Эстәлеккә күсергә

Табын ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табын ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ғафури районы

Табын ҡаласығы (рус. Табынское городище) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. IV—III быуаттарға ҡараған Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]

Табын ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Табын ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Тоҙйылға йылғаһының һул ярындағы һыу баҫмай торған ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Район үҙәгенә тиклем (Красноусол) — 12 км Яҡындағы тимер юл станцияһына (Аҡкүл (Ғафури районы)) — 32 км

Табын ҡаласығының яҡынса 600 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ ялан яғынан ур[4] һәм соҡор менән һаҡланған. Урҙың оҙонлоғо 75 м, бейеклеге 2,5—3 м тәшкил итә.

Торлаҡтар табылмаған, 3 усаҡ ҡалдығы асыҡланған.

Ғафури тибындағы 620 һауыт килеп сыҡҡан — улар түңәрәк һәм яҫы төплө, тальк йәки ҡабырсаҡ онтағы ҡушып яһалған, иңбаштары кәкерсәк, вертикаль һәм горизонталь ҡыя һыҙыҡтар, йырып төшөрөлгән өсмөйөштәр менән биҙәлгән.

Ҡара Абыҙ мәҙәниәтенә ҡараған 124 һауыт һауыт ярсыҡтары табылған Улар түңәрәк төплө, ваҡ ҡына соҡорло биҙәк төшөрөлгән.

Бронза уҡ башаҡтары, таралғы, тимер уймыр, һөйәктән эшләнгән тупаҡ балталар, тишкестәр, ҡалаҡтар, балсыҡ орсоҡбаштар табылған.

Ҡомартҡы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6] .

Уҙған быуаттың 20-се йылдарында Башҡортостанда археологик эҙләнеүҙә ҙур күтәрелеш кисерә.

Тап шул эҙләнеүҙәр ваҡытында XX быуаттың 20‑се йылдарында Өфө музейы хеҙмәткәре Максим Ильич Касьянов[7] .экспедицияларҙа йөрөй һәм бер нисә археологик ҡомартҡы таба, бер ҡаласыҡҡа һәм тораға хатта уның исеме бирелә (Касьянов ҡаласығы, Касьянов тораһы).

Табын ҡаласығы ла XX быуаттың 20‑се йылдарында М. И. Касьянов тарафынан асыла.

1956 йылда ҡаласыҡты ғалим-археолог, төркиәтсе һәм этнограф, тарих фәндәре кандидаты Һ.В.Йосопов тикшерә.

1975 йылда ғалим-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Ивановҡаласыҡты яңынан тикшерә.

1978 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк өйрәнә

  1. Табын ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Археология Советской Башкирии в 20-30-е годы
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.