Мулла (археологик ҡомартҡы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Россия Башкирия ещё не имеет позиционной карты.

Мулла — таш быуат (палеолит) археологик ҡомартҡыһы (боронғо кешеләр тораһы). Октябрьский ҡалаһы территорияһында, Ыҡ (Ҡама ҡушылдығы) йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Мулла ауылы исеменән алынған[1] (хәҙер ул ҡаланан ситтә тора).

1967—1970 йылдарҙа А. П. Шокуров тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1976—81 йылдарҙа Г. Н. Матюшин тарафынан өйрәнелгән.

Табыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

572 м² майҙан ер асылған. Күп ҡатлы торамаларға ҡарай.

  • Түбәнге ҡатламда мустье дәүеренә (б. э. т. 100-40 мең йыл) ҡараған туҡталҡа эҙҙәре һәм таш эшләнмәләр (ҡырғыс, сапҡыс, ҡырҡҡыс) табылған.
  • Мезолит дәүере ҡатламында уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, мөгөҙҙән эшләнгән гарпундар табылған.
  • Артабанғы ҡатламда — неолит (ағиҙел буйы мәҙәниәте) дәүеренең 3 торамаһы, мышының яңаҡ һөйәге һәм таштарҙан һалынған усаҡ эҙҙәре, хужалыҡ соҡорҙары, горизонталь киртектәр менән биҙәлгән йомортҡа формаһындағы һауыттар, һөйәктән эшләнгән гарпундар, пластиналарҙа таш ҡоралдар, батырғыстар, йорт хайуандарының һөйәктәре (һарыҡ, кәзә, ат, эре мөгөҙлө малдың).
  • Энеолит дәүере ҡатламындағы керамиканы ауыҙы тышҡа ҡаратып бөгөлгән, тирәсе буйлап тешле штамп менән биҙәлгән һауыт кәүҙәләндерә; таш һаплы пластиналар, кәтмән, иген онтағыс, төйгөс табылған. Был ағиҙел мәҙәниәте ҡатламында 3 кеше ҡәбере табылған.
  • Өҫкө ҡатламында ананьин мәҙәниәте керамика фрагменттары табыла.

Халыҡ емеш-еләк йыйыу, һунар, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡомартҡы таш быуат дәүерендә Көньяҡ Урал территорияһындағы төрлө мәҙәниәттәр айырмаларының эҙмә-эҙлекле үҫешен сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институтында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирская энциклопедия — Муллино