡорған ҡәберлектәре һәм зыяраты; Күгәрсен районында — Аҡауаз һәм  Бикҡужа ултыраҡтары;Ишембай районында — Аҙнай ауылы һәм ҡәберлеге;Бәләбәй районында — Берек-Алғын ауылы (торлағы); Туймазы районында — Бикмәт тораһы, Нөгөш ауылы, Ҡара Яр һәм Туҡмак-Ҡаран ҡәберлектәре; Ҡурған өлкәһендә — Терһәк-Тамаҡ ҡаласығы; Һамар өлкәһендә — Александровские ҡурғандары; Хәйбулла районында — Мәҡән тораһы, Киҙәташ ҡурғандары; Баймаҡ районында — Лайымбирҙе-I ауылы һәм ҡорғандары; Мәләүез районында — Төбәк ауылы һәм Һерәт тораһы; Кушнаренко районында — Тартыш ҡорғандары; Бөрө районында — Удельно-Дуванейский-II торағы; Саҡмағош районында — Әхмәт ҡорғаны һ. б.  археологик ҡомартҡыларҙы тикшерә.

Археологик экспедицияларҙа Түбәнге Ҡама ГЭС-ын һәмБашҡортостан АЭС-ын төҙөү һәм һыу аҫтында ҡалыу зонаһын; Таналыҡ, Мәҡән, Быҙаулыҡ, Һаҡмар, Йомағужа һыуһаҡлағыстарын, шулай уҡ Кизәташ, Юшатыр йылғалары һыуһаҡлағыстарын һәм Ғәҙелша шарлауыҡтарын тоташ тикшерә.

Гарустовичтың мәҡәләләре «Уфимский археологический вестник», «Вестник Академии наук Республики Башкортостан», «Проблемы востоковедения», «Проблемы истории, филологии, культуры» (Г. И. Носов исемендәге МДТУ-һы, Магнитогорск), «Magistra Vitae» (Силәбе ДУ, Силәбе), «Золотоордынская цивилизация» (ТР-ҙың Ш. Мәржәни исемендәге тикшеренеү институты, Ҡазан), «Finno-Ugrica» (ТР-ҙың Ш. Мәржәни исемендәге тикшеренеү институты, Ҡазан), «Археологические открытия» (Рәсәй Фәндәр Академияһының Археология институты, Мәскәү), «Золотоордынское обозрение» (ТР-ҙың Ш. Мәржәни исемендәге тикшереү институты, Ҡазан), «Известия Самарского научного центра РАН» (Рәсәй Фәндәр Академияһының Һамар фәнни үҙәге, Һамар), «Нижневолжский археологический вестник» (Волгоград ДУ, Волгоград), «Памятники Отечества» (Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте ВООПИиК, Мәскәү), «Поволжская археология» (АН РТ, Ҡазан) һәм «Родина» (Мәскәү) журналдарында баҫылған.

Геннадий Гарустович 2017 йылдың 24 майында төндә вафат була [2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2005 йылда Гарустович «Вестник АН РБ» (№ 2, 2005) журналында сыҡҡан — «Древнетюркское языческое святилище…» тигән мәҡәләһе конкурста 2-се урын өсөн Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының дипломына лайыҡ була.

  • Средневековые кочевники Поволжья (конца IX—XV века) [Уфа: Гилем, 1998. 336 с.] — в соавторстве с А. И. Ракушиным, А. Ф. Яминовым.
  • Тюбяк — поселение бронзового века на Южном Урале [Уфа: Башгоспедуниверситет, 2000. 160 с.] — в соавторстве с В. С. Горбуновым, М. Ф. Обыденновым, Г. Т. Обыденновой и др.
  • Археология Южного Урала [Стерлитамак, 1998] — коллектив авторов.
  • Огузы и печенеги в евразийских степях [Уфа: Гилем, 2001. 212 с.] — в соавторстве В. А. Ивановым.
  • Приуралье в эпоху великого переселения народов (Старо-Муштинский курганно-грунтовый могильник) [Уфа: ГУП УПК, 2004. 172 с.] — в соавторстве с Ф. А. Сунгатовым, Р. М. Юсуповым.
  • Брик-Алгинское местонахождение XIV века в Башкирском Приуралье Уфа: Тау, 2005. 152 с. — в соавторстве с С. В. Рязановым, А. Ф. Яминовым.
  • След великой замятни [Уфа: Гилем, 2011. 200 с.]
  1. Гарустович Г. Н. Население Волго-Уральской Лесостепи в первой половине II тысячелетия нашей эры. — Автореферат диссертации на соискание учёной степени кандидата исторических наук. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 1998. — 340 с.
  2. Аглиуллина А. Ушёл из жизни известный археолог Геннадий Гарустович. ИА «Башинформ» (24 май 2017).