Эстәлеккә күсергә

Нуғай (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нуғай
Нуғай
Нигеҙләү датаһы 1664
Рәсми атамаһы Нуғай
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө ҡалаһы ҡала округы[1]
Халыҡ һаны 1479 кеше (2010)[2],
9820 кеше (2021)[3]
Почта индексы 450900
Рәсми сайт nagaevo.org
Карта

Нуға́й (рус. Нагаево) — 1992 йылдан Өфө ҡалаһы составындағы ауыл. Октябрь районы Нуғай ауыл советы үҙәге.

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1664 йылдан билдәле. XVIII быуат 2-се яртыһында бында яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған. XIX быуат уртаһында статский советник И. Ф. Базилевскийҙыҡы була. 1865 йылда Нуғай (Петропавловка) 115 йортта 674 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ, ағас әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, ат тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 йылда сиркәү, земство мәктәбе, фельдшер‑амбулатория пункты, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы булған.

1992 йылдан Өфө районы Нуғай ауыл советы үҙәге булған. Ауыл эргәһендә Нуғай ҡаласыҡтары урынлашҡан.

Халҡы: 1906 йылда — 1024 кеше; 1920—1406; 1939—1700; 1959—864; 1989—541; 2002—766; 2010—1479 кеше. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет, сиркәү бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1865 йыл674
1906 йыл1024
1920 йыл 26 август1406
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар1700
1959 йыл 15 ғинуар864
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар541
2002 йыл 9 октябрь766
2010 йыл 14 октябрь1479

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Өфөнән көньяҡ-көнсығыш 30 км һәм Юрмаш тимер юл станцияһы көньяҡ-көнбайыш табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан.